Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Ғинуар 2022, 16:11

Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҙур юбилей саралары ойошторола

Өфөлә Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҙур юбилей саралары ойошторола
Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҙур юбилей саралары ойошторола

2022 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән республикала шағирҙың 90 йыллығы билдәләнә.

«Бик күп саралар (онлайн һәм офлайн) үткәрергә ниәтләйбеҙ. «Китап»та тәүге тапҡыр бер юлы 5 китап нәшер ителә, улар араһында Рәми Ғариповтың ижады, уның хаҡында китаптар ҙа бар. Күптән көтөп алынған ваҡиға – Булат Йосоповтың шағирҙың тормошо тураһында кинофильмы, – тип билдәләне ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов. – Рәми Ғарипов – ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры, уның ижадын йыш ҡына Есениндың ижады менән сағыштыралар».

Саралар планына ярашлы, 11 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Рәми дәресе» берҙәм республика тематик дәресе үткәрелә. Гимназияла Рәми Ғариповтың музей-кабинеты яңыртыла. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты менән берлектә Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Йәш ижадсы» конкурсы һәм интернет-викторина уҙғара.

12 февралдә шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалыу һәм Рәми Ғарипов иҫтәлегенә тантаналы митинг планлаштырыла. Рәми Ғариповтың юбилейына арналған шиғриәт кисәһе шағирҙың тыуған яғы Салауат районында ойошторола.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Рәми Ғариповтың шиғырҙарын донъя телдәренә тәржемәләү, шағирҙың ижады буйынса буктрейлерҙар республика конкурстарын үткәрә.

Юбилей саралары барышында шиғыр ятлаусыларҙың республика конкурсы, Ғарипов уҡыуҙары, туған тел уҡытыусылары өсөн ғилми-методик конференция, «Башҡортостандың йөҙ шағиры» республика әҙәби марафоны, Рәми Ғарипов иҫтәлегенә «Көрәш» республика турниры, волейбол буйынса республика турниры һәм башҡа саралар ойошторола.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә шағирҙың хәтер кисәһе апрелдең икенсе яртыһында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Булат Йосоповтың «Рәми Ғарипов. Шағир көндәлеге» нәфис фильмының премьераһы көҙ көнө күрһәтелә.

gazeta-toratau.ru

 

Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҙур юбилей саралары ойошторола
Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҙур юбилей саралары ойошторола
Автор:
Читайте нас: