Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Октябрь 2021, 02:01

Туристик маршруттар арта

Ғафури районында Еҙем йылғаһы буйында “Һарыташ” туристик базаһы төҙөлөшө дауам итә.

Туристик маршруттар арта
Туристик маршруттар арта

Проект ҡунаҡтар өсөн ете уңайлы а-фреймдан (каркаслы йорт-ҡыуыш) һәм административ тәғәйенләнешле бер а-фреймдан торған глэмпингтар комплексы сифатында тормошҡа ашырыласаҡ. Был – 2020 йылда Туризм буйынса федераль агентлыҡ ойошторған туризм буйынса конкурс еңеүселәре исемлегенә ингән проект. Төбәккә дөйөм грант ярҙамы суммаһы 43 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Проект иһә өс миллион һум күләмендә грант яуланы, финанслау суммаһы - ике миллиондан һумдан ашыу. Конкурсҡа ғаризалар Туризм буйынса дәүләт комитетының әүҙем консультациялары ярҙамында рәсмиләштерелде.

"Глэмпингтар Башҡортостанда популярлыҡ яулай бара. Был – походтар һәм палаткалар романтикаһын баһалаған, әммә уңайлылыҡтарҙан баш тартмағандар өсөн ял. Һәр эшҡыуар үҙенең уңайлы туристик объектын булдырырға тырыша һәм был шәп", - тине республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.

Глэмпингтар комплексын күтәреү буйынса эштәрҙе быйыл тамамламаҡсылар. Проект республиканың географик үҙәгендә – Ғафури районындағы Еҙем йылғаһы буйында – урынлашҡан. Эшҡыуарҙар уйлауынса, ул эске туризм үҫешенә булышлыҡ итәсәк һәм тәбиғәттә, әммә ҡунаҡхана кеүек шарттарҙа ял итергә яратҡан туристарға ҡулайлы.

"Йәшәү өсөн модулдәр ҡунаҡтар уңайлылығы өсөн мотлаҡ булған барлыҡ ҡоролмалар – йомшаҡ карауат, электр уты, душ, интернет һәм бәҙрәф - менән йыһазландырыласаҡ. Проект инвалидтар, аҙ хәрәкәт иткәндәр өсөн барьерһыҙ туризм үҫешен күҙаллай. Торлаҡ модулдәре сиселмәле пандустар, террасалар менән йыһазландырыласаҡ", - тип белдерҙе проектты ойоштороп грант алған Илшат Бәхтиәров.

Глэмпингтан дүрт километр арауыҡта үҙенсәлекле тәбиғәт объекты – Киндерле мәмерйәһе урынлашҡан. Ойоштороусылар район биләмәһендә ат экскурсиялары, туристик саралар үткәрергә планлаштырыла.

"Һәр проект, шул иҫәптән ҙур булмағаны ла, республикабыҙҙың туристик инфраструктураһын үҫтереүгә, халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеүгә, килемде арттырыуға булышлыҡ ҡыла", - тип билдәләне Эльмира Туҡанова.

2021 йылдың көҙөндә Туризм буйынса федераль агентлыҡ эске һәм тышҡы туризм үҫешенә йүнәлтелгән ижтимағи, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына грант ярҙамына ғаризаларға конкурс һайлауын башлай. Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостанда ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын киңәйтеү менән ҡыҙыҡһынған йүнселдәргә консультация ярҙамы күрһәтә.

Фото: Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты.

#нацональныепроекты#регпроекты

 

Туристик маршруттар арта
Туристик маршруттар арта
Автор:
Читайте нас: