Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Декабрь 2019, 10:07

“Театр – тылсым иле”

Сағыу тамаша күргең киләме? Һинең күңелеңә яңы хистәр кәрәкме? Бер аҙға булһа ла тормош мәшәҡәттәренән айырылып торғоң киләме? – театрға бар!

Ҡурсаҡ театрымы ул, драма театрымы, бейеү театрымы, опера йәки балет театрымы – мөһим түгел.Ҡайһыһына барһаң да хозурланып, кәйефеңде күтәреп, ял итеп ҡайтырға була!

Ни өсөн театрҙа шундай хистәргә биреләһең икән? Минең уйлауымса, барыһы ла артистарҙың матур итеп уйнауында тора. Әммә, улар яҡшы уйнар өсөн, бай эстәлекле драма әҫәрҙәре кәрәк. Артист һөйләп, ролде уйнап ҡына торһа ла ҡыҙыҡ булмаҫ ине, әгәр тамашаны күҙ алдына килтерергә ярҙам иткән декорация булмаһа. Ә музыкаль яҡтан биҙәлеш булмаһа, ҡуйылған спектакль яҡытҡыс булыр ине. Тимәк, сәхнәләштерелгән әҫәрҙең уңышы уның йөкмәткеһенән һәм алда һаналып киткән нәмәләрҙән тора!

Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа театрҙар бик күп. Мин уларҙың береһенә генә туҡталып үтергә теләйем. Сөнки ҡасандыр унда булып, унан алған хистәрем бөгөн дә күңелемдә йәшәй. Был Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры. Миңә әсәйем менән “Ҡоҙаса” спектаклен ҡарарға насип булды. Тамаша бөткәнсе күҙемде сәхнәнән ала алмайынса ултырғаным хәтеремдә. Ә тере оркестр уйнап ебәргәс, хатта йөрәгем йыш тибә башланы. Тәнәфес ваҡытында сығып йөрөп, театрҙың иҫ киткес хозурлығына һоҡланып йөрөнөм. Бында ысын мәғәнәһендә юғары мәҙәниәт күренеп тора.

Башҡорт дәүләт драма театры 1919 йылдың 4 декабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында асыла. Беренсе етәксеһе булып актер һәм режиссер Вәлиулла Мортазин – Иманский була. 1922 йылда театр Өфөгә күсә, яңы көс менән йәшәй башлай. Иң беренсе актерҙар Ғәлимйән Ҡарамышев, Абдуламин Зөбәйеров, Таңһылыу Рәшитова һәм башҡа бик күп талантлы артистар була.Театрҙа 1929-1943 йылдарҙа беҙҙең яҡташыбыҙ, Аҙнай ауылында тыуып үҫкән Булат Имашев та хеҙмәт юлын үтә. Бик күп сағыу ролдәр башҡарып, халыҡ хәтерендә мәңгелеккә ҡала. Аҙнай ауылында уның музейы асылған. Фәриҙә Ҡудашева, Илшат йомағолов, Гөлли Мөбәрәкова, Сәүиә Сираева, Хәмит Яруллин кеүек бөйөк актерҙар һәм башҡалар ижад итә был театрҙа. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мәжит Ғафуриҙың исемен йөрөткән был театр иң беренсе булып “Салауат батыр”, “Алпамыша”, “Ҡарағол” һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуя. Нисәмә йылдар буйына барған ижадта Мостай Кәримдең дә “Айгөл иле”, “Ташлама утты, Прометей”, “Ай тотолған төндә” һәм башҡа әҫәрҙәре ҙур урын алып тора. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ Таһир Таһиров Ахунзянов, Ғабдулла Әхмәтшин ижад иткән драма әҫәрҙәренең был атҡаҙанған театрҙа ҡуйылыуы беҙгә, яҡташтарға, ғорурлыҡ булып тора.

Бишбүләк районының хозур тәбиғәтле Муса ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, тарих фәндәре кандидаты Таһир Таһировтың “Ғәлиә” драмаһына ҡуйылған спектакле тиҫтәләгән йылдар сәхнә түренән төшмәне. Тамашасыларҙың һөйөүен яулап, әлеге көндә лә популяр һанала. Төп геройҙарҙың ролен башҡарыусылар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаровты белмәгән кеше юҡтыр! Тағы ла бер күренекле яҡташыбыҙ - башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, драматург, журналист Ғабдулла Әхмәтшин беҙҙең районыбыҙҙың Яңы Биктәш ауылында донъяға килгән. Уның ижад емеше - “Тальян гармун” спектакле лә халыҡ күңелен яулап алып, бик күп йылдар театр түрендә булды. Беҙҙең Бишбүләк районы күренекле шәхестәре менән дан тота. Кемдәр генә сыҡмаған унан. Бөйөк шағир-патриот Фатих Кәрим, совет илсеһе Кәрим Хәкимов һәм башҡалар. 1982 йылда беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимов яҙмышы Башҡорт дәүләт драма театрында Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” спектаклендә күрһәтелә. Кәрим Хәкимов ролен Әхтәм Абушахманов уйнай.

Минең өсөн театр һәр ваҡыт ысынбарлыҡтан ситтә булған мөғжизәле, серле бер донъя. Сәхнә артында баҫып торған ябай ғына кешеләр, сәхнәгә сыҡҡас та бөтөнләй икенсе кешегә әйләнәләр... Уларҙың ысын күңелдән уйнауҙарына ҡарап, кешеләр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ошо уйлап сығаралған донъяла йәшәй башлайҙар.

«Яндекс» аналитиктары Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ситтәге иң яҡшы театрҙар рейтингын төҙөгән. Тәүге етәүгә 527 тамашасылыҡ һәм Мәскәүҙән 1351 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры ла ингән. «Рәсәйҙең иң мөһим милли театрҙарының береһенең спектаклдәре башҡорт телендә бара; рус телле тамашасылар өсөн синхрон тәржемә ҡаралған. Сәхнәлә – көслө метафорик театр, мәңгелек темалар һәм һирәк осраған профессиональ труппа», — тип әйтелгән тасуирламала.

Театрға барығыҙ, дуҫтар! Ул илата ла, йырлата ла, көлдөрә лә, күңелдәрҙе сафландыра.

Алия Нафикова Бишбүләк икенсе һанлы урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы.

( Етәксеһе: Муллуғәлиева Зөлфидә Зөфәр ҡыҙы).
Читайте нас: