Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Март 2020, 11:55

Һоҡланғыс тауыш эйәһе

Гәрәев Радик Арыҫлан улы (23 март 1956 йыл— 29 октябрь 1996 йыл) — башҡорт опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), музыка-йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы.

Радик Арыҫлан улы Гәрәев 1956 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Яңауыл ҡасабаһында[1] тыуған[2].

Буласаҡ йырсының музыкаль һәләттәре уның бала сағында уҡ асыҡлана. Йортта һәр ваҡыт музыка яңғырай: ата-әсәһе, ағай-апайҙары башҡорт, татар һәм рус телдәрендә популяр совет эстрада йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да башҡара. Радик һәр бер көйҙө тиҙ арала эләктереп ала, телдән-телгә еңел күсә, хатта милли башҡарыу оҫталығы — ике тауышта тамаҡ менән йырлау оҫталығын да үҙләштерә (әйткәндәй, Салауат Юлаев һүҙҙәренә Ишмулла Дилмөхәмәтов импровизацияһындағы «Уралым»ды башҡарғанда ул ошо алымды ҡуллана)[3].

Ун биш йәшендә музыка училищеһына, артабан Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә һәм уны 1983 йылда тамамлай. Гәрәевтың матур тауышы, сәхнә өсөн яратылған төҫ-ҡиәфәте, эшһөйәрлеге иғтибарһыҙ ҡалмай. Икенсе курс студенты сағында уҡ уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡыралар, һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем ошонда эшләй.

Уның опера репертуарында Онегин (П. И. Чайковский — «Евгений Онегин»), Жермон (Джузеппе Верди — «Травиата»), Фигаро (Джоаккино Антонио Россини — «Севильский цирюльник»), Аҡсәсән (Заһир Исмәғилев — «Урал илселәре»), Моралес (Жорж Бизе — «Кармен») партиялары ныҡлы урын ала.

Радик Гәрәевты тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт башҡарыусыһы булдараҡ та белә һәм ярата. Ул йомшаҡ, обертондарға бай баритоны, яҡшы вокаль мәҙәниәте, тыумыштан килгән һығылмалылығы, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белеү һәләте менән айырылып торған.

1990—1995 йылдарҙа Гәрәев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры вазифаһын башҡара, опера солисы булараҡ та сығыш яһай. Ошо ваҡытта театр сәхнәһендә «Шаляпин кисәләре» тип исемләнгән опера сәнғәте, Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет фестивалдәре үткәрелә.

Операла һәм концертта йырларға, опера фестивале һәм Глинка исемендәге конкурсты ойошторорға, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булырға ла, театрҙа барған ижади процеста музыка тыңлау, уны тикшереү, ролдәрҙе билдәләүҙән башлап балет һәм опера ҡуйыусылар, дирижер һәм музыка авторы менән һөйләшергә лә барыһына ла өлгөрә ул.

1996 йылдың 29 октябрендә 41-се йәшендә генә вафат була.
Башҡорт Википедияһынан.
Читайте нас: