...Аҡмулла ҡаҙаҡ байҙарының ошағы буйынса дүрт йыл ярым Троицк төрмәһендә ултыра. Государь-император Александр II янында хеҙмәт иткән ҡаҙаҡ солтаны Ғөбәйҙулла Жангирхан улы ярҙамында төрмәнән ҡотола-ҡотолоуын, ләкин шунда уҡ уға “ике йыл ярым арестант бүлексәһендә хеҙмәт итергә тейеш” тигән ҡатыраҡ икенсе хөкөм ҡарары сығаралар. Ошо арестант бүлексәһендә хеҙмәт итеүҙән ҡотолоу өсөн Аҡмулла Санкт-Петербургка юллана. Бәғзеләр: “Бармайынса булмаймы?” – тиер. Юҡ! Һис шикһеҙ, барырға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, арестант бүлексәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең аяҡ-ҡулына бығау һалып, сәстәрен ҡырғандар. Бәләкәй генә ғәйептәре өсөн 100-әр тапҡыр ҡайыш сыбыртҡы менән һуҡтырыу ҙа ҡаралған. Был ғына ла түгел, хөкөм мөҙҙәте тулғас, арестант бүлексәһендә хеҙмәт иткән кешене йәмәғәт исеменән кемдер тәрбиәгә, йәғни порукаға алырға тейеш. Әгәр тәрбиәгә алмаһалар, уны мәңгелеккә Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Кире ҡайтарыу рөхсәт ителмәгән. Бына ниндәй ҡот осҡос киләсәк көткән ғәзиз шағирыбыҙ Аҡмулланы, шуға күрә ул Санкт-Петербургка барған да инде.
Бында ул байтаҡ шәхестәр менән осраша. Государь-император Александр II, флигель-адъютант, полковник Ғөбәйҙулла Солтан, Рәсәй империяһы эске эштәр министры генерал Тимашев, жандарм идаралығы начальнигы граф Шувалов, француз – лекарь Ян де Фонише, Ғөбәйҙулла Солтандың тәрбиәсеһе Әхмәтшах хәҙрәт, кенәз Ярослав, капитан Калмыков һәм башҡалар.
Спектаклдә ошо персонаждарҙың диалогтары, бәрелеше, конфликты аша уларҙың характерҙары асыла. Ә характерҙар үҙ нәүбәтендә әҫәрҙең идеяһын һәм маҡсатын билдәләй. Йәғни шағир, аҡын, сәсән Мифтахетдин Аҡмулла йәмғиәттә ҡағылып-һуғылып, төрмәләрҙә ултырып, һөргөндәргә һөрөлөп йәшәһә лә, үҙенең төп маҡсатына хыянат итмәй. Халыҡты инсафлыҡта тәрбиәләү һәм аң-белем биреү эшен туҡтатмай. Төрлө йыйындарҙа, бәйгеләрҙә, мәҙрәсәләрҙә, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә, һөргөндә, төрмәлә шиғырҙар, мөнәжәттәр менән мөрәжәғәт итеп, тәрбиәһеҙлектең һәм наҙанлыҡтың кеше тормошонда иң яуыз дошман икәнлеген аңлатырға тырыша. Тәрбиәһеҙлек, наҙанлыҡ – бәхетһеҙлек сығанағы, тип мосолман халыҡтарына, бигерәк тә башҡорттарға, ҡаҙаҡтарға оран һала ул.
Ролдәрҙе һәүәҫкәр артистарҙың күбеһе һәйбәт башҡарҙы. Аҡмулла образын кәүҙәләндергән Фәдис Иҙрисов, йәш Аҡмулланы уйнаған Салауат Заманов ысын-ысындан шағир, сәсән, мәғрифәтсене тулыһынса тиерлек күҙ алдына баҫтыра алды. Уларҙың сәхнәләге сығышын күреп, репликаларҙы аныҡ әйтеүҙәрен ишетеп, Аҡмулла тап бына ошондай булғандыр, тип ышанаһың, тәбиғи ҡабул итәһең. Ҡаҙаҡ егеттәре Амрекул Тимерлан (бей), Ильяс Сағынбек (Нургоч аҡын) үҙ ролдәренең нескәлектәрен аңлап, хистәрен тамашасыға еткерә алды. Филүзә Рәшитова шағир, сәсән, мәғрифәтсенең һөйөклө ҡатыны булырҙай ҡаҙаҡ ҡыҙы Миңһылыуҙың образын тыуҙырған. Хисле һәм тоғро Миңһылыу залда ултырған тамашасы егеттәрҙе көнләштергәндер. Миңә лә ошондай тоғро ҡатын осраһа ине, тип хыялға сумғандарҙыр.
Айса Ейәнбаев (Ғөбәйҙулла солтан), Айҙар Ғәйнетдинов (Әхмәтшах хәҙрәт, кенәз Ярослав), Фәдис Ғәниев (Ян де Фонише), Вилдан Мәзитов (Александр II), Азат Хоҙайғолов (граф Шувалов), Алмас Зәйнуллин (генерал Тимашев, Камалетдин хәҙрәт), Ильяс Буранов (капитан Калмыков) – был егеттәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле образдар тыуҙырған. Кенәз Ярославты капитан Калмыков менән, Ян де Фонишены Әхмәтшах хәҙрәт менән, Ғөбәйҙулла солтанды генерал Тимашев менән бутай алмайһың. Бына ошо үҙенсәлектәрҙе режиссер Илнур Лоҡманов һәүәҫкәр артистарға аңлата алған. Улар иһә был талаптарҙы үҙләштереп, беҙгә, тамашасыларға, еткерҙе. Дөйөмләштереп әйткәндә, профессиональ артистар кимәлендә үҙ образдарын тыуҙырҙылар. Афарин!
Күмәк тамашаларҙа ҡыҙҙарҙың ҡатнашыуы спектаклдең тормошсанлығын иҫбат итә. Ҡыҙҙарҙың геүләшеп килеп инеүе, сая баҫып сәхнәнән сығып китеүе егеттәргә дәрт, ҡеүәт өҫтәй, уларҙы әхлаҡи тотанаҡһыҙлыҡтан һаҡлай. Сәхнәләге ҡыҙҙар донъяға һәр саҡ аныҡ ҡараш, изге маҡсатлы йүнәлеш нигеҙендә йәшәргә кәрәк икәнде иҫбатлай. Тәнҡитселәр, образдарҙы асып бөтмәгәндәр, “нагрузка” әҙ, тип әйтәсәк. Шулайын-шулайҙыр, ләкин “театрҙы үҫтерәм, актер оҫталығын арттырам, алмаш әҙерләйем” тип уйлаған режиссер һүҙһеҙ образды тыуҙырыусыларҙы хөрмәт итеп сәхнәгә сығарасаҡ. Халыҡ театры өсөн был дөрөҫ юлдыр, минеңсә.
Спектаклдең музыкаль биҙәлеше лә тейешле кимәлдә. Сәхнәлә барған ваҡиғаға ҡарап нәфрәтләнһәң, музыка һиңә йоҙроҡ төйнәргә этәрә. Геройҙарҙың йәберләнеүен, ауыр хәлдә йәшәүен күреп, күҙгә йәш тулһа, музыка һине хисләндереп илата. Йөрәк дарҫлап тибергә тотона. Режиссер Илнур Лоҡмановтың йырсы, виртуоз музыкант булыуы менән аңлатылалыр был. Тамашасының йөрәгенә үтеп инеп, уны хисләндереүҙе, спектаклдәге һәр күренеште тәбиғи итеп ҡабул иттерә белеүҙе оҫта режиссер ғына булдыра ала. Был көн кеүек асыҡ әлеге тамашала. Илнур Лоҡмановтың ошо хеҙмәттәрен иҫтә тотоп, яңыраҡ Мостай Кәрим тормошон сағылдырған бик үҙенсәлекле әҫәр ҡуйылды.
“Ҡорос” халыҡ театрының әлеге сәйәси үҙенсәлекле, хисле, фәһемле, фәлсәфәүи йүнәлештәге спектакле бөйөк Аҡмулланың тормошон, ижадын сағылдырған тамаша булып оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Афарин, шулай булһын!