Үткән быуаттың 30-сы йылдарында Өфөнөң мәҙәни үҙәге булып Луначарский (хәҙер С. Т. Аксаков баҡсаһы) исемендәге парк торған. Бында иҫ киткес акустикалы Йәйге театр була. Парк уртаһында асыҡ һәм ябыҡ эстрада майҙансығы, ә ағас бинала концерт-эстрада бюроһы урынлашҡан була. Ул бына шул буласаҡ Башҡортостан дәүләт филармонияһыны шишмә башы булып тора ла инде.
Баштағы мәлдә филармония составында ике эстрада бригадаһы була. Улар, ғәҙәттә, Башҡортостан музыка техникумының театр бүлеген тәмамлаған йәш артистар һәм үҙешсән сәнғәттә ҡатнашыусы йәштәрҙән торған. Беренсе концерттарҙа Башҡорт дәүләт академия драма һәм Опера һәм балет театрҙары артисттары ла актив ҡатнашҡан. Уларҙың күбеһе һуңыраҡ популярлыҡ яулай, республика сәнғәтенең ғорурлығына әүерелә. Улар — СССР-ҙың халыҡ артистары Арслан Мөбәрәков һәм Зәйтүнә Бикбулатова, РСФСР-ҙың халыҡ артистары Баныу Вәлиева, Ғәлимйән Карамышев, Александр Сутягин, Ғәзим Туҡаев, Ғабдрахман Хәбибуллин... Шулай ҙа филармонияға үҙҙәрен тулыһынса концерт эшсәнлегенә бағышлап, республика ҡалаларында, райондарында һәм унан ситтә сығыш яһар өсөн үҙ башҡарыусылары кәрәк була. Был эшкә республиканың беренсе халыҡ артисы, талантлы композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов алына һәм музыканттар тәрбияләүгә ҙур көс һала.
Филармония ойошторолоуҙың тәүге көндәренән үк Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәтенең Мәскәүҙә үтәсәк беренсе декадаһына актив әҙерлек башлана. Ул 1941 йылда үтергә тейеш була, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Күп кенә артистар фронтҡа китә.
Әмма һуғыш йылдарында ла республиканың мәҙәни тормошы туҡтап ҡалмай. "Үҙ сәнғәтең менән дошманды юҡ итеүгә ярҙам ит!" тигән лозунг филармония фойеһына эленә. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан артистарының концерттары уларға рухи көс биргән. Фронтта барлығы 17 концерт бригадаһы булып, улар 1789 концерт ҡуйған.
Һуғыштан һуң республикала тулы ҡанлы мәҙәни тормош тулыһынса тергеҙелә башлай. Ул йылдар йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Әсма Шайморатова, Петр Кукотовтарҙың таланты сәскә атҡан ваҡытҡа тура килә.
Яңы эстрада йүнәлешен эҙләү 50-се йылдарҙа инструменталь ансамблдәр төҙөүгә килтерә, уларҙың беренсе етәкселәре — Бәхти Ғайсин һәм Николай Голов. Фәриҙә Ҡудашева һәм Мәғфирә Ғәлиева менән күп йыллыҡ ижади хеҙмәттәшлек уларға ҙур популярлыҡ килтерә. Был ансамбдәр йырсылар И. Смаков, Н. Ҡадирова, Ш. Хәмәҙинуров, В. Мурзинға тормышҡа йүнәлтмә бирә.
Бөгөн өлкән быуын йырчы-музыканттар башлаған эште йәштәр дауам итә. Шуны раҫлап, 2 мартта “Йондоҙҙар парады — беҙҙә!” тигән ҙур концерт буласаөҡ. Филармонияны Ҙур залында, сәхнә ветерандары менән бер рәттән, бөгөн ялҡынланып ижад итеүсе сәхнә йолноҙҙары ҡатнашасаҡ.