Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Октябрь 2019, 18:47

Күренекле яҡташтарыбыҙ ерендә

Өлкәндәр көнө алдынан район ветерандар Советы президиумы өсөн Айыт heм Дүсән ауылдарында тыуып үҫкән районыбыҙҙың ике күренекле кешеһенең кесе ватандарына күптән көтөлгән сәфәр ойошторолғайны.

Бында Фәтих Кәрим менән Кәрим Хәкимовҡа бағышланған музей-йорттар эшләй. Музей эшсәнлеген үҙ эшенә бирелгән кешеләр — Фатих Кәрим музей-йорто мөдире Рәйсә Камил ҡыҙы Хафизова hәм Кәрим Хәкимов музей-йорто мөдире Ризида Әхмәр ҡыҙы Ғәлимова етeкләй. Улар беҙҙе бик теләп ҡаршы алды hәм республиканан hәм Рәсәйҙән ситтә лә танылған шәхестәрҙең тормошо hәм яҙмышы тураһында һөйләне. Ф. Кәрим менән К. Хәкимов араһында уртаҡлыҡтар күп. Икеһе лә Дим буйында ишле ғаиләләрҙә тыуып-үҫкәндәр, белем алырға ынтылғандар, ижадҡа hәм хеҙмәт һөйөүсәнлектәре менән айырылып торғандар. Ике күрше ауылда 19 йыл айырма менән ике талантлы, камиллыҡҡа ынтылған, һүҙ һәм эш менән инандырыу һәләтенә эйә, кешенең ғәҙелһеҙлегенә битараф булмаған кешеләр үҫеп сыға. Икеһенең дә фажиғәле яҙмышы, күп һынауҙар, репрессиялар, ваҡытһыҙ hәләк булыу. Ф. Кәрим менән К. Хәкимов ҡыҫҡа ғүмер эсендә илдең ижтимағи hәм сәйәси тормошо өсөн күп эш башҡарырға өлгөргәндәр. Кесе ватанында музей-йорт булдырыу кеүек хөрмәт hәр күренекле кешегә тәтемәй. Асылыу ғына түгел, ә лайыҡлы биҙәлеш, даими яңыртыу hәм экспозицияларҙы тулыландырыу ҙа. Ф.Кәрим музей-йортон капиталь төҙөкләндереү быға асыҡ миҫал булып тора. Бинаны яңыртыу инициативаһы Нижневартовск ҡалаһындағы татар диаспораһынан тәҡдим ителгәйне, улар Татарстан Республикаһы етәкселегенә матди ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Наил Ғатауллин ҡулы аҫтындағы район етәкселеге был изге эште тормошҡа ашырҙы. Хәҙер Айыттағы музей барлыҡ дoнъя стандарттарына тура килә. Ф. Кәримдең музей-йорто ауылдың биҙәге, ауылдаштарының hәм райондың мәҙәни тормошо үҙәге. Данлыҡлы яҡташтары иҫтәлегенә Айыт урта мәктәбендә традицион Кәрим уҡыуҙары уҙғарыла, унда ҡатнашыусылар шағирҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыйҙар, шағирҙың тормошо hәм ижады тураһында тикшеренеү проекттары яҡлайҙар. Биш йылға бер тапҡыр Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты исеме бирелә. Музейҙа премия лауреаттарына бағышланған махсус экспозиция ойошторолған. Яңыртылған музейҙа ауылдың танылған кешеләренә, музейҙың үҫеш тарихына бағышланған яңы экспозициялар булдырылған. Тыуған яҡ тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыл халҡының фиҙаҡәр хеҙмәте менән бәйле экспонаттар һаны артҡан. Экспозициялар заманса техника менән йыһазландырылған, «һөйләй торған» стендтар бар, виртуаль экскурсиялар үткәрергә мөмкин. Беҙҙең илдең Ғәрәп Көнсығышы илдәрендәге беренсе тулы вәкәләтле вәкиле К. Хәкимовтың музей-йорто бөтә дoнъяла билдәле. Музейға килеүселәр араһында Азия hәм Европа илдәренән маҡтаулы ҡунаҡтар бар. Архив документтары менән эшләү өсөн ғалимдар килә, фәнни эҙәләнеү емештәре монографияларҙа hәм айырым фәнни-популяр баҫмаларҙа сығарыла. Ғәрәп Көнсығышында «Ҡызыл паша» тигән исем алған Кәрим Хәкимовтың тормошо һәм яҙмышы беҙҙе бик тулҡынландырҙы. Уның бала сағынан алып ғүмеренең аҙағына тиклем (1890 — 1938 йылдар) булған факттары менән танышҡанда, хеҙмәт һөйөүсәнлек һөҙөмтәһендә күп яҡлы, гармониялы hәм белемле кеше булғанына инанаһың.

Күренекле яҡташтарыбыҙ ватанында Фәтих Кәрим hәм Кәрим Хәкимов музейҙары район халҡында hәм унан ситтә лә популяр. булырға мөмкинлегенә тағын бер ҡат ышананһың. Тыуған ауылында уҡып бөтөргәс, ул төбәктең иң алдынғы уҡыу йорто булып «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Өлкәнeйгeч инде, Томск ҡалаһында экстерн рәүештә гимназия тeамамлай. Граждандар һуғышы йылдарында Урта Азия республикаларын азат итеүҙә ҡатнаша hәм Төркөстанда яңы хакимиәт барлыҡҡа килеүҙә актив эш алып бара. Нәҡ бына Урта Азияла туғыҙ тел белеүсе, мoсолман халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен hәм традицияларын белеүсе Кәрим Хәкимовтың дипломатик сифаттары асыҡлана. Егетте Көнсығыш илдәрендә дипломатик эшкә тәҡдим итәләр.

Кәрим Хәкимовтың шәхси сифаттары Сәғүд Ғәрәбстаны етeкселеге тарафынан юғары баһалана. Кәрим Хәкимов тураһындағы иҫтәлек район hәм республика тораҡ пункттары урамдары исемдәрендә мәңләштерелгән. Бер нисә йыл инде йыл һайын уҡыусыларҙың дипломаттың тормошона hәм эшсәнлегенә бағышланған фәнни-тикшеренеү эштәренең төбәк конкурсы үткәрелә. Бәйгенең район этабы координаторы — Бишбүләк тарих-этнография музейы. Кәрим Хәкимов менән Фәтих Кәрим — беҙҙең күренекле яҡташтарыбыҙ, уларҙың тыуған ерҙәре тарихи иҫтeлекле урындар. Райондың танылған шәхестәренең кесе ватанынан сәфәр ҡылыу юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Беҙ төрлө милләт кешеләре татыу ғаилә булып йәшәгeн төбәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре кисерҙек. Иҫ киткес сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткән hәркемгә рәхмәт белдерәбеҙ.

Елена Андреева,

район ветерандар Советы президиумын яуаплы секретары.

Автор фотоһы.
Читайте нас: