Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Ноябрь 2020, 19:23

Иң һылыу ҡыҙ оҙаҡламай асыҡланасаҡ

Береһенән-береһе һылыуыраҡ егерме башҡорт ҡыҙы республикабыҙҙың төп матурлыҡ бәйгеһе “Һылыуҡай – 2020” конкурсы финалына әҙерләнә.

Быйыл тәүге тапҡыр бәйге бөтә ил кимәлендә үткәрелә. Тимәк төп таж өсөн Башҡортостан ғына түгел, ә ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә көс һынашасаҡ.
Бөгөн журналистар ҡыҙҙар һәм бәйгене ойоштороусылар менән яҡындан таныша алды. “Азимут” ҡунаҡханаһында ҙур матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Әйткәндәй, сара барлыҡ санитар талаптарҙы башҡарып үткәрелде – бөтәһе лә битлектәрҙә ине. Тик ысын матурлыҡты битлек артына йәшереп буламы һуң? Әлбиттә, юҡ. Ҡыҙҙарҙың битлек аҫтында ла бик сибәр икәнлеге күренеп торҙо.
Алдан әйтеүебеҙсә, быйыл бәйгелә Башҡортостандың туғыҙ зонаһынан һәм 11 төбәгенән ҡыҙҙар ҡатнаша. Бына улар: Шәүра Яхина (Сибай), Дилә Вәлеева (Мәләүез), Юлиә Абайдуллина (Силәбе өлкәһе), Эльвина Әхмәтова (Яңауыл районы), Наҙгөл Ғәлиуллина (Балаҡатай районы), Айгүзәл Исхаҡова (Борай районы), Ләйсән Шөғәйепова (Учалы районы), Зарина Вәлеева (Мәсетле районы), Розалина Ибраһимова (Көйөргәҙе районы), Эльвина Семенова (Бөрйән районы).
Ә Рәсәй төбәктәрендә үткән һайлап алыу турҙарында еңгән ҡыҙҙар автоматик рәүештә бәйгенең финалына үтте. Улар: Аймара Нафиҡова (Силәбе өлкәһе), Гөлсирә Рәхимйәнова (Свердловск өлкәһе), Гүзәл Наҙарғолова (Пермь крайы), Линиза Солтанғужина (Ырымбур өлкәһе), Эльвира Шаһиәхмәтова (Һамар өлкәһе), Лилиә Арыҫланова (Татарстан Республикаһы), Диана Байназарова (Ленинград өлкәһе), Азалия Әмирова (Мәскәү өлкәһе), Алтынгөл Бикташева (Ханты-Манси автономиялы округы), Линара Нурмөхәмәтова (Һарытау өлкәһе).
Быйыл һайлап алыу турҙары 5 сентябрҙән башланып китте һәм ноябргә тиклем дауам итте. Конкурсты ойоштороусылар һәр төбәккә һәм районға барып, конкурстар үткәрҙе һәм иң-иң ҡыҙҙарҙы һайлап алды. Һөҙөмтәлә финалға сыҡҡан егерме ҡыҙ әлеге ваҡытта дәррәү рәүештә конкурсҡа әҙерләнә. Уларҙы бөтә яҡлап та өйрәтәләр: сәхнә буйлап йөрөргә, үҙеңде тоторға, йырларға, бейергә, матур итеп башҡортса һөйләшергә һәм башҡалар.
Әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың сит төбәктәрҙән килгәндәре саф башҡорт телен белмәй, ә үҙҙәренең диалектында һөйләшә. Тик ойоштороусылар билдәләүенсә, был һис тә етешһеҙлек түгел.
– Беҙ ирекле рәүештә саф башҡортса һөйләшә белмәгән ҡыҙҙарҙы ситкә типмәйбеҙ, улар үҙ диалекттарында аралаша. Тик әҙерлек барышында улар әҙәби башҡорт телен дә өйрәнә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы тураһында күберәк беләсәк. Тимәк бәйге тамамланғас, улар белемдәрен камиллаштарып ҡайтып китәсәк. Беҙ ҡыҙҙарҙы бүлмәләргә урынлаштырған саҡта ла, телде һәйбәт белгәндәрен, насарыраҡ белгәндәре менән бергә ҡуштыҡ. Улар үҙ-ара тик башҡортса һөйләшә, – тине конкурстың директоры Артур Әлибәков.
Беҙҙең башҡорт матурлыҡ бәйгеләре һәр ваҡыттағыса донъя стандарттарынан айырыла. Башҡорт ҡыҙҙары купальникта йөрөмәй, уларҙың буй-һыны артыҡ мөһим дә түгел. Төп баҫым ҡыҙҙарҙың тәрбиәһе, үҙ-үҙен тотоуы, башҡорт мәҙәниәтен һәм рухын белеүендә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙар тышҡы матурлығы буйынса ла баһаласаҡ. Уларға 16-нан алып 25 йәшкә тиклем. Буйҙары 165 сантиметрҙан башлана.
Ҡатнашыусы ҡыҙҙар араһында мәктәп уҡыусылары ла бар. Пандемия шарттарында дистанциялы уҡыу улар өсөн файҙаға булды, тип билдәләй улар. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусылар ойоштороу кимәле менән бик ҡәнәғәт. Уларға әҙерлек һәм ҡунаҡханала йәшәү шарттары бик оҡшай икән.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡыҙҙарҙы сәхнә оҫталығына өйрәтә. Ул 28 йыл элек тәүге тапҡыр үткән “Һылыуҡай” бәйгеһен алып барған, быйыл да ул Наил Юнысов менән бергә алып барасаҡ. Проекттың төп режиссеры Айгөл Үтәгәнова быйылғы бәйгенең ҡайһы бер серҙәре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, номерҙарҙың береһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналасаҡ.
Быйылғы бәйге коронавирус пандемияһы осорона тура килде. Шуға күрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ни тиклем сикләүҙәр буласаҡ. Гала-концерт “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 3 декабрҙә үтәсәк, әммә билет һатыу булмаясаҡ. Кешеләр тик саҡырыу ҡағыҙы буйынса киләсәк һәм залдың 30 процент урындары ғына биләнәсәк. Ә ҡалғандар гала-концерттың телевизион вариантын ҡараясаҡ.
Быйыл Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурс республика бюджетынан финанслана. Шуға күрә ҡыҙҙарҙы бик матур бүләктәр көтә. Еңеүсегә иһә – автомобиль! Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас: