Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Март 2020, 17:20

Ҡыҫыр мөхәббәт (хикәйә)

Егет ҡорона инеп, аҡты ҡаранан айырыр мәленә еткәс, Марат та үҙенең киләсәге, ғаилә ҡороу ише етди мәсьәләләр хаҡында уйлана башланы. Уныңса, киләсәге яҡты, барыһы ла һәйбәт булыр төҫлө.

Тик бына тәғәйен генә йөрөгән ҡыҙы, йәр булырҙай ише генә юҡ бит әле. Күҙе төшкән ҡыҙҙар бар барлыҡҡа, әммә уларға һүҙ ҡатырға ла ҡыймайыраҡ йөрөй шул. Үҙе менән бергә эшләгән сибәркәйҙәр араһында ла бына тигәндәре бар. Типографияла ленотипистка булып эшләгән Фатима, мәҫәлән… Килмәгән ере юҡ – төҫ, тиһәң – төҫө, буй, тиһәң – буйы бар, эшкә лә һәлкәү түгел! Үҙе лә Маратҡа тыныс ҡарай алмай шикелле, һәр хәлдә, тап булышһалар, нисектер серле генә йылмайып, күҙҙәренә тура ҡарап үтә… Бындай мәлдә Фатиманың аҡ йөҙө алһыуланып, оҙон керпектәре дерелдәп киткән төҫлө була.

Ә уҙған Яңы йыл байрамы уңайынан ойошторолған табында улар осраҡлы рәүештә генә йәнәш ултырҙылар. Марат ҡыҙҙы үҙенсә хөрмәт итергә, ҡарарға тырышты: табынға ҡуйылған теге йәки был ризыҡты Фатиманың тәрилкәһенә һала, ара-тирә уға шарап тулы бокал тәҡдим итә. Ҡыҙ ҙа һис инәлтмәй, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә сарбайламай, уймаҡ ирендәренә бокалды тигеҙеп кенә ала ла, егеткә ҡарап, ихлас йылмая.

Мәжлес ҡыҙып, табындағылар талғын көйгә вальсҡа төшкәс, Марат та Фатиманы уртаға саҡырҙы. Шуны ғына көткәндәй, ҡыҙ йылдам хәрәкәттәр менән егеттең яурындарына ҡулдарын һалды… Ҡыҙҙан бөркөлөп торған хушбуй еҫенә иләҫләнеп, еңелсә башы әйләнгән егет уны иркен зал буйлап өйөрөлттө, үҙе әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек кисерҙе, хистәр диңгеҙендә йөҙҙө.

– Марат, бер һорау бирһәм, асыуланмаҫһың микән? – Фатиманың көтөлмәгән был һорауына аптырабыраҡ ҡалды башта егет.

– Әлләсе… Һорауыңды белмәйем бит әле… Шундай ҡурҡыныс түгелдер ҙә инде? – Ул, үҙ һүҙҙәренән үҙе оялғандай, ыҡ-мыҡ итте.

– Тураһын һорағанға аптырама: яратҡан ҡыҙың бармы ул һинең?

– Ҡыҙҙарҙы яратмаған егеттәр буламы икән ни? – Марат һүҙҙе шаяртыуға бормаҡсы булды. – Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа матур, берегеҙ ҙә яратмаҫлыҡ түгелһегеҙ!

– Марат, мин шаяртмайым да ул, ә ысынлап һорайым… – Фатима ҡара күҙҙәрен Мараттың күҙҙәренә төбәне. Уның ҡарашында егеткә ҡарата йәшерен һөйөү сатҡыларын да, яуаптың ниндәй булырына икеләнеү һыҙаттарын да төҫмөрләргә була ине.

– Беләһеңме, Фатима, әлеге мәлгә тиклем минең бер кемгә лә “яратам” тигән һүҙҙе әйткәнем юҡ. Дөрөҫөрәге, күңелемә ятҡанын осратманым әле…

– Ә һине яратыусы булһа, ни әйтерһең?

– Кем икән ул? – Ҡыҙҙың тел төбөн аңлаһа ла Марат уға юрый ошо һорауын бирҙе. – Әгәр ул миңә мөхәббәтен асыҡтан-асыҡ белдерһә, тотам да кәләш итәм үҙен!

– Ул ҡыҙ мин булһамсы?

– Эх, Фатима! – Егет, көйгә ҡушылып, әкрен генә йырлап ебәрҙе:

Ҡар булһаң, ҡаралмам,

Боҙ булһаң, боҙолмам,

Мин мәңге юғалмам,

Янымда һин булһаң…

Әллә егеттең ҡолағына терәлеп тигәндәй һуҙған моңонан, әллә алған яуабының шундай тәьҫирле булыуынан ҡыҙ бер аҙға юғалып ҡалды:

– Әйҙә, ултырайыҡ… Ниңәлер башым әйләнәсе, – үҙе егеттең яуабын да көтмәй ултырғысҡа ыңғайланы…

* * *

Бер нисә ай дауам итте Марат менән Фатиманың эскерһеҙ дуҫлығы. Егет хатта тәҡдим дә яһағайны ҡыҙға, тик уныһы, юҡ сәбәптәрен бар итеп, өйләнешеү мәсьәләһен кисектереп торорға булды. Белһәләр икән улар алда үҙҙәрен нимә көткәнен!

Саф мөхәббәт утында янған ике йәш йөрәк араһына ҡара йылан булып инде шул Әлимә… Дөйөм ятаҡҡа иптәш егеттәренә эйәреп кенә килгән Маратты, таҫма телләнеп, үҙ бүлмәһенә саҡырған булды, табын ойошторҙо, егеттең ай-байына ҡарамай, араҡы көсләне…

Таң алдынан Әлимәнең ҡосағында уянды егет: икеһе лә шәп-шәрә! Нимә булғанын аңлап етмәгән көйө Марат торорға уҡталды. Тик Әлимә уның муйынынан ҡосаҡлап алды ла, ҡайнар тыны менән өттө:

– Ҡайҙа ҡасмаҡсыһың, һөйөклөм? Миңә һинең менән шундай рәхәт… тағы ла бер ҡосаҡлап ҡына үп инде! Ниңә уңайһыҙланаһың, булырын булдырҙың инде, беҙ ир менән ҡатын хәҙер… Кил, йәнем, бер аҙ ғына йоҡлап алайыҡ, иртә бит әле…

– Юҡ… Һин нимә эшләттең мине, Әлимә? Оялыр инең…

– Ә-ә-ә, оятты уйлай башланыңмы ни?! Үҙең бәйләндең бит, ирекһеҙләнең… Ярай, үпкәләшмәйек инде, ҡәҙерлем… яратам мин һине, һинең ҡосағыңа инер көнөмдө еткерә алмай бер булдым… Рәхмәт, барыһы өсөн дә, гел генә шулай һөйөшөп йәшәргә насип

булһын, йондоҙҡайым… – Иркәләнеп, үҙенә һырынған оятһыҙ ҡыҙҙы ситкә этте лә, йәһәт кенә кейенергә тотондо Марат.

– Белеп ҡуй, Әлимә – беҙ бер ҡасан да бергә булмаясаҡбыҙ! Минең йәрәшкән ҡыҙым бар… Ә был эш икебеҙ араһында ғына ҡалһын. Онот мине!

– Мы еще посмотрим! – ишектән сығышлай Марат Әлимәнең ошо мыҫҡыллы һүҙҙәрен ишетеп ҡалды…

Ошо хәлдән һуң айға яҡын ваҡыт үткәс, эштән ҡайтып ингән Маратты төҫө ҡасҡан әсәһе ҡаршы алды. Ни өсөн көйәләнеүен әбей тик табын янында ғына әйтте улына:

– Әлимә исемле ҡыҙ килеп китте беҙгә… Ишкәнһең, балам, ишәк сумарын, ни тип ҡыҙ баланы алдамаҡ кәрәк… Әлимә ауырлы икән, күҙ йәштәрен түгеп, хәлен һөйләне. Күрше еңгәңдән оялһаң ни була, исмаһам, бер туған һеңлеһенә йәбешкәнһең… Алдағы йомала уҡ барып әйттерәбеҙ, белә күрә башыма гонаһ алаһым юҡ!

– Һуң, әсәй, мин бер кемгә лә йәбешкәнем юҡ… Үҙе…

– Ирҙәр барыһы ла шул инде… Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәр, тигән боронғолар, кеше алдында хурлыҡҡа ҡалаһым юҡ… Апайы насарҙан түгел, ағайын да беләм, Сәриә ҡоҙасаның ире. Тап төшһә – даландан, минең дә килен йомшап ҡына ултырғым килә…

– Әсәй, мин бит уны бөтөнләй белмәйем тиерлек… Бер генә тапҡыр табындаш булдыҡ, унда ла үҙе көсләп һыйланы…

– Аҡланма, ҡыҙ баланы мәсхәрәләп китергә закон да юл ҡуймай, иртәгә үк үҙем барам ата-әсәһенә. Шөкөр, уларға автобус йөрөп тора…

Шулай итеп, әсәһенең һүҙен йыға алманы Марат – яҙмышына баш һалды. Фатимаға иһә ҡыҫҡа ғына записка яҙып, кеше аша тапшырҙы: "Ғәфү итә алһаң, ғәфү ит! Мин ҡапҡанға эләктем." Тик һөйгәне генә яуаптың зәһәрен ебәргән: “Күбәләктәрҙең ғүмерҙәре ҡыҫҡа инде ул… Ярай, бәддоға һиңә! Ғүмерегеҙ буйына эт менән бесәй шикелле йәшәгеҙ! Минән һиңә туй теләге ошо булыр”.

Фал асҡанмы ни Фатима: Марат менән Әлимәнең ғаилә тормошо һис кенә лә берекмәне. Түшәк бүлешеп, өс балаға ғүмер бирһәләр ҙә бер-береһе өсөн ят кешеләр ине улар. Ҡатынының ситтәр менән типтереүен дә әлдән-әле еткереп торҙолар иргә, тик ул ғына балалары хаҡына барыһына ла түҙҙе, сығып китһәм, уларға ауыр булыр, тип уйланы. Балалыҡ, йәшлек дуҫтарының да юлдары һыуынды йорттарына – башта килгеләп, хәл белешеп ҡаранылар ҙа, хужабикәнең үҙҙәренә һырты менән тороуын күреп,

һыуындылар… Туғыҙ йыл бергә йәшәү дәүерендә ниҙәр күреп, ниҙәр кисермәне ир. Аңлауынса, ул хәҙер, урыҫтар әйтмешләй, “подкаблучник” ҡына ине…

Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе ул, башына ниндәй генә уйҙар килмәне. Ҡатынын күрә алмаҫ хәлгә килгән саҡтарында: “Әллә үлтереп кенә ҡотолайым да ҡуяйыммы икән?” – тип тә уйлар ине. Шулай ҙа аҡылын теҙген итә белде ул, ысынбарлыҡта ҡала, балаларының киләсәген ҡайғырта алды. Әммә…

* * *

“Марат үлгән!” – ҡот осҡос хәбәр йәшен тиҙлеге менән ҙур ауылды урап сыҡты. Уны белгәндәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ туған-тыумасаһы уларҙың йортона ашыҡты. Ишекте асып инеүселәр өҫтө аҡ туҡыма менән ҡапланған мәйет янында туҡтауһыҙ күҙ йәштәрен түккән һәм бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлаған әсәгә ҡарап, ҡатып ҡала ине:

– Ни тәҡәттәр генә итәм инде һинһеҙ, балаҡайым… Тере мәйет булып йәшәнең дә мәңгелек утҡа һалып киттең бит мине… Үҙ ихтыярым менән яҙмышыңды емерҙем шул, ғәфү итә күр, ҡолонсағым… – Унан ҡайғыһынан алйыған күҙҙәре менән килененә төбәлә. – Ҡотолдоң, албаҫты, ҡыҫыр мөхәббәтең менән баламдың башын ашаның, донъя рәхәтен күрмә берүк… Ни йөҙөң менән янына киләһең Мараттың? Башын элмәккә тығыусы һин генә бит…

Ишек төбөндө тапанған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мыш-мыш илаша. Тыштағылар иһә әкрен генә тауыш менән хәлгә үҙ баһаһын биреп, фекер алыша:

– Сабырлыҡтың да сиге бар шул… Иманын юлдаш итһен, мәрхүмдең.

– Бала ғыналары йәл бит әле, уларҙы уйлаһа ни була икән, исмаһам…

– Әлимәнең донъяһы теүәлләнде – теләге ҡабул булды…

… Маратты ерләргә райондың төрлө тарафтарынан халыҡ бик күп йыйылды. Сәскә бәйләмдәре, веноктар бихисап… Табутты ир-егеттәр алмашлап күтәреп бара. Ике ҡатын оҙатыуында табутҡа етә атлаған әсә, бар хәсрәтен түгеп ҡалырға өлгөрөргә теләгәндәй, һаман үҙенсә һамаҡлай:

– Эй, балам, балам… Үҙ йәнеңде ҡыйып, нимәләр генә оттоң инде… Ҡара йыланға ирек кенә бирҙең бит… Ике улың менән ҡыҙың аңлаһалар ярар ҙа… Эй, Хоҙайҡайым, ни өсөн кеше бәхеткәйҙәре тиң түгел икән?

– Сабыр булайыҡ, апай, Маратты барыбер кире торғоҙоп ултыртып булмай. Тәҡдире шулдыр…

Янындағы ҡатындар әсәне ниндәй һүҙҙәр менән йыуатырға белмәй аптыраны һәм үҙҙәре лә уға ҡушылып әсе йәштәрен түгә ине.

Ә Әлимә иһә кеше алдында ҡара ҡайғыға батҡан тол ҡатын сүрәтенә бик оҫта керә белде – битенән ҡулъяулығын алманы, өҙгөләнеп һөйләнде. Эсенән иһә ирен ерләү мәшәҡәттәренең тиҙерәк үтеп китеүен, килгән-киткәндәрҙең уҫал ҡараштарынан йәһәтерәк ҡотолоу мәлен көттө. Башында тик бер генә уй: өс балаһына ирен юғалтыу айҡанлы биреләсәк пособие суммаһы арыу булһа ярар ине!.. Шулай инде… ҡыҫыр мөхәббәттең ҡайғыһы ла ҡыҫыр…
"Яйыҡ" гәзитенән.
Читайте нас: