Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Февраль 2021, 13:12

Йырсы Роза Аҡкучукова арабыҙҙан китте

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе: үҙенең йыр-моңдары менән киң танылыу тапҡан, билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡҡучукова вафат булды. Уға 12 февралдә 71 йәш булыр ине.

Роза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукова 1950 йылдың 12 февралендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуған.

Абҙаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң Роза Өфө музыка-педагогика училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң (1972), Башҡорт дәүләт филармонияһында вокалист булып эш башлай. Үҙенсәлекле моңло тауышы тамашасы күңеленә хуш килә, емешле ижады өсөн ул БАССР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исемдәргә лайыҡ була.

Йырсының хитына әйләнгән "Алтын балдаҡ", "Һин ултыртҡан муйыл", "Аҡсарлаҡ" йырҙарын төрлө быуын тамашасылары яратып тыңланы, уның ижадын үҙ итте.

Халҡыбыҙҙың моңло һандуғасы Роза Аҡҡучукованың йырҙары мәңге халыҡ күңелендә ҡалыр. Бәхил бул, халыҡ йырсыһы!

Мәрхүмәнең яҡындарының, улының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ!

Фото: Ирекле сығанаҡтан.

Читайте нас: