Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Май , 09:18

Ғүмерен китапхана эшенә бағышланы

Ижади, талантлы һәм яуаплы — китап уҡыусылар Аҙнай ауылы китапханаһының яратҡан эшенә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған - китапханасы Камаева Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы тураһында тап бына шулай тиҙәр

Ғүмерен китапхана эшенә бағышланы
Ғүмерен китапхана эшенә бағышланы

Китапхана эшенең төп йүнәштәренең береһе — башҡорт халҡының милли hәм рухи йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау. Китапхана ауыл тарихы, күренекле яҡташтары Булат Имашев, Илдар Ғимаев, Ғәлиә Хафизова h.б. тормошо hәм эшсәнлеге тураһында материалдар йыйыу буйынса ҙур эш алып бара. Афған heм Чечен һуғыштарыыусылар тураһында материалдар, уларҙың фотолары тупланған, Аҙнай ауылында йәшәүселәрҙең шәжәрә фонды бар. Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы «Башҡорт йәйғоро — балаҫ», «Һөлгө биҙәктәре», «Башҡорт шәле», «Балан байрамы», «Эх, бигерәк тәмле бәрәңге», «Борон-борон заманда», «Барыһы да мендәрҙәр тураһында», «Минең ырыуым ауылым тарихында» шәжәрә байрамы кеүек тыуған яҡты өйрәнеү буйынса саралар үткeрә. Китапханасы кyп кенә боронғо әйберҙәр, ата-бабаларыбыҙ ҡулланған башҡорт көнкүреше йыhаздарын йыйған. Улар араһында һике, балаҫтар, боронғо еҙ самауыр, туҡылған шаршау, сигеү әйберҙәре, кейемдәр hәм башҡа экспонаттар бар. Әгәр элек китапханала музей мөйөшөндә һаҡланһа, хәҙер улар мәктәптең бер кабинетында китапхана музейында экспонат итеп ҡуйыла. Йөҙ тапҡыр ишетеүгә ҡарағанда, бер тапҡыр күреү яҡшырак, тиҙәр. Күргәндәребеҙ йылы хистәр уята. Китап уҡыусылар, мәктәп уҡыусылары китапхана музейында үҙ халҡының, тыуған яҡтарының тарихын hәм көнкүрешен белә, боронғо әйберҙәр менән таныша, уларға ҡағыла ала. Ауыл китапханаһында китап күргәҙмәләре ҡуйыла, китап уҡыусылар конференциялары, китаптар тураһында фекер алышыуҙар, тематик, әҙәби, музыкаль кисәләр үткәрелә; балалар менән әҙәби уйындар hәм конкурстар, спорт ярыштары, уйындар, ижади оҫтаханалар ойошторола. Китапхана уҡыусылары район, республика конкурстарында ҡатнаша hәм йыл һайын төрлө конкурстарҙа призлы урындар ала.

Китап уҡыусылары китапхананың тренажер мөйөшөнә бик теләп йөрөй. Велотренажерҙар, йүгереү юлы, тренажерҙар hәм башҡа спорт йыhаздары китапхана отҡан «Созидание» хәйриә фонды гранты аҡсаһына һатып алынған. Китап уҡыусыларҙың дәртләндереү, уларҙы китапханаға йәлеп итеү өсөн Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы уҡыусылары өсөн Бишбүләк районының ете  мөғжизәһе буйынса сәйәхәт ойоторған. Улар райондың иң күркәм урындарын барып күрҙе, Айыт ауылында Ф. Кәрим, И. Ғимаев музейҙарында, Дүсән ауылында К. Хәкимов музейында, Бишбүләк тарихи-этнографик музейында булдылар.

Ауыл ваҡиғалары уртаһында булыу — hәр китапханасының кредоһы. Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы эшен мәктәп, Б. Имашев музейы, Бишбүләк тарихи-этнографик музейы, Миәкә районы Тукһанбай ауылының М. Аҡмулла музейы менән берлектә алып бара. Аҙнай ауыл китапханаһын hәм «Деловой мир Башкортостана» төбәк-ара мәғлүмәт-реклама гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән йылы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Хәкимиәт органдары вәкилдәре, Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте, ауыл халҡы менән берлектә митингтар, байрам саралары, өмәләр үткәрелә. Ауыл активистары менән бергә китапхана һуғышта ҡатнашыусыларға ҡуйылған hәйкәлде тәртиптә тота. Китапханала эшләгән йылдарында ирекмәнлек активы формалашҡан: Фәнзилә Иҫәнғужиина, Лилиә Халиҡова, Люциә Мырҙаханова, Ғәлиә Мөхәмәтшина, Кифая Имашева, Ләйлә Ғүмәрова, Зимфира Муллаярова, Минзилә Сөләйманова, Венера Сөләйманова, Ирина Нуриева, Фәйрүзә Вахитова, Роза Мусина, Ғәлиә Мусина, Әлфинә Лоҡманова, Тәнзилә Шөғәепова, Альмира Мөлөкова, Илүзә Камаева, Айгөл Шәймәрҙәнова, Эльвира Шөғәйепова. Улар китапханала ғына тeтүгел, ауылдағы сараларҙы үткәрергә лә ярҙам итәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә, һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа актив ҡатнаша: аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кейемдәр килтерә һәм посылкалар ебәрә, фронт ойоҡбаштар бәйләйҙәр. 

Эштәрҙең яңы формаларын эҙләп, Фәнисә Камаева проект эшсәнлегенә актив рәүештә ҡушыла. Ул 60 мең һумлыҡ «Созидание» хәйриә фонды конкурсында ике проектта еңеү яуланы. 2020 йылда Аҙнай ауыл китапханаһы «Азнағолда осрашырбыҙ» проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының 150 мең һум күләмендә грантын отто. Күп йыллыҡ эше өсөн Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы БР Мәғариф министрлығының, БР Мәҙәниәт министрлығының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитеты Президиумының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Бишбүләк үҙәкләштерелгән китапхана системаһы етәкселеге дипломдары hәм башкалар менән бүләкләнде. 2024 йылда БР Башлығы Радий Хeбиров Указы менән Аҙнай филиалы китапханасыһы Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы Камаева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы Хәбибулла ҡыҙы өсөн китапханасы булыу тигән һүҙ: hәр көн үҙ эшеңдә ижад итеү, hәр ваҡыт яңы, ҡыҙыҡлы саралар hәм проекттар уйлап табыу, китапханаға йөрөүселәр менән уй-пландарҙы уртаҡлашыу һәм кешеләргә энергия биреү.

Надежда НИКОЛАЕВА, үҙәкләштерелгән китапхана системаһының методик бүлеге мөдире.

Автор фотоһы. 

Ғүмерен китапхана эшенә бағышланы
Ғүмерен китапхана эшенә бағышланы
Ғүмерен китапхана эшенә бағышланы
Автор:
Читайте нас: