Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Февраль 2022, 16:26

Бушҡа файҙаланырға мөмкин

Башҡортостан халҡы ла хәҙер балансы нулгә төшкән осраҡта ла Рәсәй интернет-сервистарынан бушлай файҙалана ала. 

Бушҡа файҙаланырға мөмкин
Бушҡа файҙаланырға мөмкин

Элемтә операторҙары «Бәйләнештә» һәм Дәүләт хеҙмәттәре ресурстарынан ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, МТС асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2022 йылдың 1 февраленән үҙенең абоненттарына Дәүләт хеҙмәттәре порталынан һәм kremlin.ru ресурсынан бушлай файҙаланырға рөхсәт итте. 23 февралдән элемтә операторының түләүһеҙ  ресурстары исемлеге «Бәйләнештә» социаль селтәре менән тулылана.
Мәғлүм булыуынса, Дәүләт хеҙмәттәре һәм «Бәйләнештә» социаль селтәре 2022 йылдың ғинуар аҙағында Хөкүмәт комиссияһы раҫлаған социаль әһәмияәтле сайттар исемлегенә инде.
Сайттарҙы компьютер йәки смартфон браузерында, шулай уҡ рәсми ҡушымтала асырға була.
Интернетҡа бушлай тоташыу схемаһы карточкала күрһәтелгән.

https://belizv-tat.ru

Бушҡа файҙаланырға мөмкин
Бушҡа файҙаланырға мөмкин
Автор:
Читайте нас: