Апрелдә Өфөлә, Татарстан мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу барышында, күренекле татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыла.
Агентлыҡ яҙғанса, уҙған йылда республика Хөкүмәте ҡарары менән һәйкәл проектын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Конкурс комиссияһы алты проекттан иң яҡшыһын һайлап алды. Скульпторы — Владимир Дворник. Монумент Өфө «Нур» татар дәүләт театры алдында ҡуйыла.