Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Март 2019, 14:24

‘Яңы идеялар менән йәш, креатив кешеләрҙе көтәбеҙ’

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уларҙың идеялары һәм тырыш хеҙмәттәре һөҙөмтәһендә ауылдарыбыҙ ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәй. Тап бына мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән халыҡ традициялары һаҡлана, идеялар һәм проекттар тормошҡа ашырыла, район халҡы һәм ҡунаҡтары күңелендә матур тәьҫирҙәр ҡалдыра торған дөйөм саралар үткәрелә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан район хакимиәтенең мәҙәниәт комитеты рәйесе Елена Павловна Арефьева менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамға ниндәй һөҙөмтәләр менән килеүен һөйләгеҙ әле?

- Районда 61 мәҙәниәт учреждениеһы – 31 клуб, 26 китапхана, өс муниципаль музей һәм һәм бер Балалар сәнғәт мәктәбе. Уҙған йылдв беҙ уңышлы тамамланыҡ, масштаблы структур үҙгәрештәр мәҙәниәт өлкәһендә булманы.

Өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. 2017-2018 уҡыу йылында Балалар сәнғәт мәктәбендә ндә 130-ға яҡын бала уҡыһа, 2018-2019 йылдарҙа 200-ҙән ашыу бала. Был Балалар сәнғәт мәктәбе администрацияһы тырышлығы менән барлыҡҡа килде. Бөгөн Бишбүләк ауылының 2-се һанлы урта мәктәбендә рәсем сәнғәте. Ҡыңҡыр-Мәнәүез музыка бүлеге асылды.

Сәнғәт йүнәлешендәге конкурстарҙа, китапхана һәм музей эше буйынса ҡатнашабыҙ, үҙ биләмәләребеҙҙә “Аҡ шишмә” төбәк-ара конкурсы үткәрелде. Музей берләшмәһе Кәрим Хәкимовҡа бағышланған Бөтә Рәсәй интернет-конкурсы үткәрҙе. Үҙәк район китапханаһы мордва телендә шиғыр һөйләүселәрҙең “Туған һүҙ” Республика конкурсы үткәрҙе. Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң, бар республика тиерлек ҡатнашты. Фәтих Кәримдең шиғырҙарын һөйләүселәр конкурсын район проекты булараҡ башлап ебәргәйнек, ә ул республика проекты әүерелде. Уҙған йыл Сыуашстан Республикаһы уҡытыусылары ҡатнашлығында мәҙәни-ял учреждениелары һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренең республика семинары уҙҙы. Проект эшмәкәрлеге буйынса музей берләшмәләре, китапхана системаһы бик яҡшы эшләй. Улар проекттар яҙа, ғаризалар ебәрә, йыл һайын грант алыуға бәйле конкурстарҙа ҡатнаша һәм еңә.

- Быйыл нимәләр эшләргә йыйынаһығыҙ?

- 29 мартта “Тылсымлы моңдар” башҡорт фольклор коллективтарының Республика фестивален үткәрергә планлаштырабыҙ. Был беҙҙең өсөн бик яуаплы, эш күләме ҙур буласаҡ. “Аҡ шишмә” төбәк-ара конкурсын, мордва милли мәҙәниәтенең традицион республика байрамын “Ер-әсә йырҙары”н үткәрергә планлаштырабыҙ, унда республика ҡунаҡтарын сакырасаҡбыҙ. Яңы коллективтар менән танышыу ҡыҙыҡлы булыр ине. Әҫәрҙәрҙе мордва телендә уҡыу конкурсын дауам итәсәкбеҙ. “Мордва милли мәҙәни үҙәге” республика ижтимағи ойошмаһы менән берлектә конкурс үткәрергә уйлайбыҙ. Татар мәҙәниәтен популярлаштырыу буйынса проект өҫтөндә эшләйбеҙ.

- Хеҙмәт коллективы тураһында бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.

- 2020 йылдан алып беҙ һөнәри стандарттар буйынса эшләргә тейеш. Ҙур эш башҡарылды, һәм 2019 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреүҙә ярҙам итеү дауам ителә. Күп кенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре техникумға уҡырға ингән. Кемдер өҫтәмә белем ала. Етәкселәр Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһында яңынан уҡыу үтә. Беҙҙең уҡып йөрөгән студенттарыбыҙ ҙа бар. Беҙ улар үҙ төбәгенә эшкә ҡайтһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға әҙер. Беҙ халыҡ өсөн тырышабыҙ һәм шуға ынтылабыҙ ҙа.

- Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы нисек яҡшыра?

- Районда Баҙлыҡ һәм Дүсән ауылдарында ике күп функциялы мәҙәниәт үҙәге, Дүсән. Баҙлыҡ, Уҫаҡ-Кисеү, Ҡыңғыр-Мәнәүездә дүрт моделле китапхана бар. Барлыҡ китапханаларҙа ла ауыл биләмәләре үҙәктәрендә Интернетҡа тоташтырыу мөмкинлеге бар. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеүҙә һәм эштә ярҙам итә ала. Бишбүләк китапханаһындаберләшмәләрҙән файҙаланыу үҙәге бар, был Күп функциялы үҙәктең аналогы.

- Мәҙәниәт учреждениеларында ниндәй проблемалар бар?

- Айыт, Сиҙәкбаш ауылы мәҙәниәт йорттарын ныҡлап төҙөкләндереү өсөн нисә йыл көрәшәбеҙ. Ҡайҙалыр ағас тәҙрәләрҙе пластикка, ишек блоктарын, йылытыу системаһын алыштырырға кәрәк, ҡайҙалыр һыуүткәргес юҡ. Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында 26 клуб ремонтҡа мохтаж.

- Мәҙәниәт Комитеты етәксеһе булараҡ, һеҙ нимә тураһында хыялланаһығыҙ ?

- Эшкә яңы идеялар менән яныусы йәш, креатив кешеләр килеүен теләйем. Хореографтарҙы һәм музыканттарҙы көтәбеҙ. Беҙ ведомстволы торлаҡ, яҡшы хеҙмәт хаҡы тәҡдим итәбеҙ.

- Яңы мәҙәни саралар көтөләме?

- Биҙәү-ҡулланма сәнғәтен үҫтерергә планлаштарыбыҙ. Был яҡтан “Башҡортостанда эшләнгән” үҙешсән сәнғәт конкурсы ярҙам итер, тип өмөтләнәм. Үҙешсән сәнғәт номерҙарынан тыш, район предприятиелары һәм ойошмалары, ауыл биләмәләре декоратив-ғәмәли эштәр күргәҙмәләре лә тәҡдим итәсәк. Планда – ауылдарҙың милли аштары менән таныштырыусы гастрономик байрамдарҙы һәм фестивалдәрҙе үҫтереү, республика халҡын һәм туристлыҡ төркөмдәрен йәлеп итеү теләге бар. Сөнки беҙҙең күрһәтерлек нәмәләр бар. Туризмды үҫтерегә ниәтләйбеҙ: программаны, шул иҫәптән мәҙәни-танып белеү маршруттарын эшләү буйынса эш алып барыла. Параллель рәүештә сувенир продукцияһы яһау оҫталары менән дә эшләйбеҙ. Беҙҙә оҫталар күп. Етди әйберҙәр яһайҙар. Уларҙы Бишбүләк районының тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырыусы сувенир, бредлы продукция әҙерләүгә йүнәлтергә теләйбеҙ.

- Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан коллегаларығыҙға теләктәрегеҙ?

Һаулыҡ, ғаиләләрҙә аңлау булһын, сөнки, ябай табын артына йыйылғанда, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, башҡа ғаиләләргә байрам ойоштороу өсөн, клубҡа йыш йөрөргә тура килә. Яңы сағыу идеялар һәм ижади проекттар, зул тулы тамашасылар, яңы фекерҙәштәр һәм ижади үрҙәр теләйем.

Ирина Михайлова әңгәмәләште
Читайте нас: