Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Октябрь 2021, 11:35

Салауат Юлаев һәйкәле һаҡланып ҡалырмы?

Башҡортостан власы йәмәғәтселек менән Салауат Юлаев һәйкәленә реставрация яһау тураһында фекер алышты. Активистарҙы монументтың һыны һаҡланып ҡалырмы тигән һорау борсой. Ысынлап та ремонт кәрәкме тигән һорау биреүселәр ҙә бар.   Активистарҙы монументтың һыны һаҡланып ҡалырмы тигән һорау борсой. Ысынлап та ремонт кәрәкме тигән һорау биреүселәр ҙә бар.

Салауат Юлаев һәйкәле һаҡланып ҡалырмы?
Салауат Юлаев һәйкәле һаҡланып ҡалырмы?

2019 йылда БР Күсемһеҙ мираҫты һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәге белгестәре һәйкәлде тикшергәндә күп дефекттар асыҡлаған. Шул мәлдән алып коррозия майҙаны 10%-ҡа артҡан, постамент 7 сантиметрға ултырған, иретеп йәбештереү йөйҙәре тағы ла нығыраҡ таушалған, һәйкәл аҫтындағы ҡая ташлы нигеҙҙең ел-һыуҙың емергес тәьҫиренә дусар булыуы дауам итә. Эксперттар әйтеүенсә бында майҙандағы фонтандың һыуҙы ситкә алып китеү системаһы ла өлөшләтә ғәйепле. Киңәйгән таш ярыҡтарында ҡоштар оя ҡорған. Ремонт мәлендә ҡурған тупрағын нығытыу тәү сиратта башҡарыласаҡ.

Ярты быуаттан ашыу элек урынлаштырылған һәйкәлдең эс яғында ла проблемалар етерлек. Ул тыш яҡтан һауа шарттарынан тутыҡһа, эске ҡыуыш өлөшөндә емергес тәьҫирле конденсат барлыҡҡа килә. Осрашыуҙа Мәскәүҙән онлайнда ҡатнашҡан Рәсәй скульпторы Салауат Щербаков белдереүенсә, скульптура суйындан ҡойолған — был материал үткән быуаттың 60-сы йылдарында яңы ҡулланыла башлаған һәм үҙенсәлектәре етерлек кимәлдә өйрәнеп етелмәгән булған.

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Азамат Ғәлин, үҙ сиратында, йәмғиәттә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ бер нисә сәбәп арҡаһында килеп сығыуы мөмкин тип аңлатты. «Иң беренсе был мәғлүмәттең етмәүе. Һәйкәлдең емерелеүе күренгән ошо фотоһүрәттәрҙе һәм видеояҙманы кешеләргә күптән күрһәтергә кәрәк ине. Артабан ремонт хаҡы килә — кемдер 100 млн һум ти, бәғзеләр был һанды 600-гә еткергән. Сатнауҙарҙың тәбиғи, быға хәтлем дә булғанын аңлатыусылар ҙа бар. Улар быны һәйкәлде өлөшләп йыйыуҙан килеп сыҡҡас тип бара. Халыҡ проблемалы хәбәрҙәрҙән "хайп" тота тип яуаплар урынға, килеп тыуған хәлде шунда уҡ ентекле итеп аңлатыу кәрәк ине», — тип үҙ фекерен әйтте Ғәлин.

Эштәрҙе башлар алдынан бер нисә ай дауамында документтар килешеүе төҙөргә кәрәк буласаҡ. Төп процесты киләһе йылдың май-июнь айҙарында башлау күҙаллана. Әгәр ҙә графиктан һәм техник шарттарҙан ситкә тайпылыу булмаһа ремонт-реставрация эштәрен туғыҙ айҙа тамамларға мөмкин.

Монументтың тышҡы ҡиәфәте үҙәрмәһен өсөн баштан объектты 3D форматта төшөрәсәктәр. Буяуға килгәндә, иң тәүҙә булған төҫкә оҡшатып һоро сланец төҫө һайланған.

Алдан хәбәр итеүҙәренсә, һәйкәлде ситкә алып китмәйенсә шундағы майҙансыҡта реставрация яһарға ҡарар ҡылғандар.

https://www.bashinform.ru

Салауат Юлаев һәйкәле һаҡланып ҡалырмы?
Салауат Юлаев һәйкәле һаҡланып ҡалырмы?
Автор:
Читайте нас: