Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Март , 08:48

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй

Елена  Павловна Арефьева ошо көндәрҙә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. 

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй

Рәсәйҙә  25 мартта  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Бишбүләк районында  был өлкәнең нисек үҫеш алыуы, ниндәй ҡыҙыҡлы программаларҙың тормошҡа ашырылыуы, әлеге өлкәлә эшләүселәрҙең ниндәй уңыштарға  ирешеүҙәре тураһында Бишбүләк районы хәкимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт hәм ижтимағи берләшмәләр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү бүлеге начальнигы Елена  Павловна Арефьева менән һөйләшәбеҙ.

  —Елена Павловна, әйтегеҙ әле, мәҙәниәт бүлеге бөгөн ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итә?

— Төп мәсьәлә, әлбиттә, Бишбүләк районында йәшәүселәрҙе мәҙәни яҡтан ағартыу. Проект эшсәнлегендә ҡатнашыу, халыҡ менән эшләүсенең яңы формаларын эҙләү, йәштәрҙе, уҡыусыларҙы «Пушкин картаһы» программаһында ҡатнашыу сараһы буйынса мәҙәни ресурстарҙан файҙаланыуға йәлеп итеү — район мәҙәниәт учреждениелары эшсәнлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре.

 — Һуңғы ваҡытта райондың мәҙәни тормошонда ниндәй үҙгәрештәр булды?

— Беҙ мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам итеү буйынса дәүләт программаларында актив ҡатнашабыҙ. Беҙҙең учреждениеларҙың тышҡы күренеше үҙгәрә: уҙған йылда беҙ Сиҙәкбаш ауылы мәҙәниәт йорон ремонтлауҙы тамамланыҡ, районның Сухоречка, Киҫтәнле-Боғҙан, Аҙнай, Ҡунаҡҡол мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын яҡшырттыҡ, быйыл Ҡушйылға мәҙәниәт  йортона капиталь ремонт үткәрәсәбеҙ, Дүсән ауылы күп функциялы клубында йыһазларҙы яңыртасаҡбыҙ. Беҙҙең төп йүнәлешебеҙ — үҙешсән сәнғәт менән эшләү. Районыбыҙҙың ун алты ижад коллективы «Халыҡ (өлгөлө) коллективы» исемен раҫланы. Ижад берләшмәләре яҡшыра, профессионаллеге үҫә. Улар республика, бөтә Рәсәй конкурстарында призлы урындар яулай. Шулай уҡ китапханасыларыбыҙ ҙа яҡшы эшләй. Улар яҙыусылар hәм шағирҙәр, танылған кешеләр менән осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойоштора башланы. Йәштәр араһында уҡыуҙы, ғаилә уҡыуын популярлаштырыу буйынса ҙур эш алып баралар. Йыл һайын беҙгә яңы әҙәбиәт ҡайта, китап фондтарын туплау өсөн дәүләт ярҙамы алабыҙ. Музей берләшмәһенең төп ҡаҙанышы тип уларҙың «Иң яҡшы муниципаль музей» конкурсы еңеүселәре булыуҙарын атарға мөмкин. Мәҙәниәттең барлыҡ өлкәләрендә лә үҫеш алырға тырышабыҙ. Позицияларыбыҙҙан тайпылмайбыҙ.

 — Һуңғы ваҡытта районда ниндәй ҡыҙыҡлы проекттар ғәмәлгә ашырылды ?

— «БашБалыҡ» фестивале кеүек бренд саралар. Был ваҡиға тураһында Бишбүләк халҡы ғына түгел, ә Башҡортостан Республикаһы халҡы ла белә. Беҙ «Биш бүләк»  этнооҫтаханаһы» проектын ғәмәлгә ашырҙыҡ, ул үҙ орбитаһына ике меңдән ашыу кешене — мастер-класстарҙа ҡатнашыусыларҙы hәм тыңлаусыларҙы, проект сиктәрендә фестиваль сараларҙа ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы йәлеп итте. Уны туранан-тура майҙансыҡта йәки Бишбүләк Мәҙәниәт һарайының интернет ресурстарында ҡарап булды.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең иң ҙур ҡаҙаныштары һәм бүләктәре тураһында һөйләгеҙ әле.

—Был айҙа Аҙнай ауылы китапханаһы хеҙмәткәренә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Бишбүләк районы мәҙәниәт хеҙмәткәренең хеҙмәте шулай баһаланыуына беҙ бик шатбыҙ.

 —Быйыл ниндәй саралар планлаштырыла?

— Бренд сараһы булараҡ, быйыл беҙ республика бюджетынан бүлеп бирелгән аҡсаға «Аҡ шишмә» Төбәк-ара сыуаш балалар-үҫмерҙәр фестиваль-конкурсы үткәрәбеҙ. Ул уҙған йылдарға ҡарағанда, күпкә масштаблыраҡ буласаҡ hәм Бишбүләк районы халҡы илебеҙҙең иң яҡшы балалар ижад коллективтары менән таныша аласаҡ. Инде 30 мартта уҡ «Рух. Дәрт. Моң» Төбәк-ара татар мәҙәниәте фестивале уҙасаҡ. Конкурста Башҡортостан Республикаһы, Татарстан, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе татар коллективтары ҡатнашты.

Беҙҙең районда гала-концерт буласаҡ. Был да ҡыҙыҡлы hәм ҙур проект, беҙ уны яҡташтарыбыҙ  менән бергә тормошҡа ашырабыҙ. Проектты финанслау меценаттар ярҙамы менән башҡарыла. Шулай уҡ 26 апрелдә беҙҙә Мордва телдәре көнөнә бағышланған Төбәк-ара мордва байрамы уҙасаҡ. Был Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты аҡсаһына ғәмәлгә ашырыла торған «Олячи» Этностудияһы проектының бер өлөшө буласаҡ.

— Елена Павловна, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һөнәри байрамдарында ниҙәр теләйһегеҙ?

— Бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бөтә халыҡ тиңләшe икәнен hәм мәҙәниәт хеҙмәткәренең мәҙәниәт дәрәжәһенә райондың ғына түгел, ә ғөмүмән, бар илдең мәҙәнитәен ҡабул итеүгә бәйле булыуын hәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Шуға күрә беҙгә hәр ваҡыт үҫештә булырға, яңы өлкәләрҙе үҙләштерергә, халҡыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлыраҡ булырға кәрәк. Беҙҙең тамаша залдары hәр ваҡыт тамашасы менән тулып торһон, китапхана майҙансыҡтары hәр ваҡыт китап уҡыусылар менән тулы булһын hәм беҙҙең музейҙарға экскурсиялар өсөн сираттар ҙа hәр ваҡыт булһын ине. Һәм беҙ, әлбиттә, бөгөн Балалар сәнғәт мәктәбендә сәнғәт нигеҙҙәрен үҙләштергән балалар, hис шикһеҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәре hөнәрен һайларҙар hәм беҙҙең районда профессиональ hәм юғары квалификациялы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һаны артыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Наилә СӘБӘХОВА әңгәмәләште.

Фото Елена Арефьеваның шәхси архивынан

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй
Автор:
Читайте нас: