Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Апрель 2020, 11:48

Тәҡдиргә ышанырғамы, әллә тормошоңдо үҙеңә ҡорорғамы?

Шәриф тәмәке тартырға хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына әүәҫләнә.

Уға нисек өйрәнгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала ул. Армияла саҡта ике йыл быҫҡытып алған алыуын, әммә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, ата-әсәһе, һеңлеләре алдында тәмәке төтәтергә тартына. Хәйер, әрме ғәҙәтен ташламаған да булыр ине, бәлки. Атаһы ныҡ ҡына оялдырғандан һуң, тәмәкене башҡа ҡулына алмай. Яҡындарына күрһәтмәҫ өсөн йәшенеп тә, ҡышҡы әсе елдән һаҡланыр өсөн дә аҙбарға инеп тарта башлағайны, атаһы мут ҡына йылмайып:
- Улым, әсәйең һарайҙа янған тиҙәк еҫе сыға, һыйырға яҡын барырлыҡ түгел, уҡшыта, тип йөҙәтә. Ысынлап та, һыйырға ныҡ һеңә икән тәмәке төтөнө, - тигән булды.
Атаһының кинәйәһен шунда уҡ аңлай Шәриф. Организмы ла никотинға ныҡлап өйрәнмәгән булғандыр, үҙе лә көслө ихтыярлы ине - алтынсы тиҫтәһен артмаҡлағансы башҡа төтәтмәне. Яңынан тарта башлауына күп булһа ун йыл барҙыр.
Һуңғы осорҙа шырпыһын тоҡандырыуы була ҡарттың күҙе әсетеп йәшкәҙәй башлай. Әле лә бына бер ҡулында - төпсөгө, икенсеһендә - һарғайып, бөгәрләнеп бөткән ҡулъяулыҡ. Ситтән ул тәмәке тартып түгел, ә илап ултырған кеүек тойола, сөнки төтөн һурыуға ҡарағанда, субырлап аҡҡан йәшен йышыраҡ һөртә ул. Күҙе йәшкәҙәгәс, танауы ла йомшара, ултыра инде шунда мыш-мыш килеп.
...Шәриф яратып өйләнә. Бер күреүҙән сихырланған кеүек ғашиҡ була ла ҡуя. Ата-әсәһе, туғандары баштан уҡ был мөнәсәбәткә ҡаршы ине, әммә егет өҙмәй ҙә ҡуймай:
- Асияны алып бирмәһәгеҙ, бер ҡасан да өйләнмәйем, - тип, һөйөклө кешеләрен хәүефкә һала.
Тиҫтерҙәре тормош ҡора башлағас, улдары ысынтылап та буйҙаҡ ҡалып ҡуймаһын тип, ҡасаба ситендәге яңғыҙ, нисектер хатта ҡотһоҙ күренгән йортҡа ҡыҙ һоратырға барырға мәжбүр булалар. Күп тапҡыр ҡыҙҙы оҙатып килһә лә, егет әҙәп һаҡлап, бер ҙә был өй тупһаһынан аша үтергә ҡыймаған була. Әле лә күҙе томаланғансы ғашиҡ булған егет Асиянан башҡа бер кемде лә, бер нәмәне лә күрмәй. Һоратырға, никах туйы тураһында һөйләшергә генә барһалар ҙа, ҡыҙ өйөндә кейәү мунсаһы яғылған, сымылдыҡ ҡоролған булып сыға. Шулай итеп, егеттең ата-әсәһенә шул көндө үк никах уҡытып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Бер аҙна тирәһе кейәү сәйе эсеп, ҡунаҡ булғас, Шәриф кәләшен өйөнә алып ҡайта. Килен төшөрөү, килен ҡоймағы ашау кеүек тейешле йолалар үтәлеп, бер аҙ ваҡыт үткәс, йәш ҡатын, әсәйем яңғыҙ, бер үҙе ҡурҡа, ауырый йәки был өйҙә йоҡлай алмайым, баҫлығам, һаташам, эшемә лә алыҫ тип, мең төрлө сәбәп табып, Шәрифте ауыл осондағы шыҡһыҙ йорттарында йәшәргә күндерә.
Ир-егет ҡулы теймәгәнгә генә йорт тыштан шулай ташландыҡ, рәшәткәләре теше төшкән әбей һымаҡ күренәлер, тип уйлай ине Шәриф. Кәләш ҡосағынан бер аҙ арынып, күҙе асыла биргәс, өй эсендә лә шулай тәртипһеҙлек икәнлеген шәйләй. Бында бер нәмәнең үҙ урыны юҡ, бер нәмә лә кешесә түгел икән дә: түшәк-яҫтыҡ йоҡонан торғас та йыйылмай, һауыт һаба ла ашағас йыуылмай, ә ашар алдынан ғына үҙҙәренә кәрәклеһен сайып алалар. Бешеренеү-төшөрөнөүҙәре лә әҙәмсә түгел. Әсәһе ауырыуына һылтанһа, ҡыҙы эштән арып ҡайтыуын сәбәп итә. Уның ҡарауы әсәле-ҡыҙлы үҙҙәренә ваҡыт йәлләмәй. Бит-муйынына, ҡулдарына еҫле май һөртөп, хәрәкәтһеҙ ултырырға ла, төрлө үләндәр ҡайнатып, төнәтмәһендә сәғәттәр буйы ятырға ла иренмәйҙәр. Кейенеп-яһанып йөрөүҙәренән уларҙы сәхнә йондоҙҙары тиерһең. Сәстәрен бөҙрәләтеп, түбәләренә бейек итеп өйөп, ҡатырып, тырнаҡтарын буяп, текә баҫып йөрөгән Асияға, уларҙың тормош-көнкүренешен белмәгәндәр, ысынтылап та, һоҡланып ҡарағанын тоя Шәриф. Биҙәнгестәрҙе, йылтыр-ялтырлы кейемдәрҙе аҡсаһы булмаһа, көтәсәккә булһа ла алып кейгән ҡатынының ҡылығына ризаһыҙлыҡ белдерһә:
- Кеше араһында эшләйем бит, миңә матур кейенергә, матур күренергә кәрәк”, - тип яуап бирә.
Кеше араһында тигәне һатыусы булып эшләүе инде. Өйөндәге эшкә барымы булмаһа ла, һүҙ юҡ - эшендә бөтә нәмәне еренә еткереп үтәй Асия. Кәштәләре - һәр ваҡыт тәртиптә, магазины таҙа. Өйҙәгенән айырмалы бында ул бөтәһе менән дә кеселекле мөғәмәләлә. Берәй йомош табып инһә, Шәрифкә лә йылы һүҙҙәрен йәлләмәй. Эштән һуң иһә уны алмаштырып ҡуялармы ни? Шәрифкә лә, балаларына ла хеҙмәтселәренә ҡараған кеүек ҡарай.
Шәриф быларҙың бөтәһе лә ваҡытлыса тип уйлай башта. Үҙе атай-әсәһе һөйөүен татып, күркәм мөхиттә үҫкәнгә, ҡайһы берҙә яҡшы тәрбиә күрмәгән ҡатынын йәлләп тә ҡуя хатта. Ҡәйнәһенән башҡа сыҡһалар, бөтәһе лә ыңғай яҡҡа үҙгәрер, үҙ урынына ултырыр тип өмөтләнә. Яҡшы өлгө күрһәтәйем, үҙем үрнәк булайым тип, иртән торғас та, тыуған йортонда ғәҙәтләнгәнсә урынын йыйыштыра. Сәғәттәр буйына бите-күҙен буяу менән булған ҡатынын көткәнсе, һауыт-һабаһын да йыуып өлгөрә. Кешеләр нисек йәшәгәнлеген күрһәтер өсөн ата-әсәһенә, туғандарына йышыраҡ ҡунаҡҡа алып барырға тырыша. Әммә Асия кешелә тыны тарығыуына һылтанып, тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡарай. Ирен туғандарынан биҙҙерер өсөн ҡатын һәр ваҡыт уларҙың кире яғын таба, яманлай: йә уға тәрбиәләп яҡшы итеп бешерелгән аш тоҙһоҙ күренә, йә уның тәрилкәһендә ваҡ һөйәк йәки берәй сүп, хатта энә табыла.
Ҡасабала ир-егеткә эш ҡалмағас, Шәриф яҡын туғанына эйәреп, нефть тармағына эшкә китә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, вахта ысулы менән утыҙ йылға яҡын ситтә эшләй. Шул осорҙа ҡәйнәһе мәрхүмә булып ҡала, үҙҙәре ҡалаға күсеп килә, балалары юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙ аллы йәшәй башлай, өләсәй-олатай булалар. Күп һыу аға, күп нәмә алмашына, әммә Асия ғына үҙгәрмәй. Һаман өйҙә үҙен ҡол биләүсе итеп тота: Шәриф, шуны алып бир, быны илтеп ҡуй, шулайт-былайт-тегеләйт... Әҙәмсә матур итеп һораһа ни асыу? Бигерәк тә уға ҡатынының тамаҡ төбө менән бойороп һөйләшеүе оҡшамай.
Әле лә бына йомшаҡ креслоны телевизорҙың алдына уҡ шылдырып ултыртҡан да, иртәнән алып бер тормай, телевизор ҡарай. Шул урында ғына ире килтергәнде ашаны, ултырған ерендә йоҡлап та алды.
Шәрифтең яратҡан урыны иһә - балкондағы ошо мөйөш. Сәғәттәр буйы тәмәке көйрәтеп китап уҡырға ярата ул. Ҡышын аяғына быйма, өҫтөнә һырмаһын кейә лә сығып ултыра. Ҡайһы ваҡыт хатта өшөгәнен дә һиҙмәй ул. Асияның тауышын ишетмәһә - шул еткән.
Күптән түгел Шәриф ике кешенең тәҡдир һәм тормош асылы тураһында бәхәсләшеүе, бер-береһен еңә алмағас, бер аҡыл эйәһенә барыуҙары хаҡында риүәйәт уҡый. Уларҙың береһе кеше тәҡдиренә нимә яҙылһа, шуның буйынса йәшәй, тип хитлаша. Икенсеһе иһә һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тип ныҡыша икән. Аҡыл эйәһе уларҙың икеһе лә хаҡлы булыуын әйтә. Былар аптырашта ҡалғас, шулай тип аңлата:
- Һеҙҙең берегеҙ, ысынтылап та, яҙмышына нимә яҙылған шуның буйынса йәшәй һәм үҙен бәхетле йәки бәхетһеҙ тоя. Ә икенсегеҙ тормошон үҙе теләгәнсә ҡорған, тимәк, яҙмышына йоғонто яһап, бәхетле булырға, матур йәшәргә ынтыла.
Был хикәйәттең кинәйәһе тынғылыҡ бирмәне лә ҡуйҙы Шәрифкә. Ятһа ла, торһа ла шул хаҡта ғына уйланы. Быға тиклем ул ғүмер буйы тормошо менән ризалашмаған саҡтарында, ни эшләйһең, күрәсәгең шул булғас, тип бөтә бәхетһеҙлеген яҙмышына япһара ла ҡуя ине. Баҡһаң, маңлайыңа яҙылғанды үҙгәртергә лә булған икән. Үҙгәртергә булһа, иң беренсе нимәнән башлар ине икән? Моғайын, Асия менән айырылышҡан булыр ине. Тик ҡасан? Тәүҙә ҡәйнәһе булмаһа, бөтәһе лә үҙгәрер, тип өмөт итте. Аҙаҡ бер-бер артлы тыуған ике баланы аяҡҡа баҫтырғансы тип йәшәне. Ситтә эшләй башлағас, эшкә әүрәне.
Иң ҡыйыны мөҙҙәтле ялға сыҡҡас башланды уның. Бында инде ул кәрем бөткәс, кемгә кәрәк мин тип, был уйҙы башынан бөтөнләй алып ташланы ла, һимеҙлегенән аяғын саҡ һөйрәп атлаған ҡатынына хеҙмәт итеүен дауам итте. Ғәрлегенән, дөрөҫөрәге, көсһөҙлөгөнән йөрәкһегән күңелен тынысландырыр өсөн шулай итеп тәмәке көйрәтергә өйрәнеп алды бит инде. Был ғәҙәте уны, ысынтылап та, ныҡ тынысландыра ине.
Тик әле ни эшләптер яңы ғына тоҡандырған тәмәкеһен ауыҙына алғыһы килмәне уның. Йәшкәҙәгән күҙенә лә бысраҡ ҡулъяулығын яҡын килтерергә теләмәне. Офоҡто алһыу төҫкә буяп байыған ҡояшты ҡарашы менән оҙатты ла, доға ҡылғандағы кеүек ике усын бергә терәп, күккә төбәлде:
- Раббым-мәүләм, бәхетһеҙҙәр исемлегенән алып ташлап, бәхетлеләр араһына яҙһаңсы мине!.. - тип ялбарҙы.
Ошо уйынан ул ҡанатланып, ниндәйҙер еңеллек тойғоһо кисерҙе. Йәһәтләп кенә кейенде лә яҙғы кистең саф һауаһын һуларға сыҡты. Тик ләззәтләнеп оҙаҡ йөрөргә тура килмәй уға, асыҡ тәҙрәнән ҡатынының асырғанып ҡысҡырған тауышын ишетә. Әйләнеп ҡайтыуына Асияһы ултырған урынында мәңгелек йоҡоға талған була...
Шәриф ағайҙың “Мин уны үҙеңә ал тип түгел, исмаһам ҡарт көнөмдә саҡ ҡына бәхетле итһәңсе...” - тип һораным бит, тип Хоҙайға өҙгөләнеүе тураһында килене һөйләне миңә.
Мәҡәләбеҙ геройы бөгөн, ысынлап та, бәхетле. Ҡатынын ерләгәс тә, кесе ҡыҙы уны алып ҡайтып, өйөнөң түренә ултыртҡан. Ғөмүмән, ул һәр ваҡытта ла балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә булған. Биш йыл элек тәмәкеһен ташлаған, дин юлына баҫып, мәҙрәсә тамамлаған. Яҡты йөҙө, изге күңеле уны күпкә йәшерәк һәм, һис шикһеҙ, бәхетле итеп күрһәтә ...
Читайте нас: