Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Март 2020, 10:55

800 мең һум вәғәҙәләп...

Өфөлә донъяны шаулатҡан енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды.

Өфөлә донъяны шаулатҡан енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды.
2017 йылдың октябрендә ер аҫты туҡталҡаһында эшҡыуар Павел Кабановҡа һөжүм яһалды. Киллер эшҡыуарҙың башына дүрт тапҡыр атҡандан һуң йәшенеп өлгөрә.
Бәхеткә күрә, бәләгә тарыусы иҫән ҡала. Хоҡуҡ һаҡлау органдары 43 йәшлек енәйәтсене ҡулға ала, шулай уҡ енәйәтте ойоштороусы 50 йәшлек элекке полиция полковнигы Эдуард Юлдашевтың да эҙенә төшә. Ул үҙенең конкурентын үлтереү өсөн 29 йәшлек танышына 800 мең һум аҡса вәғәҙәләй.
Суд енәйәтсене 14,5 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы. Бынан тыш, бәләгә тарыған эшҡыуар файҙаһына ун миллион һум аҡса түләтелгән. Аралашсы өсөн дә хөкөм ҡарары ҡаты, ул 9,5 йыл ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк.
Фото: Горобзор.
Читайте нас: