Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Февраль , 10:37

«Бейеү — минең тормошом!»

Бишбүләктән Алһыу Файзуллина кешеләргә файҙа ғына түгел, яҡшы кәйеф тә килтерә торған hөнәр һайлаған

«Бейеү — минең тормошом!»
«Бейеү — минең тормошом!»

Алһыу мәктәпкә барғас та  бейеү түңәрәгенә йөрөй башлған. Әсәһе ҡыҙын халыҡ бейеүҙәре түңәрәгенә яҙҙырған. Ул тәүҙән үк бейергә, хәрәкәттәр өйрнергә яратҡан. Ул ваҡытта әле ҡыҙ был мауығыуҙың ҙурыраҡ  нәмәгә әүереләсәген белмәй.
— Коронавирус пандемияһы арҡаһында барлыҡ түңәрәктәр ҙә ваҡытлыса ябылды. Шул ваҡытта мин бейеүһеҙ йәшәй алмауымды аңланым, — ти Алһыу Файзуллина. — Дистанцион уҡыуҙан һәм дәрестәрҙән һуң кистәрен танылған бейеүселәрҙең һәм  ансамблдәрҙең бейеүҙәрен ҡараным heм улар кеүек бейергә хыялландым. Пандемиянан һуң бейергә төркөмдәр йыя  башланылар. Оҙаҡ уйлап тормаҫтан, Елена Юрьевна Давыдоваға яҙылып, яратҡан эшем менән шөғөлләнә башланым. Оҙаҡ туҡтап торғандан һуң ауыр булды. Ҡулдарым, аяҡтарым тыңламаны, ләкин мин төшөнкөлөккә бирелмәнем, яңынан бейергә өйрәндем. Шулай итеп, беҙ йыл һайын ансамбль репертуарын тулыландырҙыҡ, төрлө халыҡтарҙың яңы бейеүҙәрен өйрәндек. Әммә башҡортхалыҡ бейеүҙәре күңелемә ятты. Мине һалмаҡ  хәрәкәттәр, бейеү характеры бик ныҡ рухландырҙы. Елена Давыдова етәкселегендәге «Школа умных танцев» өлгөлө хореография ансамбле составында Алһыу район, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәрендә ҡатнаша. Улар күп тапкырҙар еңеүсе hәм призер булды.

— 9-сы класҡа ҡәҙәр ниндәй һөнәр һайларға белмәнем. Буласаҡ hөнәрем кешелeргә файҙа ғына түгел, яҡшы кәйеф тә килтерһен өсөн тормошомдо ижад менән бәйләргә теләнем, — тип дауам итә Алһыу. — Мин был турала оҙаҡ уйланым. Һәм мин тормошомдо бейеү менән бәйләргә булдым. Был хаҡта ата-әсәйемә һөйләнем. Улар, әлбиттә, мине хупланы. Мин үҙемдең буласаҡ һөнәремде һайлауыма шат инем, ул миңә рәхәтлек, тирә-йүндәгеләргә шатлыҡ  шатлык килтерәсәк. Сөнки бейеү тәү сиратта матурлыҡты белдереүсе сeнғәт. Оҙаҡҡа һуҙмайынса, уҡырға керергә әҙерләнә башланым. Күнекмәләр яһаным, тәндең һығылмалылығын арттырҙым, яңы бейеүҙәр өйрәндем, концерттарҙа сығыш яһаным, хореограф булырға уҡырға мөмкин булған урындар тураһында мәғлүмәт уҡыным. Ғөмүмән, тулыһынса бейеүгә бирелдем. Ләкин имтихандар, уҡыу hәм дәрестәр тураһында ла онотманым.
Алһыу имтихандарын яҡшы тапшырып, уҡыуын «бик яҡшы» билдәләренә генә тамамлай. Хәҙер хыялында йөрөткән hөнәрен алыу өсөн шул уҡыу йортыона керергә генә ҡала.
— Әлбиттә, ҡыҙым борсолдо. Ул барыһы ла килеп сығырмы, дөрөҫ ҡарар ҡабул итемме, тип йыш уйланды, — ти Алһыуҙың әсәһе Алия Файзуллина.
Яҡындарының ярҙамы менән ҡурҡыуҙар тарала. Алһыу документтарын тапшыра, имтиханнарҙы уңышлы бирә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт республика мәҙәниәт hәм сәнғәт колледжына уҡырға керә.
— Минең бәхетем сикһеҙ ине. Яңы көс менән уҡыу йылына студент статусында керҙем. Башта өйрәнеп китеүе ауыр булды. Ҙур физик көсөргәнеш, махсус дисциплиналар, өйҙө, туғандарымды, дуҫтарымды hәм үҙем уҡыған мәктәпте бик һағындым. Барыһы ла беренсе тапҡырҙан килеп сыҡманы. Әлегә ҡәҙәр, ваҡыт-ваҡыт, тырышлыҡ hәм күнекмәләрһеҙ барыһы ла шыма түгел, ләкин мин бик тырышам heм маҡсатыма ирешәм. Мин күнегеүҙәр яһайым, техниканы үҙләштерәм, яңы бейеүҙәр өйрәнәм. Мин сәхнә, сығыш процесын бик яратам, кешеләргә яҡты хистәр бирергә, уларҙың алҡыштарын hәм шат йөҙҙәрен күҙәтергә яратам. Педагог Елена Юрьевнага бейеүгә һөйөү тәрбиәләгәне, дoнъяға ҡарашымды үҙгәрткәне һәм өгөт-нәсихәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Сәнғәт етәкселәренә, район
Мәҙәниәт һарайы режиссеры Ольга Валерьевна Ивановаға hәм Эльвира Владиславовна Хөснөтдиноваға ҙур рәхмәт. Улар ярҙамында сәхнәне, тамашачыларны яраттым, ҡыйыу булырға өйрәндем. Шулай уҡ башҡорт телен уҡытҡан Зөлфидә Зөфәр ҡыҙы Муллағәлиеваға рәхмәт белдергем килә. Ул да беҙҙең менән тырышып эшләне, беҙ уның менән төрлө театр конкурстарында ҡатнаштыҡ. Ата-әсәйем Алия Тәфкил ҡыҙы hәм Венер Фәнил улына миңә hәр ваҡыт ярҙам иткәндәре hәм
hәр нәмәлә теләктәшлек белдергәндәре өсөн рәхмәтлмен, — ти Алһыу. — Хәҙер бейеү минең хобби йәки мауығыу ғына түгел,
ул минең тормошом hәм киләсәгем. Бейеүһеҙ йәшәй алмаҫмын кеүек.  Ул маҡсаттарыма ынтылыш бирә
Венера КЛЮШНИКОВА.
Фото Алһыу Файзуллинаның ғаилә архивынан.

 

 

 

«Бейеү — минең тормошом!»
«Бейеү — минең тормошом!»
Автор:
Читайте нас: