Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Февраль 2022, 09:42

Роберт Юлдашев ҡурайҙы бар донъяға танытты: уны ситтә лә беләләр һәм яраталар

15 февраль 19:00 сәғәттә "Башҡортостан" концерт залында ҡурай моңо үҙ тамашасыларын йыя.

Роберт Юлдашев ҡурайҙы бар донъяға танытты: уны ситтә лә беләләр һәм яраталар
Роберт Юлдашев ҡурайҙы бар донъяға танытты: уны ситтә лә беләләр һәм яраталар

Роберт Нәжип улы — башҡорт музыканты, ҡурайсы. «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.  Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы (2007). Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012).

Роберт Нәжип улы Юлдашев 1971 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 2000 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (Айрат Ҡобағошов класы). Бала сағынан спорт менән әүҙем шөғөлләнә. «Салауат Юлаев» хоккей клубының балалар командаһы составында уйнай.

1989 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1991 йылдан «Аҡйондоҙ» музыка төркөмөндә сығыш яһай. 1995—1998 һәм 2001—2003 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ха­лыҡ бейеүҙәре ансамбле музыканты була.

shonkar.com

 

Роберт Юлдашев ҡурайҙы бар донъяға танытты: уны ситтә лә беләләр һәм яраталар
Роберт Юлдашев ҡурайҙы бар донъяға танытты: уны ситтә лә беләләр һәм яраталар
Автор:
Читайте нас: