Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Июль 2018, 14:26

Ҡаныҡайҙар ауылдаштарын йыйҙы

Был көндө Ҡаныҡайҙар түҙемһеҙләнеп тә, тулҡынланып та көтөп алды. Ни тиһәң дә ауыл тарихында бындай ҙур сара тәүге тапҡыр үтә бит. Шуға күрә байрамға алдан уҡ әҙерлек алып барылды: урамдар, ишек алдары таҙартылды. Юлдарға ҡырсынташ түшәлде. Йорт-ҡуралар төҙөкләндерелде. Ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ һәм матур тирә-яҡ менән ҡаршы алырға тырышты.

Ҡаныҡай ауылы хозур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған. Әле ауылдың 265-йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған сара йырҙарҙа йырланған йәмле Дим буйында үтте. Үҙ тыуған еренә. Ата-әсәһенә, намыҫына тоғролоҡ һаҡлап, бик күптәр был байрамға дәртләнеп килгән.

Ауыл байрамдары ихласлыҡ, туғанлыҡ-дуҫлыҡ ептәре менән айырылып тора. Йүкәләрҙән хуш еҫ килгән аҡланда был юлы ла шундай хистәр өҫтөнлөк итте: күптәр күрешмәгән ауылдаштар ихлас күреште, хәл-әхүәл һорашты. Бер аҙҙан Руслан Буранголовтың ҡурай моңдары барыһын бергә сәхнә янына тупланы. Ауыл муллаһы Уралбай Шәрипов изге теләк-ниәттәр менән йыйынға фатиха биргәндән һуң, байрамды Бикҡкол ауыл хакимиәте башлығы Ришат Әхмәтшин асып ебәрҙе. Ул башта ауылдаштарҙы, килгән кунактарҙы ҡотланы һәм был күркәм сараның күңелдәрҙә уйылып ҡалырлыҡ булып үтеүен теләне. Ришат Нуриман улы шулай уҡ ошо байрам сараһын ойошторорға ярҙам күрһәтеүселәргә, айырыуса бағымсылар Фәнис һәм Раян Хәлиуллиндарға йылы һүҙҙәр әйтте.

Ҡаныҡайҙарҙың осрашыу шатлығын уртаҡлашырға муниципаль район хакимиәте башлығы Наил Ғабдулла улы ла килгәйне. Ул заманында ошо колкоз рәйесе булып эшләгән кеше булараҡ, алдынғы механизаторҙарҙың исемдәрен телгә алып, ауыл халҡының берҙәм, тырыш булыуын билдәләп, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Һаман водитель булып эшләүен дауам иткән Марс Әхмәтшинға Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Бындай хөрмәткә шулай уҡ ауыл биләмәһе башлығы Ришат Нуриман улы һәм урындағы ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Мәрйәм Хәкимова ла лайыҡ булды. С.Юлаев кооперативы рәйесе Илгиз Әсфәндиәров әлеге мәлдә малсылыҡта һәм ҡырсылыҡта тырышып эшләп йөрөгән ауыл уңғандарына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм артабан да ең һыҙғанып эшләргә саҡырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында район Ауыл хужалығы идараһы начальнигы Ғазинур Хисмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альфред Шәймәрҙәнов һ.б. бар ине.

Үҙеңдең төйәгеңдә йәшәп тә, уның барлыҡҡа килеү тарихын белмәһәң яҙыҡ булыр ине, тиҙәр. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Бар ғүмерен ошо ауыл балаларына белем биреүгә арнаған мәғариф ветераны Гөлнур Фәйзрахман ҡыҙы Абдрахманова Ҡаныҡай ауылының тарихы, уның данлыҡлы кешеләре менән таныштырҙы. Һәр ауылдың ғорурланырҙай шәхестәре булған кеүек, ҡаныкайҙарҙың да юғары дәрәжәләргә ирешкән кешеләре байтаҡ. Башкортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәлиф ағай Ғәлләмов, полковниктар Марат һәм Динам Ғабдуллиндар хөрмәтләп иҫкә алынһа, Башҡортостан Республикаһы министрлығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Батраев Ғәлиән Булат улы Батраев сәхнә түренән ауылдаштарын үҙе сәләмләне.

...Байрам алдынан ауыл биҙәге булған матур йорттар фотоға төшөрөлөп, стендҡа ҡуйылғайны. Улар араһынан ‘иң-иң’дәре билдәләнеп, өлгөлө йорт хужаларына бүләктәр тапшырылды. Мансур Әсфәндиәров, Ғәлиә Әхмәтшина. Нурфаяз Исламов, Дамир Нафиков, Ришат Әхмәтшиндарҙың, Рикс Сабитов, Минһаз Хәйруллиндарҙың өйҙәре, ысынлап та, урамға йәм биреп тора.

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы туған ергә һөйөү тәрбиәләү, йәш быуынға халҡыбыҙҙың йолаларын тапшырыу, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү, үҙеңдең шәжәрәңде байҡау байрамы ла булып тора. Бөгөн дә ата-бабалары ерендә көн иткән ғаиләләр бик күп ауылда. Абдрахмановтар, Әсфәндиәровтар, Әхмәтшиннар, Бәхтиәровтар, Буранғоловтар, Ҡасимовтар, Мөхәмәтовтар Нафиҡовтар, Сабитовтар, Хәкимовтар үҙҙәренең аш-һыуы, ҡул эштәре, башҡа оҫталыҡтары менән ҡыуандырҙылар.

“Әсмәй умарталығы” күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ҡартталарының шөғөлөн дауам итеүсе Илмир, Зәлир, Вилүр Әсфәндиәровтар бөгөнгө көндә 70-ләп умарта тота. Был нәҫелдең иң бәләкәй вәкиле – Өфөнән ҡайтҡан Әскәр һоҡланғыс башҡорт милли кейемендә ине, уны байрам уңайынан әсәһе теккән. Ауылда иң күп мал тотоусы Ҡасимовтар табағы менән һарыҡ ите, һатыуға һөт-ҡатығын алып килгән. Ҡунаҡтар Зәйнәп апайҙың уңған килендәре әҙерләгән ҡоймаҡ, бауырһаҡтан ауыҙ ите. Төбәктә йәшәүсе Бәхтиәровтар, Исламовтар ҙа нәҫел сылбырын барланы. Сабитовтарҙан Флорида Мирза ҡыҙы милли ризыҡтарҙан балан ҡатығы, сейәле май, алма, балан ҡағы әҙерләгән, ҡыҙы Рәмиләнең картиналарын, шулай уҡ ҡул эштәрен күргәҙмәгә ҡуйған. Һунарсы, балыҡсы булараҡ танылған Нафиҡовтар үҙ тирмәһен йәнлек тиреләре менән биҙәгән, усаҡ яғып ҡаҙан аҫҡан. Мең ырыуының ағасын – ҡайын ботаҡтары ҡуйып, табын ҡорған Буранғоловтарҙың ҡалын нәҫеле был йыйынға дәррәү килгән.

Һәр ырыу-ара үҙенең шәжәрәһен өйрәнгән, күпселек нәҫел ағасын төҙөгән. Үрҙә атап киткән нәҫел-ырыуҙаштар бер-бер артлы сәхнә түренә күтәрелеп, үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы, концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө. Хәкимовтар нәҫеленән ирле-ҡатынлы уҡытыусылар – Гөлфирә һәм Нәркиз Хәкимовтар ауылдаштарын шиғри һәм йырлы күстәнәс менән сәләмләне.

Төп йортҡа нигеҙ һалыусы атай-олатайҙарының фотоларын элеүселәр ҙә бар ине. Был уңайҙан ҡунаҡтарҙа Иҫке Ҡаныҡайҙан Дим аша тәүгеләрҙән булып күсеп сығып, ошо урынды төйәк иткән Шәймөхәмәт бабайның фотосы, ауылдың абруйлы нәҫеле Абдрахмановтарҙың нәҫел ағасы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Ауылдашыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Радмил Рәмил улы рәсми документтарға таянып, Абдрахмановтарҙың шәжәрәһен ентекләп төҙөгән һәм тарихи фотолар ҙа ҡуйған. Был үҙенсәлекле стенд-шәжәрә менән Мәләүез ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтыусы оставкалағы юстиция полковнигы Йәмил Дәүләткилде улы таныштырҙы. Башҡа бик күп нәҫелдеке кеүек үк, Әхмәтшиндарҙың да шәжәрә ағасы тамырҙары ныҡлы, тармаҡтары күп һәм ишле булып, бөгөнгө көндәргә килеп тоташа. Яңыраҡ тыуған сабыйҙар ҙа уның тармағының бер тамыры булып тора, ул – Ильяс Илһам улы. Ауылдың иң йәш граждандары Ильяс Әхмәтшинды һәм Шөғәйепова Мәликәне лә ата-әсәләре менән сәхнә түренә саҡырҙылар. Улар менән бер рәттән ауыл аҡһаҡалдары Миҙхәт Бәхтиәров һәм Султанхәмит Көҫәпҡолов та иҫтәлекле бүләк алды.

Был көндә күптәрҙең исемдәре телгә алынып үтте. Ғаилә йылы уңайынан 70 йыл бергә ғүмер йомғағын һүтеүсе Мөслимә һәм Мулләхмәт Хәкимовтар, 63 йыл иңгә-иң терәп йәшәүсе Әминә һәм Әкрам Көҫәпҡоловтар ихтирамға лайыҡ. Тантананы алып барыусы нәфис һүҙ оҫталары Фәриҙә Әхмәтшина, Роза Нафиҡова һәм Сыңғыҙ Мөхәмәтов шулай уҡ фарфор, алтын туйҙарын билдәләүсе парҙарҙы, ишле бала үҫтереүсе әсәләрҙе, өлгөлө ғаиләләрҙе һ.б. ауылдың абруйлы кешеләрен төрлө номинациялар менән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр биреп ҡотланы.

Ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәгән сәмле, етеҙҙәргә тейешле затлы бүләктәр ҙә әҙер ине. Ауыл мәктәбенең милли көрәш түңәрәгендә (Илһам Әхмәтшин етәкләгән) шөғөлләнеп, оҫталыҡ туплаған Азамат Хәбетдинов һәм Артур Нафиҡов көрәш батырына тип инселәнгән тәкәне елкәләренә һалды. Башҡа төрлө спорт ярыштарында килгәндә, ауыш бағанаға менеүселәр ҙә, гер күтәреп, үҙ көсөн һынап ҡараусылар ҙа бихисап булды, волейбол-футбол майҙандары ла йәш-елкенсәк тауышынан гөрләп торҙо. Ярыш-бәйгеләрҙә еңеүселәрҙән тыш, иң шәп инша, шиғыр яҙыусыларға ла бүләк тапшырылды.

Тәбрикләүҙәр йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ҡаныҡайҙа ниндәй генә сара уҙмаһын, ауыл халҡы үҙешсән артистарҙы ҡарап һөйөнә. Әле лә фольклор төркөмдәренең, килгән ҡунаҡтарҙың йыр-моңло күстәнәсе барыһының да күңеленә хуш килде. Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясовтың һәм уның сәхнәләш дуҫтары Хәлимә Ғәббәсова, Айнур Мансуровтың ҡабатланмаҫ йырҙары күңелдәргә дәрт өҫтәне.

Көн һуҙымында дауам итте байрам. Халыҡтың яҡшы кәйефе, ихласлығына тәбиғәт тә битараф ҡалманы – Дим буйындағы аҡланда көнө буйы еләҫ булды. Йәйҙең был йәмле көнөндә күптән күрешмәгән ауылдаштар, дуҫ-иштәр, класташтар танһыҡтары ҡанғансы аралашты, бергәләп күңел асты. Һәр кем ошондай байрамды ойоштороусыларга рәхмәтле булып таралышты. Иң мөһиме, башланғыс бар, ауылыбыҙҙа бындай саралар артабан да булыр, тигән теләктә ҡалды.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотолары.
Читайте нас: