Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Февраль 2019, 12:45

Башҡорт театрының сағыу йондоҙо

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат ИМАШЕВТЫҢ тыуыуына – 111 йыл.

Булат Имашев. Ошо исемде ишетеү менән күптәрҙең күҙ алдына профессиональ башҡорт театр сәнғәтенең башында торған, Вәлиулла Мортазин, Мәкәрим Мәһәҙиев кеүек күренекле сәхнә оҫталарының уҡыусыһы булған сағыу йөҙлө артистың, режиссерҙың портреты күҙ алдына баҫа торғандыр. Портреты тим, сөнки үткән быуаттың тәүге ярты йыллығында уҡ фажиғәле рәүештә донъянан киткән артисты күреп белеүселәр, замандаштары, уҡыусылары үҙҙәре үк арабыҙҙа һирәгәйгән. Әммә маһир сәнғәт әһеленең исеме башҡорт профессиональ театрының башында торған кеүек, алтын хәрефтәр менән театр тарихына яҙылған.

Уҡыусылар иғтибарына хәтирәләргә, гәзит материалдарына, архив документтарына нигеҙләнеп әҙерләнгән яҙмамды тәҡдим итәм.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр халыҡта. Булаттың да атаһы заманына күрә алдынғы ҡарашлы кеше була. Халыҡ көйҙәрен иҫе китеп тыңлаған, башҡаларҙы ла бейемәй сыҙамаҫлыҡ итеп бейегән Ғөбәйҙулла Әхмәтзәки улы Имашев русса таҙа һөйләшкән, «Искра» гәзитен алдырып уҡыған. Ялҡын кеүек холоҡло атайҙың бик күп сифаты балаларына ла күскән. Бигерәк тә өлкән улы Тимербулат үҙенең тәүәккәллеге, ҡыйыулығы, саялығы менән атаһына тартҡан. Һәр ерҙә, һәр эштә ғәҙеллекте яратҡан үҫмер белемгә ынтылыусан булып үҫә. Бишбүләк районының Аҙнай ауылында тыуып үҫкән 13 йәшлек Булат (мулла ҡушҡаны – Тимербулат) дуҫы Әхмәт Уразембәтов менән, 150 саҡрым араны йәйәү үтеп, Стәрлетамаҡҡа килә. Унан үҫмерҙәрҙе Ырымбурҙағы Каруанһарайға уҡырға ебәрәләр. Тап шунда буласаҡ артист драма түңәрәгенә барып эләгә лә инде. Тик, педагогия техникумы ябылыу сәбәпле, егеткә 1923 йылда Өфөгә күсергә тура килә. Йөҙгә иҫ китмәле матур, тик сәхнә өсөн генә яратылған йәш кешене күреп, Шәһит Хоҙайбирҙин, Дауыт Юлтый, Муса Мортазиндар уға уҡыуын дауам итергә кәңәш бирә. Өфөлә типографияға эшкә урынлашҡан Булат бындағы иң көслө драма түңәрәгендә шөғөлләнә башлай. Ҡаланың театр техникумына уҡырға ингән егетте, күп тә үтмәй, режиссерҙар коллегияһына ағза итеп алып, етди спектаклдәрҙе сәхнәләштереүгә йәлеп итәләр. Тап утыҙынсы йылдар башында театрҙа ҡуйылған спектаклдәрҙең күп уңышы артист Булат Имашевтың оҫталығына бәйле була. Уның сәхнәгә килеп сығыуы тамашасыға гипноз һымаҡ тәьҫир итә: йөҙ-ҡиәфәте, телмәре, эскерһеҙлеге, ихласлығы менән арбай. Әгәр уҡытыусыһы Мәкәрим Мәһәҙиев: «Ул публиканы тышҡы матурлығы, уйнауының йышылған техникаһы менән арбай», – тиһә, В. Ғәлимов: «Имашев көслө монологтары менән тамашасыны яулай», – тигән фекер әйтә. В. Мортазин менән «Ҡарағол», «Завод» һәм башҡа спектаклдәрҙе бергә сәхнәләштергән йәш артист А. Луначарский исемендәге ГИТИС-ҡа ситтән тороп уҡырға инә. Утыҙынсы йылдар уртаһына ул үҙ аллы унға яҡын спектаклде сәхнәгә сығара. Башҡорт драма театрында «Салауат Юлаев», «Һаҡмар», «Ҡарағол», «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» пьесаларында үҙе төп ролдәрҙе башҡарған оҫта артист тәүгеләрҙән булып «Ғәлиәбаныу», «Башмағым» (телевидение фондында Б. Имашев ҡуйған вариант һаҡлана), «Любовь Яровая» әҫәрҙәрен режиссер булараҡ сәхнәгә ҡуя.

1938 йылда Башҡортостанда Башҡорт опера һәм балет театры ойошторола һәм уның директоры, баш режиссеры итеп Булат Имашев тәғәйенләнә. Эйе, уның музыкаль белеме булмай, әммә моңло ғаиләлә үҫкән егет эске тойомлауы менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Замандаштары уның энтузиазмына, үҙендәге ялҡын менән башҡаларҙы ла тоҡандыра алыуына таң ҡала. Милли репертуар менән генә тамашасыны йәлеп итеп булғанын аңлаған режиссер Булат Имашев «Евгений Онегин» кеүек спектаклде сәхнәгә сығарғандан һуң, «Һаҡмар», «Сыңрау торна», «Аҡбуҙат», «Ҡарлуғас», «Мәргән», «Ашҡаҙар», «Ҡасҡын» кеүек әҫәрҙәре В. Вәлиев, Н. Чемберджи, А. Эйхенвальд, Х. Заимов, Э. Спадавеккиа кеүек композиторҙар менән бергә яҙыла. Заманының иң сағыу артистарының, оҫта режиссерҙарының береһе булған Булат Имашевтың хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан да баһалана – ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Әммә утыҙынсы йылдарҙың золомо билдәле режиссерҙы ла урап үтмәй. Асадулла Имашев, Төхвәт Йәнәби кеүек дуҫтары ҡулға алынғандан һуң, Булат Ғөбәйҙулла улына ла тимер рәшәткәләр артында булырға тура килә. Рәссам, К. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ҡатыны Ғәлиә Имашева менән уларға был осорҙа заман шауҡымын үҙ иңдәрендә татырға тура килә. Өс балалы ғаилә башлығына ерле-юҡлы ғәйеп тағып, халыҡ алдында түбәнһетеү маҡсатында, Башҡорт опера һәм балет театры директоры вазифаһынан бушатып, ҡулға алыусылар халыҡ күп йөрөгән урамдарҙан алып бара. Әлбиттә, бөркөттәй талпынып, ижад итергә, эшләргә, тип янып торған шәхестең күңеле яраланмай булмағандыр. Арыҫлан Мөбәрәков кеүек йәш артистарға ҡанат ҡуйырға өлгөргән режиссерҙы Учалы колхоз-совхоз театрын ойошторорға ебәрәләр. Бөтәһе лә аңлап тора – был үҙенә күрә йәшерен һөргөн була. Булат Имашев кеүек профессионалдарҙы ул заманда түгел, бөгөн дө көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табып булмай. Ә бар сағында – ҡәҙере юҡ. Уның кеүек халыҡ күңелен тойған рухлы профессионалдар ҡайҙа һуң? Учалыла ла Булат Ғөбәйҙулла улы юғалып ҡалмай: үҙешмәкәр түңәрәктә шөғөлләнеүселәрҙән коллектив төҙөп, Учалы театрын республиканың алдынғыларының береһе итә.

... 1946 йылдың 12 апрелендә була был хәл. Булат Имашевты тиҙ арала Өфөгә саҡырталар. Үҙе менән аҡса ла алырға ҡушалар. Пассажир поезына өлгөрмәгән атаҡлы режиссерҙың, актерҙың был һуңғы сәфәре була: тап 50 йыл элек Аҡмуллаға бысаҡ сәнселгән ерҙәрҙә тауар поезында башына ҡаты һуҡҡандан һуң, Имашев яҡты донъянан киткән. Уны кем, нимә өсөн һәм ниндәй маҡсат менән үлтергәнен берәү ҙә белмәй. Типһә – тимер өҙөрҙәй ирҙең, талпынып осор мәлендә ҡаянан атылып төшөрөлгән бөркөттәй, ҡапыл аранан китеүен театр сәнғәтен һөйөүселәр, замандаштары ауыр кисерә.

Әммә Булат Имашевтың исеме бөгөн дә онотолмай. Яҡташтары талантлы шәхес хаҡындағы яҡты иҫтәлекте мәңгеләштереп, быйыл Бишбүләк районының Аҙнай ауылында яңы музей асырға, алдына бюсын ҡуйырға, иҫтәлектәр китабы сығарырға ниәтләй. Әлегә тиклем Аҙнай ауылында Булат Имашевтың музейы мәктәп бинаһында урынлашҡайны. Әйткәндәй, ауылдың бер урамы артистың исемен йөрөтә, быйыл яңы ултыртылған паркты ла уның исеме менән атарға уйлайҙар.

Күренекле сәнғәт әһелдәре Ғәлиә һәм Булат Имашевтарҙың ғаиләһендә күркәм холоҡло, ил-йорт өсөн кәрәкле шәхестәр үҫкән. Өлкән улдары Вил – медицина полковнигы, ҡыҙҙары Эльмира – Королев исемендәге Мәскәү фәнни-техник институтының ғилми хеҙмәткәре, кесе улдары Урал – химия фәндәре докторы, академик.

Булат Имашев – башҡорт театры сәнғәтендә сағыу күренеш. Ул профессиональ театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, милли мәҙәниәтте ҙур сәхнәләргә сығарыусы. Ул, әйтерһең, халҡын, милли сәнғәтен күтәрер өсөн бейеклектәргә, бөйөклөктәргә талпынған бөркөт! Уның хозур талпыныуына, осошона, үҙенең мөһабәтлегенә ҡарап, милләттәштәре һаман һоҡлана, ғорурлана. Ә бит, бер ҡараһаң, ул бейеклеккә күтәрелә алыусылар тағы бармы?

Лариса АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: