Арыҫлан Мөбәрәков Белорет районының Ассы ауылында тыуған. Ата-әсәһенән йәшләй етем ҡалып 1919-1926 йылдарҙа Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. 1927 йылда яҙмыш уны Башҡорт сәнғәт техникумына алып килә. Техникумда мәшһүр режиссер һәм педагогог, Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский класында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағас Арыҫлан Мөбәрәковты яңы ойошторолған Икенсе Башҡор күсмә театрына (йәғни бөгөн уның исемен йөрөткән -Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театрына) режиссер итеп ебәрәләр. Художество яғынан Арыҫлан Мөбәрәков етәкселек иткән Икенсе Башҡорт Күсмә театры ике-өс йыл эсендә республиканың бик күп райондарын хеҙмәтләндерә, коллектив яңы ижади көстәр менән тулылана, яңы пьесалар ҡуйыла. Бер аҙҙан, коллектив нығынғас, Арыҫлан Мөбәрәков режиссерлыҡ белемен камиллаштырыу өсөн Мәскәүгә китә. Ҡайтҡас, яңы көс һәм илһам менән ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында дауам итә. Төрлө йылдарҙа актер һәм режиссер булып эшләй, художество етәксеһе, директор, баш режиссер вазифаларын башҡара.
Арыҫлан Мөбәрәков башҡорт театр сәхнәһенә «һынылыш миҙгеле» тип аталған, театр мәҙәниәтенә Станиславский системаһының индерелә башлаған миҙгелдәрендә аяҡ баҫа һәм ғүмеренең аҙағынаса -1977 йылға ҡәҙәр уға хеҙмәт итә, ҡабатланмаҫ ролдәр башҡара. В.Шекспирҙың «Отелло» трагедияһындағы Отелло роле башҡорт милли сәхнәһендә генә түгел, тотош илдең театр мәҙәниәтендә бер ваҡиға була.
Халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков илебеҙҙә 1940 йылда экрандарҙа сыҡҡан «Салауат Юлаев» фильмы буйынса айырыуса ныҡ танылды. Режиссер булараҡ театр сәхнәһендә ике тиҫтәгә яҡын спектакль ҡуйҙы, пьесалар яҙҙы.
Оло хеҙмәттәре өсөн Ленин ордены, «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнде, 1955 йылда уға СССР-ҙың халыҡ артисы тигән юғары исем бирелде, ә 1989 йылда, вафатынан һуң - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булды.
2013 йылда бөйөк артист оҙаҡ йылдар эшләгән, ҡабатланмаҫ ролдәр башҡарған туған театры янында, үҙе йәшәгән йорттан алыҫ түгел, баш ҡалабыҙҙың иң матур урынында уға һәйкәл асылды.