Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Сентябрь 2021, 05:27

Сарматтарҙың алтын боландары — башҡорт ерендә

Әлеге ваҡытта Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары уникаль күргәҙмәне ҡарай ала.  

Сарматтарҙың алтын боландары — башҡорт ерендә
Сарматтарҙың алтын боландары — башҡорт ерендә

2500 йыл элек яһалған алтын боландар тупланмаһы заманында донъяның фәнни йәмәғәтселеген шаҡ ҡатырғайны. «Сармат алтынын» 1987 йылда Башҡортостан археологы Анатолий Пшеничнюк тапҡан. Был артефакттар V-IV быуатта уҡ Башҡортостан биләмәһендә үҫешкән цивилизация барлығын дәлилләй. Быға тиклем археология һәм этнография музейы Этнология тикшеренеүҙәре институтының ябай халыҡҡа ябылған базаһы рәүешендә эшләй ине. Хәҙер иһә был күргәҙмә киң йәмәғәтселеккә асылды. Хәҙер сарматтар алтынын һәр кеше лә күрә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 6. Эш ваҡыты: 10:00-17:00

Ҡоролтай.

shonkar.com

Сарматтарҙың алтын боландары — башҡорт ерендә
Сарматтарҙың алтын боландары — башҡорт ерендә
Автор:
Читайте нас: