Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Апрель 2019, 23:54

“Тылсымлы моңдар“ сәнғәт оҫталарын үҙенә йыйҙы

Республиканың төрлө төбәктәрендә башҡорт милли йолаларына нигеҙләнгән фольклор байрамдары, йыйындар үтеп тора. Шундай сағыу мәҙәни сара – “Тылсымлы моңдар“ республика башҡорт фольклор фестивале Бишбүләк ерендә лә булды.

Ун йылдан ашыу уҙғарылып килгән фестиваль башҡорт халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән. Бишбүләк Мәҙәниәт һарайында үткән әлеге фестиваль айырыуса әһәмиәтле ине, сөнки ул башҡорт халҡының олуғ улы, ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы, С.Юлаев ордены кавалеры. С.Юлаев һәм Ж.Кейекбаев, М.Аҡмулла премиялары лауреаты Әхмәт Сөләймановтың яҡты иҫтәлегенә бағышланғайны. Белеүебеҙсә, башҡорт халыҡ ижадын туплауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән беҙҙең районға ла Әхмәт Мөхәмәтвәли улы бер нисә мәртәбә жюри рәйесе булараҡ килде.

Һәр байрам сараһы кеүек, районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәренә үҙ-ара татыу йәшәүен сағылдырған “Хазина” (башҡорт халыҡ фольклор) ансамбле, “Мерчен” (сыуаш халыҡ ансамбле), “Аҡ ҡалфаҡ” ” (татар халыҡ ансамбле), хорегография ансамбле “Шут”, рус халыҡ “Живая вода” ансамблдәре сығышынан һуң, сәхнә түренә Бишбүләк районы хакимиәтенең урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Мөхлис улы Зарипов күтәрелде. Ул, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, барыһына ла уңышлы ижади эш көнө теләне. Шулай уҡ мәҙәни сараға йыйылған халыҡты, фестивалдә ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы Әхмәт Сөләймәновтың ҡыҙы - филология фәндәре докторы, Тарих, тел, әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова ла йылы тәбрикләне.

- Беҙ ҡунаҡсыл Бишбүләк ерендә бындай байрамға килеүбеҙгә шатбыҙ. Бер яҡтан, был шатлыҡлы, икенсе яҡтан, моңһыу ҙа, сөнки Әхмәт Сөләйманов үҙе ошонда булырға тейеш ине, – тип залдағыларға мөрәжәғәт итте ул. - Ул гел ‘Башҡорт халҡы булған, башҡорт халҡы буласаҡ” тип әйтергә ярата ине. Әле булһа, уның бейеүҙәрен бейейҙәр, әйтештәрен әйтәләр икән, тимәк, уның эше дауам итә. Һеҙ рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлау өҫтөндә эшләйһегеҙ, халкыбыҙҙың милли-мәҙәни хазинаһын быуындан-быуынға тапшырыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.

Әйтергә кәрәк, йылдан-йыл республика фольклор байрамында ҡатнашыусылар даирәһе лә киңәйә бара: беҙҙең районда дүртенсе тапҡыр үткән был мәҙәни сараға көньяҡ-көнбайыш зонаһына ингән райондар ғына түгел, ә Салауат, Өфө, Благовещен һ.б. райондаранан 270-кә яҡын кеше бер сәхнәгә йыйылып, фольклор буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Сығыштарҙа халҡыбыҙҙың бай мәҙәни рухи мираҫы, боронғо йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр сағылыш тапҡайны.

Байрамды алып барыусы, район Мәҙәниәт һарайы методисы Зулиә Такетдинова ижади коллективтар менән таныштырып үткәндән һуң, тәүгеләрҙән булып сығыш яһаған Дәүләкән районынан “Гәүһәр” ансамбленең (етәксеһе Юлия Яһүҙина) “Тыуған еремде данлайым“ тигән сәхнә күренеше, ысынлап та, гүзәл Башҡортостаныбыҙға мәҙхиә булып яңғыраны. “Тылсымлы моңдар“ байрамында күп тапҡырҙар ҡатнашҡан Бүздәк районының Ҡаңлы-Төркәй ауылынан “Заһиҙә” башҡорт халыҡ ансамбле (етәксеһе Заһидә Кәримова) был юлы “Буҙа яһау” йолаһын күрһәтте, улар хатта үҙҙәре әҙерләгән милли эсемлекте күстәнәс итеп алып килгәйне. Әлшәйҙәр – Себенле ауылының “Дим буйы биҙәктәре” фольлор ансамбле һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың ҡабат тергеҙелә башлаған кәсебе - “Шәл бәйләү өмәһе”н күрһәтте. Өфө районының “Йәшмәләр” (етәксеһе Рита Ҡотлоярова) башҡорт халыҡ фольклор ансамбле өлкән йәштәгеләрҙең күңел түрендә бөгөн дә яҡты хәтирә булып һаҡланған, халҡыбыҙҙың йырлы уйындар, шаян такмаҡтар менән үрелеп барған “Аулаҡ өй”ҙө күрһәтеүе бик уңышлы булды. Күп кенә коллективтар көнкүреш йолаһы – ғаиләлә сабый тыуыуы менән бәйле булған репертуарҙы һайлаған. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһының “Урал-батыр“ мәҙәниәт үҙәгенең “Ләйсән“ фольклор ансамбле “Йүргәк туйы“, Благовещен ҡала мәҙәниәт һарайының “Айбар“ ансамбле (етәксеһе Айнур Назаров) “Бәпес күреү“ күренешен тәҡдим итте. Башҡаларҙан милли кейемдәре менән айырылып торған Салауат районы Малояҙ ауылы район мәҙәниәт йортоноң “Шәрҙәле” фольклор төркөмөнөң (етәксеһе Нәсимә Ямалиева) туй йолаһына бәйле “Димләү“ күренеше һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Был ҙур күләмле мәҙәни сарала районыбыҙҙың башҡорт ауылдарынан – Ҡаныҡай һәм Аҙнай мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны. “Зөбәржәт” фольклор ансамбленың (етәксеһе Әминә Абдрахманова) “Бирнә һандығы” йолаһы ла тамашасыларға бик хуш килде. Элек ҡыҙҙарҙы кейәүгә оҙатҡанда нимә кәрәк булһа, барыһын да әҙерләп алып килгәйне улар: сүпләм ашъяулыҡтар, ҡашмау, түбәтәй, сигелгән алъяпҡыс-ҡулъяулыҡтар һ.б. “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле лә етәксеһе (Рита Шәймәрҙәнова) туй йолаһына бәйле “Киске мәжлес” фольклор күренешен тәҡдим итеп, кисәгә йәм өҫтәне. Әйтергә кәрәк, фольклор төркөмө барлыҡҡа килгәндән алып, һәр саҡ үҙе йөрөткән исемде аҡлап, репертуарына ошо ерлектә ижад ителгән һәм башҡарылған йыр-моңдо, бейеүҙәрҙе, йолаларҙы индерергә тырыша.

Фестиваль күршеләребеҙ – Миәкә районының башҡорт ауылдарының фольклор коллективтары сығышы менән дауам итте. Илсеғол ауылың “Мираҫ” фольклор ансамбле (етәксеһе Фидәлиә Ниғмәтулина) “Һандыҡ елләтеү”, Боғҙан ауылының “Димкәй” фольклор ансамбле (етәксеһе Ханнав Садыҡов) “Балаҫ йыуыу”, Сафар ауылының “Дим биҙәктәре’ ансамбле ”Кәкүк сәйе”н тәҡдим итте.

Шуныһы ҡыуаныслы булды: район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә милли кейемдәге өлкәндәр генә түгел, ә кесе йәштән алып, 16 йәшкә тиклемге сәнғәт һөйөүселәр ҙә үҙҙәренең сағыу сығыштары менән һөйөдөрҙө. Туймазы ҡалаһының өҫтәмә белем биреү мәктәбенең «Балалар музыка мәктәбе»нән «Сөмбөлә» фольклор коллективы (етәксеһе Альбина Зарипова) “Ҡар һыуына барыу” йолаһын, Бишбүләк балалар сәнғәт мәктәбенең «Моң шишмәһе» ансамбле (етәксеһе Дарья Федорова) «Ҡарға бутҡаһы» йолаһын, Миәкә районының «Уҡыусылар һәм пионерҙар йорто»ның “Сулпылар” (етәксеһе Гөлсирә Ғайнанова) ансамбле халҡыбыҙҙың йырлы-бейеүле уйынын сағылдырған “Күңелле Дим буйында” тигән тамашаны сәхнәләштерҙе. Балаларҙың ихлас һәм бирелеп уйнауы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Фестивалдә ижади коллективтарҙың сығышын абруйлы сәнғәт эшмәкәрҙәре: жюри рәйесе, филология фәндәре докторы, Тарих, тел, әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова, Рәсәй фәндәр академияһының Өфөләге федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса төп белгесе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина, Башҡорт дәүләт университетының этика, культурология һәм йәмғиәт менән бәйләнеш кафедраһы етәксеһе, философия фәндәре докторы Ләйсән Әхмәт ҡыҙы Итҡолова һ.б. баһаланы.

Бәйгелә сығыш яһаусыларҙың барыһының да тиерлек сәхнәнән алыҫ торған һөнәр эйәләре булыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың башҡарыу оҫталығына һоҡланырға ғына ҡала. Бигерәк тә балаларҙың халыҡ ижадының өлгөләрен оҫта башҡарыуы жюри ағзаларының да, залда ултырған тамашасыларҙың да күңеленә хуш килде.

Мәҙәниәт һарайы был көндә милли көйҙәрҙән, тәңкә сыңлауынан, ҡумыҙ һәм ҡурай моңдарынан яңғырап торҙо. Төшкө тәнәфес мәлендә, һәр кем фойела ҡуйылған күргәҙмәләрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны. Бында электән үк аҫалы балаҫтары менән дан тотҡан Дим төбәге ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре менән танышырға мөмкин ине. Әлшәй балаҫтарының биҙәктәре менән “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Мөфтиева таныштырһа, Миәкә районының Таймьян-Таймаҫ ауылы оҫтаһы Мөгөлсем Идрисованың энә менән эшләнгән балаҫтары һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырҙы. Беҙҙең районыбыҙҙа ла, ҡул эштәренә маһир оҫталар бар. Күргәҙмәгә ҡуйылған балаҫтар араһынан Гүзәл Ғилметдинова (Уҫаҡ-Кисеү), Хәмиҙә Хәйретдинова (Ҡунаҡҡол), Светлана Павлова (Киҫтәнле – Боғҙан), Сара Вильданова (Ҡасҡын), Айгөл Ғәлиеваларҙың (Кәрим) күркәм эштәре билдәләнде.

Туймазы ҡалаһынан “Тамға” ижад берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова үҙенең ҡул эштәре күргәҙмәһен йәйелдергәйне. Учалы ҡалаһынан килгән Азат Хәбибуллиндың сувенирҙар күргәҙмәһе лә бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. “Курай+” студияһы әйберҙәре араһында исемдәре яҙылган ағас шкатулкалар, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы - ҡурай, шулай уҡ семәрләп эшләнгән тирмә, сувенир-сәғәт, биҙәкле ҡумталар һатыуҙа бар ине. Ә Өфөнән килгән милли стилдә биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Зөлфиә Насирова янында айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар күп булды. Улар күңелдәренә оҡшаған түшелдерек, һырға, беләҙек һайлап алды. Быларҙан тыш, байрам ҡунаҡтарына үҙәк ашхана хеҙмәткәрҙәре ҡамыр ризыҡтары һәм сәй тәҡдим итте.

Фестиваль барышында, ансамбль етәкселәре менән “Дим буйы башҡорттарының фольклор үҙенсәлеге” тигән тема буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре элементтарын әҙерләү буйынса һәм традицион уҡтан атыу оҫталығына дәрестәр үткәрелде. Өфө ҡалаһының «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы оҫталары Фәнүзә Аллағолова һәм Фәнисә Минғәлиева түшелдерек һәм ҡашмау эшләү буйынса ҡатын-ҡыҙҙарға бушлай оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Теләгән һәр кем үҙенә ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан ҡашмау һәм түшелдерек өлгөһөн киҫеп алды. Ә икенсе ҡатта, ир-егеттәр Башҡортостан Республикаһының «Мәргән уҡсы» автономлы коммерцияһыҙ ойошмаһы директоры һыбай атыш һәм ябай уҡтан атыу спортын үҫтереүсе Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин етәкселегендә уҡтан атып, мәргәнлектә үҙҙәрен һынап ҡараны. Әлбиттә, араларында батыр йөрәкле ҡыҙҙар ҙа бар ине.

Әлеге мәҙәни сараның йомғаҡлау өлөшө - Гала-концерт менән тамамланды. Еңеүселәрҙе сәхнәгә саҡырып тәбрикләү тамашасыларҙың көслө алҡыштары аҫтында үтте. был сарала төп бүләкте – Гран-приҙы Аҙнай ауылының «Хазина» халыҡ фольклор ансамбле алды.

Бәйгелә ҡатнашыусылар махсус приздар менән бүләкләнде: «Башҡорт милли аш-һыуын популярлаштырғаны өсөн» - Бүздәк районының “Заһиҙә” башҡорт халыҡ ансамбле (етәксеһе Заһиҙә Кәримова), «Фольклор үҙенсәлеге өсөн» Шишмә районының “Гөлнәзирә” ансамбле (етәксеһе Сәүиә Ғафарова), «Башҡорт фольклорының традицион жанрҙарын популярлаштырғаны өсөн» Ҡаныҡай ауылының фольклор ансамбле (етәксеһе Әминә Абдрахманова), «Ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалағаны өсөн» Бәләбәй ҡалаһының “Урал-батыр“ мәҙәниәт үҙәгенең “Ләйсән“ фольклор ансамбле (етәксеһе Айнур Әбүбәкиров) Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина ҡулынан алды. Шулай уҡ баһалама ағзаһы, Пермь өлкәһе, Барҙа районының туған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альберт Рәфил улы Мәхмүдов III дәрәжә дипломға лайыҡ булған коллективтарҙы - Миәкә районының Боғҙан ауылының “Димкәй” фольклор ансамблен, Салауат районы Малояҙ ауылы район мәҙәниәт йортоноң “Шәрҙәле” фольклор төркөмөн (етәксеһе Нәсимә Ямалиева), Благовещен ҡалаһының “Айбар” башҡорт фольклор төркөмө (етәксеһе.Айнур Назаров) һәм балалар араһында - Миәкә районының “Гөрләүек” балалар ансамблен (етәксеһе Нәсимә Шәяхмәтова) ҡотлап үтте. Башҡорт дәүләт университетының этика, культурология һәм йәмғиәт менән бәйләнеш кафедраһы етәксеһе, философия фәндәре докторы – Ләйсән Әхмәт ҡыҙы Итҡолова иһә Әлшәй районының «Дим ынйылары» (етәксеһе Элиза Нәғимова) һәм Сафар ауылының мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Дим биҙәктәре» ансамбленә, шулай уҡ Бишбүләк балалар сәнғәт мәктәбенең «Моң шишмәһе» (етәксеһе Дарья Федорова) һәм Миәкә районының “Сулпылар” (етәксеһе Гөлсирә Ғайнанова) ансамбленә II дәрәжә диплом тапшырҙы. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова сағыу сығыштары менән һоҡландырған Өфө районының «Йәшмәләр» (етәксеһе Рита Ҡотлоярова) башҡорт халыҡ фольклор ансамблен һәм Туймазы «Балалар музыка мәктәбенең» «Сөмбөлә» (етәксеһе Альбина Зарипова) йыр ансамбленә I дәрәжә диплом тапшырҙы.

- “Тылсымлы моңдар“ башҡорт фольклор фестивале йола буйынса, ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Был киң күләмле сараға республиканың төрлө төбәгенән беҙгә 19 коллектив килде. Бар сығыштар ҙа иғтибарға лайыҡ ине, фестиваль яңынан-яңы асыштар алып килә, яңы таланттар табырға ярҙам итә, – тип үҙ уй-кисерештәре менән уртаҡлаша Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Елена Арефьева. – Әлбиттә, һәр сығышты ҡарап, баһа биргән жюри тарафынан етешһеҙлектәр ҙә билдәләнмәй ҡалманы, мәҫәлән, сығыш яһаусыларҙың үҙ-үҙен тотошо, кейем йәһәтенән иҫкәрмәләр булды.

Бер нисә сәғәт дауамында мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә төрлө-төрлө фольклор коллективтары күтәрелде, халыҡ ижады ынйылары үҙ таланты менән балҡып, башҡорт халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм уйындарын күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, Әхмәт Сөләймановтың 80 йәшлек юбилейына ҡарата уҙғарылған фестиваль ысын мәғәнәһендә башҡорт халҡының бай рухи хазинаһын бар яҡлап асып һалды.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.
Читайте нас: