Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Октябрь 2021, 07:42

"Берҙәмбеҙ һәм әүҙембеҙ"

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте.  

"Берҙәмбеҙ һәм әүҙембеҙ"
"Берҙәмбеҙ һәм әүҙембеҙ"

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте. Унда республиканан рәсми ҡунаҡтар сифатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы белгесе Илдус Ҡаһарманов ҡатнашты.
Сара сиктәрендә «Аҡбуҙат» журналы мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина баҫманың йәш уҡыусылары Ансар һәм Дана Бүләковтар, Алина һәм Диана Йәһүҙиналар, Әминә һәм Рәшит Хаматовтар, Самир Ибраһимов менән осрашты.

Балаларға журналдың махсус һаны, дүрт телдә сыҡҡан «Тере шишмә» китабы, милли орнаменттар менән биҙәлгән «Урал батыр» комикстары бүләк ителде.

Санкт-Петербург ҡалаһында йәмәғәт башланғысы менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе дәрестәре ойошторолған. Унда 15 бала шөғөлләнә.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, йәкшәмбе мәктәбенә ярҙам йөҙөнән алфавит, уҡытыу-методик ҡуланмалар, нәфис әҙәбиәт тапшырҙы. Исмәғил Тасимов көндәрендә әүҙем ҡатнашҡан Артем Фәхриевкә министрлыҡ дипломдары тапшырылды.

Башҡорт мәҙәниәте көндәре ҙур гала-концерт менән тамамланды. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлназ Ибраһимова әйтеүенсә, сара бик матур үткән. Концерт программаһы «Ирәндек» фольклор ансамбле ойошторолоуға 35 йыл тулыуға арналған. Шулай уҡ «Наза» бейеү ансамбле лә сағыу сығыштары менән тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған.

— Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алған осорҙа ошодай күркәм сара үткәрелеүе бик әһәмиәтле. Милләттәштәребеҙ ошо мөһим саранан ситтә ҡалмаҫ, әүҙем ҡатнашыр, тип ышанабыҙ. Санкт-Петербург башҡорттарына килгәндә, беҙ — берҙәм һәм әүҙем. Башҡортостанға ярҙам һәм хәстәрлек өсөн рәхмәт, артабан да был бәйләнештәр нығыныр тип өмөтләнәбеҙ, — ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы.

Санкт-Петербург ҡалаһы хакимиәтенең Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәте буйынса комитетының етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Семкин түбәндәге фекерен белдерҙе.

– Ҡалабыҙҙа башҡорт мәҙәниәтенә бағышланған йөкмәткеле, матур сара үтте, уны Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Был ойошма менән беҙҙең комитет күптән хеҙмәттәшлек итә, ҡоролтай – тотош ҡалаға билдәле саралар үткәреп торған беҙҙең ышаныслы партнер. Мәҫәлән, йыл һайын Петербургта үткәрелә килгән “Башҡортостан һылыуы” бәйгеһе күркәм йолаға әүерелде, бейеү ансамбле иһә Санкт-Петербургтың барлыҡ мөһим сараларында ҡатнаша. Ҡоролтай етәксеһе Гөлназ Ибраһимова әүҙем тормош позицияһы өсөн айырым рәхмәтемде еткерәм, -тине Александр Игоревич.

Фото рәсми сығанаҡтан.

bashgazet.ru

"Берҙәмбеҙ һәм әүҙембеҙ"
"Берҙәмбеҙ һәм әүҙембеҙ"
Автор:
Читайте нас: