Гүзәл тәбиғәтле Миәкә районының Ҡанбәк ауылында ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән етен сәсле, зәңгәр күҙле, ап-аҡ йөҙлө һөйкөмлө ҡыҙын әсәһе Хоҙай бүләгеләй ҡабул итә.
Һуғыш, ғазап-михнәттәрҙе еңеп тигәндәй донъяны нурлап тыуған сабыйын ҡулына алған әсәһе Нурияһына даланлы яҙмыш юрай. Ауылда йәш балалар юҡ, ҡатын-ҡыҙҙар бәпес һөйөргә тип Кәримә апайҙарға йыйылыр була. Тәпәй баҫҡас та, күрше-күлән ҡатындары, ҡурсаҡ ҡыҙыңды бөгөн мин алып ҡайтайым әле, тип тә ингеләй. Шулай итеп Нурия бәләкәйҙән һөйөү-наҙға төрөнөп үҫә. Әсәһе кистәрен әкиәттәр һөйләй. Көндөҙ өйҙә лә, эш менән сыҡһа ла, гел уның итәгенә тағылып эйәреп йөрөргә әүәҫләнә ҡыҙсыҡ.
Ҡыҙға дүрт йәш тигәндә Дахау лагеренда әсирҙә булып, әллә күпме үлем ғазабы аша үтеп, аталары ҡайтып төшә. Өйгә кешеләр тулған, ә Нурияның йөрәгендә – шом. Ҡыҙыҡ, кем икән ул атай тигәндәре? Һалдат, йәғни атаһы, ултырғыста уны алдына ултыртып, үҙе тирәләй йыйылған халыҡҡа күргән-кисергәндәрен йөрәкһенеп һөйләй. Ә ҡыҙ уның сәстәренә, күҙҙәренә текләп, һәр ым-хәрәкәтен ентекләп өйрәнергә тырыша.
Минең күңелем, төрлө күҙҙәрҙән бәйләнгән селтәр кеүек. Бала саҡ хәтирәләренән үрелгән. Их, бала саҡтың сихри мәле! Әле һаман күҙ алдщымда: һалмаҡ ҡына бишек тирбәлә, тын ғына моң яңғырай. Әсәйем, һике ситенән генә ултырып бала йоҡлата... Мин иһә уның матур йөҙөнә төбәлеп, моңло йыр тыңлайым. Cәлимәкәй, “Каруанһарай”, “Гөлмәрфуға”.. бер аҙ йырлай ҙа бишекте миңә тапшыра: “Мә әле, йоҡлатып ебәр”. Мин дә әсәйемә оҡшатып ҡына сәңгелдәкте бәүетәм һәм уның йырын дауам итәм. Оҙон йырҙар бөткәс, атайымдың репертуарына – шаян таҡмаҡтарға күсәм. .
Артист булыу, сәхнәлә балҡыу теләге ана шулай бала саҡтан ярала Нурия Исхаҡ ҡыҙында.
- Беҙ туғыҙ бала үҫтек. Ата-әсәйебеҙ барыбыҙға ла белем биреү өсөн күп көс һалды, ғаиләбеҙҙә медиктар күп – туғандарымдың бишәүһе медик һөнәрен һайланы. Әгәр. Актриса булмаһам. мин дә, моғайын, табип һөнәрен һайлар инем – һаулыҡ һаҡлауға бәйле журналдарҙы һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым, кәрәкле кәңәштәрҙе блокнотыма яҙып ҡуя торғайным.
Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Әсҡәт роле әллә минең бала саҡтан күсереп яҙылған инде?!” – ти Нурия Ирсаева. Ысынлап та, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектаклендәге Әсҡәт роле уға ҙур уңыш килтерә. Нурия Исхаҡ ҡыҙы ошо роль өсөн С.Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.
“Мин шуға ризамын: башҡорт театры сәхнәһендә Нурия Ирсаева менән беҙҙең рухтарыбыҙ бер нисә тапҡыр осрашты һәм уй-фекерҙәребеҙ ҡауышты. Фәрештә һынлы тәбиғәт балаһы Айгөлмө ул, Йәйәүле Мәхмүтте ташлап, яҙмышын үҙгәрткән, ләкин бәхет таба алмаған Мәҙинәме, Салауатҡа табынып ғашиҡ булған Анумы, сая холоҡло, алсаҡ күңелле Уңғанбикәме, хыялдар донъяһында янып йәшәүсе Әсғәтме – шцуларҙы бар итеүҙә, аңлауҙа һәм аңлатыуҙа актриса менән бер-бербеҙгә тап килдек, рухташ һәм фекерҙәш булдыҡ” тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.
Эйе, башҡорт театрын Нурия Исхаҡ ҡыҙынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс. Сергей Кайтовтың режиссёр Шәүрә Мортазина ҡуйған «Балаларым минең» пьесаһында Вера ролендә тәү башлап сығыш яһай. Артабан сәхнәлә ул башҡарған йәш лирик героинялар театр тарихында үҙе бер сағыу битте тәшкил итә. Партнерҙарынан да уңа актриса. Әхтәм Абушахманов, Рәфил Нәбиуллин, Олег Ханов. Ә "Ғәлиәбаныу" (Мирхәйҙәр Фәйзи), "Ғәлиә" (Т. Таһиров) кеүек спектаклдәрҙәге йырлы ролдәрҙә алмаштырғыһыҙ партнеры Фидан Ғафаров. “Галиябану”, “Тапшырылмаған хаттар”, “Йәшлек менән хушлашыу”, “Зәңгәр шәл”, “Миләш, Миләүшә”, “Рәйсә – Фәйзи”...
Был спектаклдәрҙә Фидан Ғафаров менән бергәләп уйнаған ролдәрҙе халыҡ ҡат-ҡат, илай-илай һоҡланып ҡарай. Уларҙың сәхнә дуэты, йырлы-моңло, мөхәббәтле, һоҡланғыс ижады – үҙе бер театраль легенда.