Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Сентябрь 2021, 19:27

Медиасессия үтәсәк

Медиасессияның спикерҙары булып  «АиФ», «Московский Комсомолец» матбуғат баҫмаларының һәм «ФедералПресс» нәшриәт төркөмөнөң танылған журналистары сығыш яһай.

Медиасессия үтәсәк
Медиасессия үтәсәк

Хәбәр ителеүенсә, 10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Ул Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола. Форум сиктәрендә, "Ковид дәүере саҡырыуҙары - киң мәғләүмәт саралары, власть һәм йәмғиәт күҙлегенән" тип аталған медиасессия үтәсәк. Майҙансыҡты ойошторусылар булып "Аргументы һәм факты" баҫмаһы сығыш яһай.

Сарала "АиФ" баҫмаһының баш мөхәррире урынбаҫары Индира Кодзасова,  Рәсәй Журналистар Союзы сәркәтибе Юлиә Заһитова, «ФедералПресс» нәшриәт төркөмө шеф-редакторы Надежда Плотникова, «Московского Комсомольца» журналисы Ева Меркачева һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Майҙансыҡтың модераторы - Александр Алымов.

Сессияла ҡатнашыусылар бөгөнгө көндә иң актуаль темаларҙың береһе булған коронавирус пандемияһы, уның тормошто "уға тиклем" һәм "унан һуң" бүлеүе хаҡында фекер алышасаҡ.

"Бөтә матбуғат баҫмалары өсөн был ике йыл һынау һәм шул ваҡытта яңы мөмкинлектәр осоро. "АиФ" ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә "удаленка"ға күсте. Федераль офиста ҡына түгел, ә төбәктең унлаған редакцияһы ла дистанцион режимда эшләне", - ти спикерҙарҙың береһе, "АиФ" баҫмаһының баш мөхәррир урынбаҫары.

Медиассесия 10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк.

Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.

bashgazet.ru

Медиасессия үтәсәк
Медиасессия үтәсәк
Автор:
Читайте нас: