Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Сентябрь 2021, 08:10

Башҡортостан илһамландыра

Эстонияла йәшәүсе яҡташыбыҙ, яҙыусы Дина Гаврилованың исеме китап һөйөүсе киң даирә уҡыусыларға яҡшы таныш. Айырыуса уны тыуған яғы Бишбүләк районында яҡшы беләләр. 

Башҡортостан илһамландыра
Башҡортостан илһамландыра

Динаның ижады ҡайһы яғы менән ҡыҙыҡлы? Ул тыуып үҫкән төйәге, уның кешеләренең ябай булмаған тормошо хаҡында китап яҙа. Ҡырҙа йәшәһә лә теле бай, яғымлы. Динаның китабы башҡорт теленә лә тәржемә ителде. Уның авторы яҙыусы, журналист Дамир Шәрәфетдинов. Яҙыусы ошо көндәрҙә “Һалҡын елдәр төҫө” китабының исем туйын уҙғарҙы.

Йәйҙең һуңғы айында яҙыусы тыуған яғына ҡайтып ҡәләмдәш дуҫтары, уҡыусылары менән осрашты. Был тантаналы саралар Мәләүез районында һәм Өфөнөң Әхмәтәзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында үтте. Уны Динаның ижадташ дуҫы, Башҡортостан телевидениеһы журналисы Гөлдәриә Йосопова ойошторҙо.

Авторҙың “Һалҡын елдәр төҫө” китабын яҙыусы, шағир,журналист Дамир Шәрәфетдинов башҡорт теленә тәржемә иткән. Беҙҙең арабыҙҙан бик иртә киткән Дамирҙың хеҙмәтен ижадсылар бик юғары баһаланы. Ошо романдың беренсе өлөшө  “Ватандаш” һәм “Ағиҙел” журналдарында тулыһынса баҫылып сыҡты. Был китапты Дина Гаврилова Бишбүләк районында йәшәгән әсәһенә арнаған. Китапта ул осорҙа йәшәгән кешеләрҙең яҙмыш уртаҡлығы, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ябай ауыл көнитмешен  деталдәр, халыҡтар традициялары, йолалары ярҙамында сағылдырған. Унда һүҙ Башҡортостан сыуаштары хаҡында ғына түгел, ә күп милләтле республика халҡы тураһында ла бара. Юҡҡа ғынамы яҙыусыны дүрт телле ижадсы тип нарыҡламайҙар. Уның өсөн сыуаш теле- әсә теле булһа, рус телендә ул ижад итә, башҡорт телен тыуған еренең теле булараҡ ҡабул итә, ә эстон телендә ул әле һөйләшә.

-Эстонияла мин рус йәки сыуаш телендә һөйләшеп йөрөмәйем, әлбиттә. Ғөмүмән үҙемдең яҙыусы икәнлегемде лә артыҡ күрһәтеп бармайым. Ябай төҙөлөш компанияһында эшләйем. Әммә бөтә буш ваҡытымды китап яҙыуға арнайым, - ти автор.

Дина Гаврилова менән осрашыуҙа уның яҡташтары, ҡәләмдәш дуҫтары, “Нарспи” сыуаш фольклор ансамбле йырсылары ҡатнашты.  Унда яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡылды, видеояҙма күрһәтелде. Уҡыусылар авторҙың автографлы китаптарын һатып ала алды.  Яҙыусы тыуған яғы буйлап сәйәхәтенән бик ҡәнәғәт ҡалды. Ысынлап та көс, илһам, дәрт туплап китте ул Башҡортостандан.

bashkizi.ru

Башҡортостан илһамландыра
Башҡортостан илһамландыра
Автор:
Читайте нас: