Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Ноябрь 2019, 20:52

“Көрәш майҙанында арҡам ер күрмәне”

Сығышы менән Хәйбулла районынан булған Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С.Юлаев премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев (23.11.2019) үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй.


- Ир баланың нисек үҫеп етеп, шәхес булып етешеүендә атайҙың роле ҙур. Һеҙҙең атайығыҙҙың данлыҡлы көрәшсе булғанлығын ишетеп беләбеҙ…

.- Атайым Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев үҫмер сағында уҡ тәжрибәле көрәшселәр бәйгеләрендә ҡатнашып бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәй. Ҡарттар: "Был баланы бағырға кәрәк!" – тип уға иғтибар бүлә башлайҙар. Ғаззали батырҙың даны Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ яҡтарына, Ырымбур тарафтарына тарала. Ун алты йәшлек сағында бер ҙур йыйында көрәшеп, майҙанға сыҡҡас бер-бер артлы 15 көрәшсене еңә. Майҙанға йыйылған халыҡ: "Был ниндәй ғәйрәтле бала?!" – тип хайран ҡалғас, туғандары күҙ теймәһен тип, йәш көрәшсене кейеҙгә төрөп, " халыҡ күҙенән" йәшереп һалып ҡуя.

1930 йылда атайым Аҡъярҙан Ҡоҙабаева Миңлебикә исемле ҡатынға өйләнә, ҡыҙы тыуа. Ләкин һуғыш ваҡытында ҡатыны ауырып үлеп ҡала. 1932 йылдан 1935 йылға тиклем армияла (кавалерияла) хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 24 июнендә һуғышҡа китә. Һуғышта бер нисә тапҡыр яралана, контузия ала, госпиталдә ята. Һауыҡҡас тағы ла фронтҡа китә. 1946 йылдың яҙында түшен тултырып миҙал тағып, тыуған яғына ҡайта.

Һуғыштан һуң атайым Ҡалтай (Сәғит ) ауылынан Мәмбәтова Зәйнәп исемле ҡатын менән ғаилә ҡора һәм 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Һуғыштан һуң Ғаззали батырҙың иңенә ауылды аяҡҡа баҫтырыу эше төшә: оҙаҡ йылдар бригадир булып эшләй.

Атайым һуғышта кисергән ауырлыҡтарҙы, ниндәй михнәттәр аша үткәнлеген бик һөйләп барманы. Һабантуйҙа көрәшеп ҡабырғаһын һындырып, мал көткәндә атта һыбай йөрөй алмағас, 10 йәшлек малайҙы – мине үҙе менән иптәшкә өсәр көнгә йәйләүгә алып китер булды. Мин һыбай, ә атайым йәйәү тегеләрҙән тотам да ҡалмай мал көтәбеҙ. Атайым менән бына шулай өс тәүлек буйына икәүҙән икәү генәбеҙ. Бына шулай мал көткән ваҡытта, ул миңә һуғыштағы бер нисә ваҡиға хаҡында бәйән итте:

...Бер тапҡыр беҙҙе разведкаға ебәрҙеләр. Биш һалдат һәм командир... Ләкин беҙ заданиены үтәй алманыҡ, засадаға эләктек, атыш башланды. Командир һәм ике һалдат үлде, ә ҡалған өсәүебеҙ еңелсә яраланһаҡ та саҡ эҙәрлекләүҙәрҙән ҡотолоп үҙ дивизиябыҙға әйләнеп ҡайта алдыҡ. Ләкин иң ҡурҡынысы алда булған икән... Баҡһаң разведкаға барған алты һалдаттың өсәүһе – башҡорт, ә өсәүһе – рус милләтенән булған... Һәм засадала һәләк булған өс һалдат та .... урыҫ булып сыҡты! НКВД хеҙмәткәрҙәре беҙҙе ғәйепләп һорау ала башланы: йәнәһе, беҙ, өс башҡорт, дошман тылына разведкаға барыуҙан ҡурҡып, үҙ- ара һүҙ беркетеп, өс урыҫты үлтергәнбеҙ ҙә кире частҡа ҡайтып хәҙер бушты һөйләп торабыҙ. Беҙҙең дөрөҫтө һөйләүебеҙгә, дәлилдәребеҙгә бер кем ышанманы. Беҙҙе, "һатлыҡ йәндәрҙе" атырға тигән ҡарар сығарҙылар... Өсәүебеҙҙе лә атырға тип стена буйына сығарып баҫтырып ҡуйҙылар, приказды бойомға ашырыу өсөн ҡаршыбыҙға һалдаттар теҙелде... Хөкөм ҡарарын строй алдында ҡысҡырып уҡып сыҡтылар... Стройҙа торған кемдер: "Стойте, не стреляйте!" – ти. Башты ҡалҡытып ҡараһам… алыҫта, урман эсенән бер кеше сығып килә. Башта ул бер нөктә кеүек кенә күренде, ниңәлер бик әкрен атлап килә… Бер аҙҙан ул беҙгә яҡыная төштө. Бәй! Был бит беҙҙең менән разведкаға барған һалдаттарҙың береһе! Тере!!! Командирҙар уға ҡаршы йүгерҙе. Хәлдең нисек булыуын теге яралы һалдат түмәй-сәсмәй һөйләп биреп, хәбәре беҙ һөйләгәндәр менән тап килгәс кенә ярлыҡанылар! Баҡһаң, ул ныҡ яраланған, шулай ҙа көс-хәл менән әйләнеп ҡайтҡан! Әгәр ул һалдат урмандан бер нисә минутҡа һуңлап сыҡҡан булһа...

- Атайығыҙ һеҙгә ниндәй мөнәсәбәттә булды?

- Ҡаты ине. Уның бер ҡарауы ғына ла етә ине. Ҡамсы ла, сыбыҡ та кәрәкмәне уға. Өрлөктә әсәйҙең генә сыбығы ҡыҫтырыулы торҙо. Сөнки өс малай гөжләшеп тә китәбеҙҙер инде, тәрбиә яғын күберәк әсәй ҡараны. Атай шулай ҙә эшкә өйрәтергә әүәҫ булды. “Кешегә ярҙам итергә әҙер тор, үҙеңә лә ярҙам итерҙәр”, – тиер ине ул.

- Атайығыҙҙан алған тәрбиәне улдарығыҙға ҡарата ҡулландығыҙмы?

- Атайҙың вафатынан һуң ғына уның ни тиклем дәрәжәле булғанын аңлай башланым. Уйлап ҡараһаң, көрәштә еңгән өсөн бер таҫтамал ала ине, аҙаҡтан ғына һарыҡ бирә башланылар. Әммә ул бүләк өсөн бил һынашмаған. Малы ҡиммәт түгел, дәрәжәһе ҡиммәт, тиер ине. Еңеп алған һарығын һимертә лә ауыл халҡын ашҡа саҡыра торғайны.

Өс улым да театрҙа байтаҡ роль уйнаны. Минең хеҙмәт емешемде, хәләл көс түккәнемде күреп, эшемдең ауырлығын да, еңеллеген дә елкәләрендә татып үҫтеләр, төрлө тарафтарға гастролдәргә лә йөрөнөләр. Шуға күрә беҙгә аңлашыуы, ирҙәрсә уртаҡ тел табыуы ла еңел.

Оло улым район тәфтиш бүлегендә, уртансы улым паспорт-виза өлкәһендә эшләй. Икеһе лә өйләнгән, ейән-ейәнсәрҙәрем бар. Бәләкәй малай Ф. Мостафина исемендәге 20-се мәктәптә туғыҙынсыла уҡый. Оло киленем шәхси эшҡыуар, кесеһе – Росреестр хеҙмәткәре.

- Күңелегеҙҙә актер һөнәренә һөйөү орлоғо ҡасаныраҡ һалынды икән.

- Ауылыбыҙ соҡорҙа ултырғас, телевизор күрһәтмәне, радионы ла гел тыңламаныҡ. Уның ҡарауы, концерт килгәнен көтөп ала инек. Артист булам тигән теләкте, бәлки, үҙемә лә белдерергә ҡыймағанмындыр. Эргә-тирәмдә ундай шөғөлгә эйә кеше йәшәмәгәс, башҡа һыймаҫлыҡ та тойолғандыр. Артистарҙың гастролгә килгәнен көтөп ала алмай инек. Үҙебеҙҙе онотоп ҡарайбыҙ ҙа, оҙағыраҡ булһа ине, тип теләйбеҙ. Фәриҙә Ҡудашева, Ишмулла Дилмөхәмәтовтар, бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисовтар беҙгә төшә ине. Минең өсөн ҡыҙыҡ – өйҙә бер төрлөләр, сәхнәлә танырлыҡ түгелдәр. Үҙем дә ҡасандыр улар һымаҡ булырмын тип һис кенә лә уйламаным.

Хәтерҙә, өстә уҡый инемме икән, Фәриҙә Ҡудашевалар килде. Малдан һуң, клуб алдында өс малай тора инек, водитель ҡысҡыра: “Егеттәр, кем автобусымды йыуыша, шуны концертҡа бушлай индерәм”. Беҙ ни, ҡыуаныстан, юл күрһәтеп кисеүгә алып киттек, йүгереп йөрөп йыуҙыҡ, кире килдек. Малайҙар инеп китте, ә мин аяҡты ҡараһам – сандалийым юҡ! Һыу буйында ташҡа ҡуйғайным, тороп ҡалған бит! Кире йылғаға йүгерҙем, күҙ бәйләнә башлаған. Килһәм, клуб шығырым тулы, инерлек түгел, кассир билет һорай. Ҡараһам: автобус тора, ә водителе юҡ. Ҡайҙан инәйем икән, тип йөрөп ятһам килеп сыҡты теге ағайым. Етәкләп индереп сәхнәнән алып төштө. Донъямды онотоп концерт ҡараным мин шул саҡта!

Ҡурайҙа уйнарға өйрәнәм тип әллә күпме саңғы таяғын әрәм иттем. Әрмелә хеҙмәт иткәндә әсәйгә ҡурай ебәреүен үтенеп хат яҙҙым. Ҡурайҙы һыҙғыртып ебәргәйнем, башҡорт, татар егеттәре йүгерешеп килеп сыҡты. Ситтә саҡта тыуған яҡтың моңо шул тиклем нескә тәьҫир итә бит кешегә. Мине унда ла сәхнәгә сығара башланылар.

-Әрмегә мәктәптән һуң киттегеҙме?

- Элек бөтә класс менән совхозға ҡалдырырға тырыша торғайнылар. Мин мал көтөргә булдым, йөҙ баш бирҙеләр, шуларҙы һимертеп тапшырырға тейешмен. Кейемдән ат һәм ҡымыҙ еҫе генә килә. Саф һауа, тәбиғәт, һыу инәбеҙ, ҡымыҙ һемерәбеҙ, һыбай йөрөйбөҙ – шундай ҡыҙыҡ, романтик осор булған.

Әрмегә барыу тураһында һүҙ сыҡҡайны, әсәй бармаҫҡа өгөтләй башланы, һин ғаиләлә “кормилец”, ти. Ул заманда әрмелә хеҙмәт итмәү башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине, ҡыҙҙарҙың күҙенә нисек ҡарайһың? Ризалашманым. Һарытау химия ғәскәренә эләктек. Был химик ағыулай торған газдар менән эшләгән урын булып сыҡты. Ҙур полигон, картала ла күрһәтелмәгән йәшерен ҡала. Төрлө һынауҙар, противогаздар... Ҡайҙан ғына килдем тип үкендем.

Әрменән ҡайтырға ваҡыт етә башлағас, артабан мине нимә көтә, тип етди уйланырға тотондом. Ауылға ҡайтһам, көтөүсе эше билдәле, алһыҙ-ялһыҙ, алмашсыһыҙ эшләйһең. Етмәһә, йәш кешегә ауылда бөтөнләй күңелһеҙ икәнлеген дә беләм. Шуларҙы уйланым да, ауылға ҡайтмаҫҡа ҡарар иттем. Мин уҡырға тейеш! Ҡайтҡас, Сибайҙа рабфакта егеттәр етмәгәнен ишетеп ҡалдым. Уҡыуҙар башланһа ла барып килергә тәүәккәлләнем. Сит телдәр факультетына алдылар, ике ятып бер төшкә инмәгән француз телен һайланым.

Әммә элекке урындан характеристика кәрәк икән. Хеҙмәт иткән еремә запрос ебәрҙеләр. Мин һәүетемсә генә уҡый башланым, төштән һуң ҡурайҙа уйнайбыҙ, әммә сит тел өйрәнергә бер ҙә дәрт төшмәй. Бер аҙ ваҡыт үткәс ректор йәнә саҡыртып, әрменән ҡылыҡһырлама килеүе тураһында әйтте. “Рядовой Утяшев не достоин учиться в высших учебных заведениях СССР” тип яҙылған икән унда. Артабан Рәсүл дуҫым менән сталевар, йәғни ҡорос иретеүсе булырға ҡарар иттек. Киттек Магнитогорск ҡалаһына. Бында өс ай уҡырға кәрәк икән. Һаулыҡ торошо буйынса справка ғына талап ителә. Һабантуйҙар, көрәш осоро ине. Еңеүҙе “йыуып” йөрөү арҡаһында ҡан баҫымыбыҙ юғары булып сыҡты. Ҡайтырға тура килде. Шулай йөрөй торғас, дуҫым кәләш алырға булып китте, минең бурыс – кейәү үңгәре. Онотолдо был теләгебеҙ. Стәрлетамаҡҡа мәҙәни-ағартыу училищеһына юл алдым. Ҡурай бүлеге булмағас, баян буйынса уҡый башланым. Курстың старостаһы булып киттем, дәрестән һуң төрлө түңәрәктәргә йөрөйөм, бассейнда йөҙәм. Әммә белем алырға ваҡыт юҡ. Башҡаларға стипендия бирәләр, ә миңә юҡ. Совхоз йүнәлтмәһе менән уҡырға ингән өсөн түләнмәгән икән. Әсәй елкәһендә ятыуы оят – балта оҫтаһы булып эшкә урынлаштым. Йә ишек, йә тәҙрә ваталар, йүнәтеп кенә өлгөр. Йәнә уҡырға ваҡыт ҡалмай. Бер көн килеп, өлгәшмәгән өсөн хатта педсоветҡа ҡуйҙылар. Имтихандарҙы каникулдан алдараҡ килеп тапшырырға ҡуштылар. Килдем дә бер туҡтауһыҙ уйланып ята башланым. Ни эшләргә? Бер тәүлек ятам, ике тәүлек, өс тәүлек … Минән һарыҡ көтөүсеһе генә сығырмы инде ни, тип көйәләнәм. Көрсөккә килеп терәлгәнемә үҙем генә ғәйепле! Әммә артабанғы яҙмышым тап ошо мәлдә хәл ителде лә инде. Ана шулай ята торғас, ауылда күңелһеҙ мәлдәрҙә спектакль ҡуйған ваҡыттар иҫкә төшөп китте. Балта оҫтаһы булғанымда декорациялар эшләшкән саҡтарҙы, театр бүлегенең репетицияларын ҡарап ултырған көндәрҙе уйлай башланым. Үҙем дә һиҙмәҫтән, шунда барырға теләгәнемде аңлап ҡалдым. Директор ризалыҡ бирҙе. Улар ситтән тороп ҡына уҡыйҙар ине, шулай ҙа ауылға ҡайтып торманым, Салауат театрына бутафор-декоратор булып эшкә индем. Бында иһә гел бишлеләр китте, баян уҡытыусылары, һине тегендә маҡтайҙар бит, тип аптыраны. Күпмелер ваҡыт үткәс, сәнғәт институтына студенттар йыйғандарын белеп ҡалып, Өфөгә юл алдым.

Көн алдан барып имтихандар барышын күҙәтеп йөрөйөм. Яныма бер ҡыҙ килеп баҫты ла, уҡырға инергә килдеңме, тип ҡыҙыҡһынды. Эйе, тигәс артынан эйәртеп ҡайҙалыр алып китте. Ул уҡытыусы, әлеге көндә профессор Суфия Кусимова булып сыҡты. Етәкләп тигәндәй индереп комиссия алдына баҫтырҙы. Буй-һыны бар, иртәгә килмәй ҡуйыр, тип тә уйлағандыр инде. Һөйләтеп ҡарағандан һуң, алда икенсе, өсөнсө тур торһа ла, бөтәһе бер һүҙҙән уҡырға алабыҙ тинеләр.

Ауылда иплерәк, баҫалҡыраҡ булырға кәрәклеген һеңдереп тыйыбыраҡ үҫтерәләр бит. Ана шул үтә тыйнаҡлыҡты, оялсанлыҡты еңеүе бигерәк ауыр булды. Институтта тәүге ике курсым үҙ-үҙем менән көрәшеп үтте тиһәм, һис тә хата булмаҫ.

- Кеше һөнәрҙе һәм тормош иптәшен дөрөҫ һайлаһа бәхетле, тиҙәр. Ниһайәт, үҙ юлығыҙҙы тапҡанһығыҙ, ә мөхәббәт?

- Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы мине ҡыҙҙар менән йөрөп, башҡа шөғөлдәр менән мауығып китеп уҡымай ҡуйыр тип сәмгә тейгән икән. Шуға күрә, өс ай буйы бер ҡайҙа ла сыҡмай, баш баҫып уҡып ултырған саҡ. Ял көнө ишек асылып китте лә, Мәскәү ҡыҙы Наташа килеп инде. “Хурмат, я тебя люблю, без тебя жить не могу”, – тип әйтеп сыҡты ла китте. Мин шаҡ ҡатып ултырып ҡалдым, тора-бара көлә башланым. Күрешкән сағыбыҙҙа һирпелеп кенә ҡарай ҙа, үтеп китә. Мин дә бер нәмә лә өндәшмәйем. Көндәрҙән бер көндө тыуған көнөнә саҡырҙы. Бүлмәләге егеттәр менән кәңәшләшәм. Ҡыҙға әсәһе Мәскәүҙән төрлө колбасалар, шарап ебәргәнен күрҙеләр бит инде – барғылары килә. Мин нимә хәл итергә белмәй аҙапланам, ә егеттәрҙә тамаҡ ҡайғыһы. Барҙыҡ. Хужабикә бүлмәһен матур итеп биҙәгән, музыка уйнай, өҫтәлдә нимә генә юҡ. Шул ваҡыт аҡ борсаҡлы күлдәк кейгән ҡыҙ күҙгә ташланды. Бейергә саҡырҙым, исеме Ләлә икән. Наташа менән уртаҡ лекцияларҙа танышҡандар ҙа, табын әҙерләшергә ярҙамлашыр өсөн әхирәт булып килгән. Тыуған көн сәбәпсеһе менән күңел өсөн булһа ла бейенемме-юҡмы – иҫләмәйем. Ләлә менән бер йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештек.

- Ҡасан билдәле булып уянғанығыҙҙы иҫләйһегеҙме?

- Улай тип анһат ҡына әйтеп булмай ул. 90-сы йылдарҙа театрҙан Ф.Ғафаров, И.Йомағолов, Ә.Абушахманов, О.Хановтар китте, ә беҙҙең быуын нығынып ҡына килә ине әле. Фидан ағай шәхси театр асырға булғас, “Ғәлиә” спектаклендә мине уйнатырға хәл иттеләр. Заһир роле фонограммаһы аҫтында уйнарға кәрәк булды. Шул осор иң ауыр йылдар булып хәтергә уйылып ҡалды, сөнки кешенең урынын алған кеүек тойолдо. Яныма киләләр ҙә, Фидан, тип өндәшеп рәхмәт белдерәләр, әйтеп ҡарайым, аңларға ла теләмәйҙәр. Туҡһанынсы йылдарҙа “Диләфрүзгә дүрт кейәү”, “Еҙнәкәй” кеүек спектаклдәрҙә төп ролдәр уйнай башланым...

- Иң яратып башҡарған ролдәрегеҙ ниндәй?

- Ф. Бүләковтың “Шайморатов генерал”ындағы төп роль һәм Н. Абдыҡадыровтың “Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге” спектаклендәге Темуджин роле ныҡ күңелгә ятты. Ошо ролдәр һәм “Ҡатынымдың исеме Морис”та уйнағаным өсөн С. Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булдым. “Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге” спектаклен ҡырғыҙ режиссеры һәм авторын саҡыртып ҡуйҙыҡ. Ҡырғыҙҙар быуындан быуынға күсереп уйнайҙар был әйберҙе. Герой шул ваҡыттағы булмышыма ла тап килә ине. Ҡазанда “Науруз” фестивалендә иң яҡшы ир- ат роле исемен алды. Һуңғы йылдарҙа “Мулла, “Зөләйха күҙҙәрен аса”. “Нәркәс”, “Урал-батыр”, “Ҡара йөҙҙәр”, “Шәүрәкәй” ҙә уйнаным.

- Артистар мөхите – үҙенсәлекле донъя. Ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан нисегерәк сығаһығыҙ?

-Күңелһеҙ мәлдәрҙе тиҙ генә оноторға тырышам, эсемдә һаҡлап йөрөмәйем. Тап шул йәһәттән үҙемде бәхетле тип һанайым да. Спектаклдә ҡосаҡлашып торған кеше хаҡында алама уйлап йөрөп булмай бит инде. Театр мөхите – айырым бер утрау һымаҡ. Үҙ-ара туғандар һымаҡ булып бөтәбеҙ, барыһы ла бер-береһе менән асыҡ. Ҡосаҡлашып күрешәбеҙ, тыуған көндәребеҙҙе билдәләйбеҙ. Театрҙың үҙенең генә яҙылмаған ҡанундары бар. Ул әйтелмәгәнлекте, ябыҡ булыуҙы, йәшертенлекте ғәфү итмәй. Үс һаҡлап йөрөп театрҙа эшләп булмай. Дәрәжәләр ҙә бер нәмә лә түгел. Бөгөн өлгәшкәнең иртәгә ярҙам итмәй, оят ереңде ҡапламай. Роль тыуҙырғанда беренсе тапҡыр эшләгән кеүек тырышырға тейешһең. Һәр сығышың беренсе һәм һуңғы тапҡыр кеүек булһа ғына тамашасы йөрәгенә барып етер, уға ла, үҙеңә лә ҡыҙыҡ буласаҡ.

“Шоңҡар” журналынан (ҡыҫҡартып алынды).
Читайте нас: