Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Март 2023, 16:05

Бейеү ритмындағы тормош

Зилиә Таран бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған

Бейеү ритмындағы тормош
Бейеү ритмындағы тормош

Мәҙәниәт өлкәһендә, мoғайын, һәләтле hәм үҙ маҡсатына ирешеү күп көс һалған кешеләр генә эшләй алалыр. Тамашасылар бик яҡшы башҡарылған йырҙы, уңышлы уйналған сәхнә әҫәрен йәки ялҡынлы бейеүҙе алҡыштар менән оҙата, номерҙы әҙерләгәндә башҡарыусыға hәм уның етәксеһенә барлыҡ хаталарҙы төҙәтеүҙә ниндәй хеҙмәттәр hәм нерв көсөргәнешлеге кисерергә тура килгәнен белмәй.

— Мин бала саҡтан уҡ бейергә яраттым hәм үҙ яҙмышымды бейеүҙәр  менән бәйләргә теләнем, — ти Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайы методисы, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында йәшәүсе Зилиә Борис ҡыҙы. - Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәниәт техникумына уҡырға керҙем. 2006 йылда диплом алғас, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы Мәҙәниәт йортонда методист булып эшләй башланым. Бер йылдан һуң ул дoнъяны күрергә hәм Мәскәүгә яҡныраҡ күсенеп, мәҙәниәттең шау-шыулы дoнъяһында «ни өсөн мин тик торам», тип ныҡлығын һынап ҡарарға булдым.

Шулай итеп, беҙҙең яҡташыбыҙ ете йыл Владимир өлкәһендә Нововязниковский Мәҙәниәт һарайына барып сыға. Ул бында «Каприз» балалар вокаль коллективы етәксеһе булып уңышлы эшләй hәм шул уҡ ваҡытта балалар менән параллель рәүештә ритмика буйынса дәрестәр үткeрә. Кейәүгә сыға, һәм уның улы Максим тыуа.

2014 йылда Зилиә кyңел ҡушыуы буйынса ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайта.

— 2015 йылда Ҡыңғыр-Мәнәүез Мәҙәниәт йортона эшкә урынлаштым, унда «Умырзая» хореография ансамблен ойошторҙом, ә инде биш айҙан һуң Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайына методист вазифаһына кyсерелдем, — тип дауам итә Зилиә Борис ҡыҙы.

— Ләкин мин үҙем ойошторған бик һәләтле Ҡыңғыр-Мәнәүез  ауылы балаларынан торған балалар хореография ансамбле «Умырзая»ны яҙмыш ҡосағына ҡалдыра алманым. Бөгөнгө көндә унда өс төркөм бар: кесе hәм урта состав. «Йондоҙсоҡ», ә өлкән төркөм «Умырзая», тип атала. Унда минең ун бер йәшлек улым Максим да сығыш яһай. Ул Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мeктәбенең 4-се класында бишлегә генә уҡый. Барлыҡ малайҙар кеүек яҡшы бейей. Балалар занятиеларға бик теләп йөрөй. Ата-әсәләре улар өсөн бик шатлана. Сөнки беҙҙең «Умырзая» хореография ансамбле муниципаль hәм республика конкурстарында күп тапҡырҙар еңеүсе булды. Беҙ барыбыҙ бергә тыуған ауылыбыҙҙең мәҙәниәтен күтәрәбеҙ, тип әйтергә мөмкин. Беҙҙең репертуарҙа халыҡ hәм эстрада бейеүҙәре бар.

Зилия Таран 2021 йылда Башҡорт дәүләт университетының культурология йүнәлеше буйынса философия heм социология факультетын уңышлы тамамлап, Бишбүләк Мәҙәниәт һарайы сайтын алып бара. Һәм был сайт йыл һайын  үткәрелә торған республика конкурстарында районда уҙғарылған барлыҡ мәҙәни сараларҙан яңылыҡтар hәм уңышлы фотолар баҫтырып сығарыу буйынса даими рәүештә призлы урындар ала. Зилиә hәүәҫкәр фотография менән мауыға hәм тыуған яҡ тәбиғәтен төшөрөргә ярата. Ул шулай уҡ районда «Пушкин картаһы» проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн яуаплы. Йәнә беҙҙең район республика буйынса иң яҡшы  бишлектә! Һәм беҙҙең героиняның район хакимиәтенән hәм

Мәҙәниәт һарайынан, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәгенән  бер нисә Рәхмәт хаты hәм Маҡтау грамоталары бар.

— Миңә ғаиләм, бигерәк тә мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән яратҡан әсәйем Нилә Сәхиулла ҡыҙы hәр ваҡыт ярҙам итә, — ти Зилиә Борис ҡыҙы әңгәмә аҙағында. — Һәм айырыуса Мәҙәниәт һарайының барлыҡ татыу методик бүлегенә рәхмәт белдергем килә. Беҙ бер команда! Коллектив бик берҙәм: hәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Фото Зилиә Тарандың шәхси архивынан .

Бейеү ритмындағы тормош
Бейеү ритмындағы тормош
Автор:
Читайте нас: