Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Ноябрь 2018, 15:08

Күңелгә ятҡан эш

Валентина Александровна Иванова илhамды чуваш халҡының мәҙәни мираҫынан ала

Районда уның исемен белмәгән йәки ишетмәгән кеше юҡтыр, мoғайын. Ул үҙе лә барыһын да белә тиерлек. Һәр кемгә ваҡытын hәм изге һүҙен табыр. Валентина Александровна Иванова быйыл «Райондың Маҡтаулы гражданины» исемен алды. Уның күп хеҙмәте районға дан килтергән.

Валентина Александровна Иванова бар ғүмерен йәмәғәтселек менән эшләүгә бағышлаған, барыһының ла күҙ алдында булды. Райондың мәҙәни тормошона ҙур өлөш индереүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ. 1978 йылда үҙ тирәһенә фекерҙәштәрен йыйнап, «Аҡ ҡайын» сыуаш фольклор-этнография ансамбле булдырған. Ул ансамблдең алыштырғыһыҙ етәксеһе. Быйыл исеме Рәсәй киңлектәрендә күп тапҡырҙар яңғыраған ансамбль үҙенең 40 йыллығын билдәләй. Ансамбль «халыҡ» исемен 30 йыл йөрөтә. Әлеге ваҡыт арауығында Валентина Александровна тарафынан сыуаш милли мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлау hәм популярлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылған. Район ауылдары буйлап экспедиция ваҡытында 900-ҙән ашыу фольклор материал, көнкүреш предметтары, милли кейемдәр hәм башҡа бик күп әйбер йыйылған. Һис шикһеҙ, әлеге эшендә уға сыуаш халҡының юйылмаҫ мираҫын һаҡлаусы ансамблдә ҡатнашыусылар ҙа ярҙам итә. Йыйылған экспонаттар Өфө, Чебоксар, Мәскәү hәм шулай уҡ сит илдә — Нидерландтарҙа күргәҙмә залдарында ҡуйылған. Ансамблдең төп тәғәйенләнеше — концерттар ҡуйыу. Республика ҡалаларының, hәм унан ситтә күп кенә концерт майҙансыҡтарында сығыш яһағандар. Төрлө дәрәжәләге hәм масштабтағы конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, байрамдарҙа ҡатнашҡандар. «Аҡ ҡайын» ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, hәр ваҡыт тамашасыларҙа һоҡланыу уята. Быларҙың барыһына ла Валентина Иванованыn тырыш хеҙмәте һалынған.

Валентина Александровна уҡытыусылар, сыуаш үҙешсән коллективтары етәкселeре hәм китапхана хеҙмәткәрҙәре өсөн фольклор буенса күп семинарҙар үткәргән. Yҙенең белеме менән үҫеп килеүсе быуын менән дә уртаҡлаша, уларҙа туған мәҙәниәткә ҡарата мөхәббәт тәрбиәләй. Уның тарафынан ҙур аудио-hәм видеотека булдырылған, унда беҙҙең районда йәшәүсе сыуаш халҡының уникаль мираҫы йыйылған. Ул йыш ҡына уҡыусыларға, студенттарға hәм фәнни хеҙмәткәрҙәргә тикшереү hәм фәнни эштәр өсөн методик ярҙам күрһәтә. Коллектив ижадына күп кенә телевизион тапшырыуҙар бағышланған. БСТ-ның «Әбейем һандығы», «Ентешсем» («Яҡташтар»), «Тивлет» («Мираҫ»), Сыуаш дәүләт телерадиокомпанияһы өсөн беҙҙең районыбыҙҙың сыуаштары өсөн хас булған уникаль йола hәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе төшөргәндәр.

Йыйылған материал шул ҡәҙәр күп, коллектив шөғөлләнгән кабинет әкренләп «Тыуған йорт йылыһы » музейена әүерелгән. Һәр иҫтәлекле датаға яңы күргәҙмәләр ойошторола. Валентина Александровнаның һүҙҙәренә ҡарағанда, барлыҡ экспонаттарҙы ла ансамблдә ҡатнашыусылар ихлас күңелдән бүләк иткән, ә музей асылыу менән, унда килеүселәр ҙә буш ҡул менән килмәй.

Валентина Иванова актив йәмәғәт эшсәнлеге алып бара. Сыуаш милли конгрессының башҡарма комитеты ағзаһы, район сыуаш мәҙәниәте йәмғиәтенең башҡарма комитеты hәм шулай уҡ республика сыуаштарының Канашы (съезд) секретары булған. Мәҙәниәт өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. Ул — хеҙмәт ветераны, социалистик хеҙмәт еңеүсеһе, Сыуашстан Республикаһының мәҙәниәт hәм сәнғәт академияһының ағзаһы. «РСФСР китап яратыусылар йәмғиәтенең активисы» значогы, РСФСР Мәҙәниәт министрлығының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең үҙәк профсоюз комитетының, БР Мәҙәниәт министрлығы, БАССР Мәғариф министрлығының, Сыуашстан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милләттәр эштәре буйынса министрлыҡтың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

Бар ғүмерен үҙенең яратҡан эшенә бағышлаған ханым әле лә мәҙәни тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. Илhамды иһә сыуаш халҡының мәҙәни мираҫынан ала.

Марина ЯКОВЛЕВА.

Фото Валентина Иванованың шәхси архивынан.
Читайте нас: