Ағай, абзый – ата-әсәңдән кесе, һинән өлкән ир туғаның.
Апай (апый) – һинән өлкән, ата-әсәңдән йәш ҡыҙ туғаның.
Еҙнә – апайҙың ире.
Ир, абышҡа – ҡатын кешенең хәләле.
Бисә, ҡатын, хәләл ефет – ир кешенең ише.
Ҡустым, мырҙа, энем – ир туған.
Ағай-энелэрҙең ҡатындарының үҙ-ара ҡәрҙәшлеге.
Һылыу, һеңле, һеңлекәш – ҡатын - ҡыҙ үҙенән кесе ҡыҙ туғанына, ғөмүмән, кесе ҡатын - ҡыҙға һеңлем, тип мөрәжәғәт итә. Ә бына ир – егеттәр үҙенән кесе ҡыҙ туғанына һеңлекәш тип өндәшә.
Ҡарындаш һүҙе бер әсә балалары тигәнде аңлата.
Үгәй бала – ҡатындың (йәки ирҙең) эйәреп килгән балаһы.
Апай – ата-әсәңдән йәш, һинән өлкән ҡатын-ҡыҙ туғаның.
Өләсәй, ҡәртәсәй, ҡәртнәй – атайҙың (әсәйҙең) әсәһе.
Олатай, ҡарттай – атайҙың йәки әсәйҙең атаһы.
Ҡәйнә, бейем, бианай – ирҙең әсәһе.
Тәнәй - ьапай менән ағайҙың иң кесе туғаны.
Ҡайнаға – ир (ҡатын) кеше өсөн ҡатынына ( иренә) ағай булған кеше.
Ҡәйенбикә, ҡайымбикә – ир кеше (ҡатын) өсөн ҡатынына (иренә) апай булған кеше.
Бикәс, ҡайынһеңле – иренең һеңлеһе.
Ҡайынбикә – ҡатындың апаһы.
Ҡоҙаса - ҡоҙаларҙың ҡыҙы, апаһы, ҡарындашы, еҙнәнең (кейәүҙең) йәки килендең ҡарындашы, йәғни бында йәштең әһәмите юҡ.
Тыума – никахһыҙ тыуған бала.
Ҡәйнеш – ирҙең йәки ҡатындың ҡустыһы.
Балдыҙ – ҡатындың һеңлеһе.
Бажа, бажай – бер туған ҡыҙҙарҙың (ҡәрҙәштәрҙең) ирҙәре.
Килен –ҡустыңдың, улыңдың ҡатыны.
Ҙур бабай – олатай, өләсәйҙән өлкән ир ҡәрҙәш.
Әбей – оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ туғаның йәки өлкән йәштәге сит ҡатын-ҡыҙға ла шулай өндәшәләр.
Кинйә (ул йә ҡыҙ) – иң кесе (төпсөк) бала.
Кейәү – ҡыҙың, һеңлең, ҡарындашың тейешле кешенең ире.
Кәләш – йәш ҡатын.
Көндәш – бер ирҙең ҡатындары.
Ләйлә ҒҮмәрова әҙерләне.