Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Март 2019, 23:15

Ауыл сәхнәһендә – сәнғәт оҫталары

Һәммәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге һаналған театр темаһы бер быйыл ғына көн үҙәгенә сыҡмай, әлбиттә. Районыбыҙҙың мәҙәниәт усаҡтарында бығаса ла спектакль-тамашалар ҡуйылып килде, ә был исемле йыл халыҡ театрҙарының яңынан-яңы ижади һәләттәрен асырға ярҙам итер, моғайын.

Ҡаныҡай ауылының мәҙәниәт йортонда М.Кәримдең “Айгөл иле” сәхнәләштерелһә, дүсәндәр Ф.Бүләковтың “Бабай урлау” тигән комедияһы, ҡасҡындар Н.Асанбаевтың “Тыуған көн” спектакле менән ауылдаштарын һөйөндөрҙө. Аҙнай ауылының мәҙәниәт йортонда ла, әлеге көндә репетициялар дауам итә. Һәүәҫкәр артистар билдәле шағир Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый” исемле лирик комедияһын тамашасы хөмөнә сығарасаҡ.

Әҫәрҙең йөкмәткеһенә килгәндә, бер мәл төпкөл ауылға эшкә тип йәш врач килә. Ауыл хакимиәте башлығы ҡыҙҙы ҙур йорттарында сөкөрҙәшеп кенә йәшәп ятҡан Ғиззәт ҡарт менән Шәрифә инәй йортона фатирға индерә. Йондоҙ үҙенең юғары маҡсаттары, һылыулығы, маҡтаулы эштәре менән тиҙ арала ауыл халҡының ихтирамын яулай. Ә Ғиззәт ҡарт уға һоҡланып бағып, йәшлеген иҫкә төшөрөп, Йондоҙға ғашиҡ була?! Йөрәкһеп, хисләнеп күккә талпына, хатта үҙ ҡулдары менән самолет яһай...

Әлбиттә, пьесаға тотонғансы, барыһын да уйлап, һәр кемдең йәшен, буй-һынын, холоҡ-фиғелен күҙ уңында тотоп, ролдәрҙе бүлешкәндәр. Сәнғәт оҫталарының сығышын музыкаль яҡтан Зәлир Әлмөхәмәтов биҙәһә, Рәзинә Әлмөхәмәтова – суфлер.

Ролдәрҙе башҡарыусылар тураһында һүҙ сыҡҡас, уларҙы исемләп атамаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ. “Хыялый” комедияһында төп ролдәрҙе Флорида Шөғәйепова (врач ҡыҙ Йондоҙ), ауыл хакимиәте башлығы Хәйҙәр Хафизов (Сәлим), Мәжит Миһранов (Закир), Ғиззәт ҡарт менән Шәрифә ҡарсыҡ ролен иһә ирле-ҡатынлы Закир һәм Фидалиә Ситдиҡовтар башҡара.

Хәйҙәр Хафизов, Мәжит Миһранов һәм Флорида Шөғәйепова, Закир Ситдиҡов стажлы әртистәр, уларға театр «ауырыуы» күптән йоҡҡан. Ауыл мәҙәниәт йортондағы концерт-спектаклдәр уларҙан башҡа үтмәй.

- Беҙҙең күбебеҙ хаҡлы ялда инде, кистәрен репетицияға йыйылыу үҙе бер ял, бында ашҡынып киләбеҙ. Спектаклдә ҡатнашыу ҡанатландыра, үҙеңде бер башҡа үҫкәндәй тояһың, — тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлаша Закир Хөснөлхаҡ улы. - Заманында туғыҙ йыл мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләнем. Ул йылдарҙа үҙебеҙ ҙә драма түңәрәге ойоштороп, спектаклдәр ҡуя торғайныҡ. Әлеге лирик комедиялағы ролдәребеҙ ҙә үҙебеҙгә тап килеп торғандай.

Һәр нәмәгә ижади ҡарашы булған Закир ағай шиғырҙар яҙа, баянда уйнай һәм моңло итеп йырлай ҙа. Был пьесаны ла ул үҙе ижад иткән шиғыр менән башлай:

Хистәр тулышҡанда хыял биләп,

Йондоҙ һанай ғашиҡ йөрәктәр.

Һөйгән йәрҙәр ерҙә ҡауышҡанда

Ҡауышалармы икән йондоҙҙар.

— Спектакль ҡуйыу коллектив эш, килеп сығырмы тип, һәр беребеҙ өсөн борсолабыҙ. Репетицияға килһәк, донъябыҙҙы онотабыҙ, ҡайтҡы килмәй, — ти һәүәҫкәр артистар. — Шундай ижади мөхит тыуҙыра алған, беҙҙе илһамландырған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ.

Эйе, әлегә аҙнайҙар репетициялар яһай, декорациялар әҙерләй һәм сәхнә кейемдәрен барлай.

Ләйлә Ғүмәрова.
Читайте нас: