Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Сентябрь 2021, 11:04

Сиратта - Ришат Төхвәтуллин

Элвин Грейҙың туйында сәскә тотҡандан һуң йырсы Ришат Төхвәтуллинға дуҫ-таныштарынан бик күп һорауҙар яуа башлаған. Был хаҡта популяр йырсы Инстаграм битендә һөйләй.

Сиратта - Ришат Төхвәтуллин
Сиратта - Ришат Төхвәтуллин

«Туйҙарҙы гөрләтеп уҙғарып ебәрҙек. Хәҙер инде, һинең туйың ҡасан, тип һорайҙар. Оҙаҡ көтөргә түгел, дуҫтар. Ул яҡлап та ҡалышмабыҙ. Иҫән-һау булайыҡ», — тигән ул.

Ришат туйының 2022 йылда буласағы тураһында белдергән. «Вәғәҙә бирәм», — тигән.

Ришат Төхвәтуллин үҙенең шәхси тормошо тураһында һөйләргә яратмай. Халыҡ йырсыны төркөмдәге йырсы Алия Ҡарасурина менән осраша тип уйлай. Улар парлы мәжлестәрҙә, байрамдарҙа һәр ваҡыт бергә.

Алия Ҡарасуринанан Ришат менән мөнәсәбәттәре тураһында һорағас, ул: «Беләһегеҙ килһә, Ришаттың үҙенән һорағыҙ. Ваҡыты еткәс, барыһы ла билдәле булыр», — тип яуап биргән.

kiziltan.ru

Сиратта - Ришат Төхвәтуллин
Сиратта - Ришат Төхвәтуллин
Автор:
Читайте нас: