Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Август 2019, 15:46

Дим буйында байрам

Бындай данлыҡлы байрамды — яңғырауыҡлы күңелле музыка hәм бихисап халыҡ ҡатнашҡан ауыл байрамын Набережный халҡы хәтерләмәй ҙә торғандыр.

. Уны үткeреү буйынса икеләнеүҙәр тәүҙә булманы түгел, әммә ул ауыл Советы хәкимиәте, әлеге ерлектең инициативалы граждандары hәм унда тыуып-үҫкән кешеләрҙең тырышлығы менән тормошҡа ашырылды. Мәҙәни сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тырышҡан. Байрам өмөттө тулыһынса аҡланы — кешеләр рухланды hәм ҙур илдең төрлө мөйөштәренән кесе ватанға йышыраҡ йыйылыу, данлы үткәндәрҙе иҫкә алыу, бер-берең менән йәнәшә ултырыу, аралашыу, киләсәккә пландар төҙөү өсөн яҡшы кәйеф алды.

Тораҡ пункт yҙенең тәүге атамаһын 1931 йылдан башлап йөрөтә, был урындарҙа Дим йылғаһының уң яҡ ярында, 1930 йылда ойошҡан «Дим» совхозының 4-се фермаһы эшләй башлай. 1939 йылдан 4-се ферма Бикҡол ауыл Советы составына инә. 1959 йылдан бирле ул Дим ауыл Советы ҡарамағында була. Ул ваҡытта бында 90 хужалыҡ иҫәпләнә, унда 493 кеше йәшәй. Төп халыҡ — 466 кеше — башҡорттар. 1969 йылдан башлап башланғыс мәктәп эшләй башлай. 1977 йылдың 1 ғинуарына тораҡ пунктта райпо магазины, үҙенең кино ҡоролмаһы булған клуб, ауыл китапханаһы булған. 82 йортта 329 кеше йәшәгән. Бишбyләк район Советы Башҡарма Комитетының 1985 йылдың 25 апрелендәге ҡарары менән Дим совхозынан айырылып сыҡҡандан һуn, уның «Южный» ауыл хужалығы кооперативының 4, 5 hәм 7 бyлексәләре ойошторола. Һәм шул уҡ йылда Южный ауыл Советы барлыҡҡа килә. Яңы хужалыҡ төҙөлгәс, халыҡ яҡшыраҡ тормошҡа өмөтәләнеп, бында күпләп килә башлай. 1995 йылдың 1 октябренә 119 шәхси йортта 471 кеше йәшәгән, шуларҙың 228-ҙе башҡорт, 155 татар, 61 рус hәм 27 мордва. Ауылда ике ҡатлы төп дөйөм белем биреү мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты hәм ауыл Мәҙәиәт йорто була. Yҙгәртеп ҡороу йылдары, барлыҡ илдәге кеүек yк, үҙгәрештәр индерҙе, ауыл халҡының киләсәккә булған ышанысы аҡланманы. Кешеләр унан ҡала һәм район үҙәгенә китә башлаһа ла, тыуған ергә тартылыу ҡала килә. Нәҡ бына шуға күрә, Набережный ауылынан сыҡҡан күп кенә кешеләр, сараның бағыусыһы булып, тыуған яҡ саҡырыуына яуап бирҙе. Байрамға биш йөҙгә яҡын кеше йыйылғайны. Бишбyләк ауылы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Дим йылғаһының матур ярында шарҙар, флагтар hәм микрофондар менән матур сәхнә урынлаштырҙылар. Бында шулай уҡ эске биҙәлешле башҡорт тирмәләре hәм ҡул эше оҫталарының әйберҙәренән бай күргәҙмә ҡуйылғайны. Дим ауыл Советының Боголюбовка, Аҙнай, Дим һәм Тулыбай ауылының һәүәҫкәр артистары «Минең ауылым — һин йыр hәм риүәйәт» тигeн ҙур концерт программаһы әҙерләгән. Байрам башланғансы, ауыл, тыуған яҡ тураһында рус, башҡорт hәм татар телдәрендә лирик hәм моңло йырҙар яңғыраны. Байрам тамашаһын «Гармунсы булһын йәрең» фольклор музыкаль композицияһы менән «Аҡ ҡалфаҡ» татар фольклор ансамбле асып ебeрҙе.

— Тәбиғәт беҙгә бөгөн ҡояшлы көн бyләк итте, йөҙҙәрегеҙ ҙә ҡояш кеүек балҡый. Бөгөн беҙҙә байрам. Был көн календарҙа билдәләнмәһә лә, беҙ уны ауылыбыҙ тарихы йылъяҙмаһында ҡыҙыл төҫ менән билдәләп үтәсәкбеҙ. Урмандар hәм яландар араһында тын йылға аға торған урында ҡасандыр тәүге күсеп килеүселәр бер нисә йорт төҙөп ҡуйған, - тип байрамды Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Михайлович Ходак асты. Район хәкимиәте башлығы исеменән Набережный ауылы халҡын hәм ҡунаҡтарын район хәкимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Вадим Булатов та халыҡты сәләмләп үтте. Вадим Вәлиулла улы йыйылыусыларға тораҡ пунктты төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе hәм был матур урында тыуып-yҫкән, тыуған яҡҡа ҡарата мөхәббәт бер ҡасан да бөтмәҫ илһам бирер тигән ышаныс белдерҙе. Ул һәммәһенә лә һаулыҡ, уңыштар hәм бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойоштороуҙарын теләне. Ауыл биләмәһе башлығы Сергей Ходак бүләктәр тапшырҙы.

— Бөгөн беҙ тыныс хеҙмәт итә, шатлана hәм балаларыбыҙҙы тәрбиәләй алһын өсөн тырышҡан кешеләрҙе хөрмәт итәбеҙ hәм хәтерләйбеҙ! Еңеү өсөн бар көсөн һалған геройҙарыбыҙ ярҙамында беҙ киләсәккә пландар ҡорабыҙ hәм иртәгәһе көн тураһында тыныс ҡына уйлай алабыҙ. Беҙҙең сарала ла еңеүселәр быуыны, хеҙмәтсәндәр hәм яҡты киләсәк төҙөүселәр — тыл, хеҙмәт ветерандары hәм һуғыш осоро балаларын хөрмәтләйбеҙ. Флүрә Садиҡ ҡыҙы Ғәлләмова, Өмәмә Сәетмөхәммәт ҡыҙы Ғайсина, Елизавета Петровна Волкова, Вениамин Ефремович Харитонов, Миңниса Насретдин ҡыҙы Әһлиуллина, Минеямал Усман ҡыҙы Брыксина, Миңленур Сәрьяр ҡыҙы Ғәҙелшина, Виллин Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов, Фәниә Насир ҡыҙы Мортазина, Нурия Хәйрулла ҡыҙы Сөләйманова, Миңлесәғит Гәрәй улы Фәритов, Венера Нурмөхәммәт ҡыҙы Фазылова, Әминә Усман ҡыҙы Хәкимова, Сафия Хәкимулла ҡыҙы Шәрипова, Фәния Насир ҡыҙы Мортазина, Нурия Хәйрулла ҡыҙы Сөләйманова. Йылдар аша үҙ мөхәббәтен hәм бер-береһенә булған ихтирамын һаҡлап ҡалыусыларҙы ла хөрмәтләйбеҙ. Yҙ ғаиләһенең нигеҙен лайыҡлы итеп һалыусылар, бер-береһенә терәк булып, булғандың ҡәҙерен белеyселәр, ләкин hәр ваҡытта ла күберәккә ынтылырға онотмағыҙ. Улар — Рәйес Сафуан улы hәм Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы Латиповтар — 45 йыл бер һуҡмаҡтан атлаусы парҙар. Нәркиз Мотиғулла улы hәм Анна Петровна Фәйзуллиндарҙы, Станислав Виллинович hәм Фәнүрә Миңнулла ҡыҙы Ғәлимйәновтарҙы, Таhир Әсҡәт улы hәм Ғәлиә Виллин ҡыҙы Вәлиевтарҙы 30 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ. Азат Шәфҡәт улы hәм Флүрә Кинйәбуз ҡыҙы Әхмәтйановтарҙы бергә ғүмер итеүҙәренең 35 йыллығы менән ҡотлайбыҙ. Туйҙан алған хистәрегеҙҙең һүнмәүе, ә тәрәнерәк hәм көслөрәк булыуы нисек һоҡланғыс! Ғаиләгеҙҙә һәр ваҡыт үҙ-ара аңлашыу, хөрмәт hәм мөхәббәт хөкөм итһен! Бер-берегеҙҙе яратығыҙ hәм ҡәҙерләгеҙ, ғаиләгеҙ ныҡлыраҡ hәм бәхетлерәк булһын! Күп балалы ғаиләләргә шулай уҡ иҫтәлекккә бүләктәр тапшырылды. Шәхси хужалыҡтар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы ишек алдары приздарға лайыҡ булды. Яҡташтар, активистар, инициаторҙар ярҙамы менән ғаилә, дустар hәм таныштар даирәһенә шундай йыйылыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Набережный ауылы байрамы бик матур концерт программаһы башҡа бик күп үҙешсән артисттар әҙерләгән матур концерт программаһынан башҡа тулы булмаҫ ине, моғайын. Былар «Сударушка» вокаль ансамбле (ет. Наталья Филиппова, Боголюбовка ауылы), Пискуновтарҙың ғаилә ансамбле (Дим ауылы), «Аҡ ҡалфаҡ» татар халыҡ фольклор ансамбле (ет. Лилиә Мусаева, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы), «Родники» рус йыры вокаль ансамбле (ет. Минзилә Сәбәхова, Дим ауылы), Владимир Пискунов баянында дәртле көйҙәре (Дим ауылы), солисттар Г. Байтурина, Нурия Хисамова, Әлфиә Биғәлиева (Тулбай ауылы) hәм Резеда Хоҙайбирҙина (Дим ауылы). Нижневартовск ҡалаһынан ҡайтҡан ҡунаҡ hәм бағыусы, Набережный ауылы ҡыҙы Валентина Вениаминовна Фәйзуллина балалар өсөн «Кyңелле старттар» уйындары yткәрҙе. Бөгөн Набережныйҙа 121 шәхси йортта 388 кеше йәшәй. Уның 90 йәшлек юбилярҙары — Ғәлләмова Флүрә Садиҡ ҡыҙы hәм Ғайсина Өмәмә Сәетмөхәммәт ҡыҙы ауылдың иң өлкән кешеләре булып тора. Әлеге тораҡ пунктының киләсәгенә булған өмөттө донъяға яңы тыуған сабыйҙар Әлим Мортазин менән Рөстәм Ғәбиҙуллин уята. Һәр бер кеше был байрамға күңеленең бер өлөшөн индерергә тырышты. Набережныйҙа йәшәүселәр бешергән ризыҡтар, бәлештәр һәм ҡоймаҡтар кyпме ине! Тәм-том яратыусылар бары тик Галя Фәйзуллинаның ғына дүрт ҙур эксклюзив пирогын ауыҙ итте. Алтын ҡуллы ашнаҡсылар Минзилә Сәбәхова, Зәмирә Фeритова hәм Эльвира Ғабдуллина сарала ҡатнашыусыларҙы тәмле щи hәм ботҡалар менән һыйланы. Байрам бик күңелле yтте. Дим йылғаһы яры буйында Набережный ауылында тыуыусыларҙың hәм йәшәүселәрҙең Ватан,ерҙәге мөхәббәт hәм мәңгелек тормош тураһындағы моңло йырҙары оҙаҡ яңғырап торҙо.

Владимир СМОЛОВ.

Алия ХИСАМОВА фотолары
Читайте нас: