Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Август , 15:45

Музей проектын грант ярҙамында тормошҡа ашырҙыҡ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында планлаштырылған проектты тормошҡа ашырыу мөмкин булды

Музей проектын грант ярҙамында тормошҡа ашырҙыҡ
Музей проектын грант ярҙамында тормошҡа ашырҙыҡ

Республика етәкселеге эҙмә-эҙлекле рәүештә Башҡортостанда мәҙәниәткә ярҙам күрһәтә һәм үҫтерә. Мәҙәниәт hәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 6 майында сыҡҡан 184-се һанлы «Мәҙәниәт hәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын биреү тәртибе тураһындағы законды раҫлау тураһында» ҡарары нигеҙендә йыл һайын конкурс нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары бирелә. 2019 йылдан 2024 йылға ҡәҙәр осорҙа Башҡортостан Республикаһы бюджетынан ярҙамдың дөйөм суммаһы 21,6 млн. һум тәшкил итте.
2020 йылда «музей эше» йүнәлеше буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығының 150 мең һум күләмендәге грантына Бишбүләк тарихи-этнография музейының кесе фәнни хеҙмәткәре Вероника Валерьевна Мөхәмәтова лайыҡ булды.
— Конкурста ҡатнашыу өсөн яҡташыбыҙ — совет дипломаты, Советтар Союзының ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Ғәбдрәүф улы Хәкимовтың 130 йыллығына бағышланған «Көнсығышҡа ҡапҡалар» республика ведомство-ара форумы» проекты әҙерләнде.
Проекттың маҡсаты — Башҡортостан Республикаһының музей хеҙмәткәрҙәрен, Кәрим Хәкимовтың тормошон hәм эшмәкәрлеген тикшереүсе күренекле ғалимдарҙы, йәштәр хәрәкәте етәкселәрен, педагогтарҙы йәлеп итеп, Республика форумын үткәреү ине, — тип һөйләй Вероника Валерьевна. — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығынан аҡсакилгәс, уны ғәмәлгә ашырыу эше башланды. Бының өсөн эшсе төркөм булдырылды. Эш төркөмө ултырышында «Кремлдең
Ғәрәп вәзире» кyсмә күргәҙмәһенең элек эшләнгән концепцияһы hәм тематик-экспозицион планы раҫланды. 2020 йыл дауамында Кәрим Ғәбдрәүф улы Хәкимовтың тормош-көнкүреше тураһында материалдар йыйылды: Кәрим Хәкимовтың туғандары менән әңгәмәштек, дипломаттың туғандары hәм замандаштары иҫтәлектәре, совет илсеһен данлау эшенә ҙур өлөш индергән кешеләр менән аралаштыҡ, Бишбүләк тарихи-этнография музейы hәм Кәрим Хәкимов музейы фондтарынан документ сығанаҡтары менән эшләнек. 2020 йылдың октябрендә «Кәрим Ғәбдрәүф улы Хәкимов — күренекле совет дипломаты hәм ижтимағи-сәйәси хеҙмәткәр» йыйынтығы 163 биттә 50 дана тираж менән баҫылды.
Проекттың һуңғы этабы 2020 йылдың 10 декабрендә «Көнсығышҡа ҡапҡ алар» республика ведомство-ара форумы уҙғарылды. Форумда дипломат Кәрим Хәкимов биографияһының төп ваҡиғаларын асыусы «Кремлдең Ғәрәп вәзире» күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Таратыла торған материалға бүләк сифатында «Кәрим Ғәбдрәүф улы Хәкимов — күренекле Совет дипломаты hәм ижтимағи-сәйәси хеҙмәткәр» йыйынтығы ла ҡушылғайны. Форум барышында Башҡортостан Республикаһы Милли архивының «Кәрим Хәкимов — Көнсығышта тыныслык илсеһе» онлайн-конкурсы hәм дипломат Кәрим Хәкимовтың балалар, педагогтар hәм өлкәндәр араһында ситтән тороп уҙғарыла торған Бөтөн Рәсәй фәнни-тикшеренеү конкурсы еңеүселәрен бүләкләү булды.
— Yҙ тарихыңды, бигерәк тә үҙен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлағандарҙың тормош юлын белеү мөhим. Кәрим Хәкимовтың Сәғүд Ғәрәбстаны илдәрендәге дипломатик миссияһы ошоға өлгө булып тора. Кәрим Ғәбдрәүф улының тормошо йәмәғәтселектән йәшерелгән серҙәр hәм мөhим ваҡиғалар менән тулы. Архивтарҙа документтар менән эшләү, уларҙы яйға һалыу буйынса күп йыллыҡ һәм мәшәҡәтле хеҙмәт, шул осорҙоң тере шаhиттарынан мәғлүмәт йыйыу билдәле яҡташыбыҙҙың биографияһының яңанан-яңы биттәрен аса, — тип билдәләй Вероника Валерьевна. — Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында ниәтләнгән проектты тормошҡа ашыра алдыҡ.

Бишбүләк музей берләшмәһе етәксеһе, Бишбүләк тарихи-этнография музейы директоры Роза Гамзатовна Иванова:

- Республикабыҙға hәм илебеҙгә грант ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге — музей эшен үҫтереүҙә яңы этап. Һуңғы йылдарҙа районыбыҙ музей хеҙмәткәрҙәре отоу һәм музей проектын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә финанслау алырға ынтыла. Был ҡатмарлы эш, проектты, бигерәк тә, уның финанслау өлөшөн дөрөҫ рәсмиләштерергә кәрәк, шулай уҡ ҙур көнәркәшлек hәм талапсан жюри. Әммә теләһә ниндәй грант ярҙамында еңеү беҙҙең оҫталығыбыҙҙы hәм юғары һөнәрман икәнлегебеҙҙе иҫбатлай. Киләсәктә лә проекттарыбыҙҙы эшләргә hәм яңы ҡаҙаныштар көтөргә ниәтләйбеҙ.
Ирина ФОМИНА яҙып алды.

Фото Вероника Мөхәмәтованың шәхси архивынан

«Хәҙерге заманда тап бына мәҙәниәт һәм әхлаҡи ҡиммәттәр йәмғиәтебеҙҙең төп нигеҙе булып тора». (Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы ҡаршыһындағы Мәҙәниәт hәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләренә советының беренсе ултырышында яһаған сығышынан, 2022 йылдың 30 декабре).

 

 

Музей проектын грант ярҙамында тормошҡа ашырҙыҡ
Музей проектын грант ярҙамында тормошҡа ашырҙыҡ
Автор:
Читайте нас: