Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2021, 01:45

Һеҙ былар өсөн түләйәсәкһегеҙ. Башҡортостанда милек һалымдарына ҡағылышлы алты мөһим һорау

Федераль һалым хеҙмәте милекселәргә «һалым тураһында белешмәләр» тарата башланы, уларҙы бер аҙ шаяртыу ҡатыш «бәхет хаттары» тип тә атайҙар. Быйыл һалым түләүгә бәйле төп яңылыҡтар менән таныштырабыҙ.

Һеҙ былар өсөн түләйәсәкһегеҙ. Башҡортостанда милек һалымдарына ҡағылышлы алты мөһим һорау
Һеҙ былар өсөн түләйәсәкһегеҙ. Башҡортостанда милек һалымдарына ҡағылышлы алты мөһим һорау

1. Ниндәй һалымдар? Минең эш хаҡымдан тоталар бит!

Һеҙҙең бухгалтерия эш хаҡынан тотҡан 13 процент – ул килем һалымы, бынан тыш, милек һалымы ла бар, уны машина, ер участкаһы, йорт, фатир һәм башҡа төрлө мөлкәт хужалары түләй. Һалым хеҙмәте уның күләмен үҙе иҫәпләй һәм белешмә ебәрә. Уларҙы 1 декабргә тиклем түләргә кәрәк. Быйыл беҙ 2020 йыл өсөн һалым түләйәсәкбеҙ, йәғни быйыл фатир йәки машина һатып алһағыҙ, улар өсөн әлегә һалым түләргә кәрәкмәй.

2. Мин бер ниндәй ҙә хат алманым. Нимә эшләргә?

Бының сәбәбе бер нисә төрлө булыуы ихтимал.
1. Түләү өсөн сумма юҡ. Бәлки, былтыр артығыраҡ түләһәгеҙ, быйыл шул сумма яңы иҫәпте ҡаплағандыр.
2. Түләргә тейешле сумма 100 һумдан кәм.
3. Белешмә сайттағы шәхси кабинетҡа килһә, ул ҡабатлап почта аша ебәрелмәй.
4. Хат юғалыуы йәки кемдеңдер уны почта йәшнигенән алып китеүе ихтимал. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы берҙә шулай ҙа була.
Беренсе осраҡта бер нимә лә эшләргә кәрәкмәй, ҡалған өс осраҡта барыбер түләргә тура киләсәк. Бер һум да, 99 һум да бурыс булып һанала, хат алмау һеҙҙе һалым түләүҙән азат итмәй.

3. Түләү күләме нисек иҫәпләнә?

Һәр һалым үҙ формулаһына ярашлы иҫәпләнә. Бының менән һалым инспекцияһы шөғөлләнә: ул милек тураһында мәғлүмәтте, кадастр хаҡын, машина двигателенең ҡеүәтен, күпме ваҡыт тотонолоуын, төрлө коэффициенттарҙы, ҡайтармаларҙы һәм ташламаларҙы иҫәпкә ала.
Транспорт һалымы буйынса барыһы ла сағыштырмаса ябай һәм аңлайышлы: бер “ат көсө”нөң билдәләнгән хаҡы бар, машинаның документында двигателдең ҡеүәте аныҡ күрһәтелә, шуларҙы ҡабатлаһаң, түләү күләме килеп сыға.
Ер, йорт һәм фатирҙар менән бер аҙ ҡатмарлыраҡ. Беренсенән, милек һалымы мөлкәт урынлашҡан район йәки ҡаланың бюджетына китә, шуға күрә һәр муниципалитет айырым хаҡтар билдәләй. Хатта бер район эсендәге ауыл советтарында ла хаҡтар төрлө булыуы бар. Икенсенән, төп иҫәп кадастр хаҡынан билдәләнә. Был хаҡта аҫтараҡ.

4. Ни өсөн мин күберәк түләй башланым?

Һуңғы йылдарҙа һалым ставкалары арттырылманы, әгәр һеҙгә ҙурыраҡ сумма килһә, бының сәбәбе төрлөсә булыуы бар:
- Бәлки, һеҙ үтә ҡиммәтле, хаҡы өс миллион һумдан ашыу торған автомобиль хужаһылыр. Уларға юғары һалым һалына. 2020 йылда был исемлеккә Mazda CX-9, Honda Pilot, Chrysler Pacifica, Jeep Wrangler, Jeep Grand Cherokee, Subaru Outback 2.5i-S ES Premium ES, WRX STI Premium Sport автомобилдәре өҫтәлде.
- Һеҙ бығаса ниндәйҙер ташламаға эйә булғанһығыҙ, ә хәҙер ул юҡ, шуға күрә түләү тулы тариф буйынса билдәләнә.
- Һалым күләме участканың, йорттоң йәки фатирҙың кадастр хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Был осраҡта ҡулланылған материалдарҙың хаҡы ғына түгел, бихисап башҡа факторҙар ҙа иҫәпкә алына. Мәҫәлән, райондың уңайлылығы, нисәнсе ҡатта булыуы һәм башҡа шарттар. Ике бүлмәле «хрущевка» тибындағы фатирға ҡала үҙәгендә бер төрлө һалым билдәләнһә, ҡала ситендә бөтөнләй икенсе хаҡ буласаҡ. Росреестрҙың республика идаралығында билдәләүҙәренсә, кадастр хаҡы бер нисә йыл һайын яңынан ҡаралып тора. Мәҫәлән, былтыр тораҡ пункттарҙағы ерҙәрҙең хаҡы ҡайтанан ҡаралды, ә киләһе йыл бөтә Рәсәй буйынса барлыҡ категория ерҙәрҙе берҙәм баһалау сараһы үтәсәк.

5. Һалымды нисек мәшәҡәтһеҙ генә түләргә?

Заманса технологиялар һалымдарҙы өйҙән сыҡмай ғына тиҙ һәм хәүефһеҙ шарттарҙа түләү мөмкинлеге бирә. Һеҙҙең иғтибарға өс алым:
- Банктың мобиль ҡушымтаһы аша. Ғәҙәттә түбәндәге алгоритм ҡулланыла: «Түләүҙәр» төймәһен һайларға – «QR йәки штрихкод буйынса түләү» һәм һеҙгә ебәрелгән белешмәнең кодын сканерларға.
- «Дәүләт хеҙмәттәре» сайты йәки ҡушымтаһы аша. «Минең һалымдар» («Мои налоги») бүлеген һайлайһығыҙ һәм картаның мәғлүмәтен индерәһегеҙ. Бында хәүефләнергә урын юҡ.
- Һалым хеҙмәтенең сайтында һалым түләүсенең шәхси кабинеты бар. Уның адресы: lkfl2.nalog.ru. Инеү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә теркәлергә кәрәк. Был сервисҡа иғтибар итергә саҡырабыҙ, сөнки унда һалым түләүҙән тыш, бихисап файҙалы бушлай хеҙмәттәр бар. Мәҫәлән, банкта ябылмаған иҫәптәрҙе ҡарарға, декларация бирергә, һалым ҡайтармаһы юлларға мөмкин.
Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән был алымдарҙың береһе лә бармай икән, квитанцияғыҙҙы тотоп, үҙегеҙ теләгән банкҡа барығыҙ!

6. Һалымды түләмәһәң, нимә була?

2 декабрь иртәһенән үк һеҙ бурыслы булып һаналаһығыҙ һәм һеҙ түләргә тейешле суммаға көн һайын бурыстың 0,025 процентына тиң пеня иҫәпләнә башлаясаҡ. Мәҫәлән, бурысығыҙ 1000 һум булһа, пеня көнөнә – 25 тин, айына 7,5 һум тәшкил итәсәк. Әгәр кешенең 10 мең һумдан ашыу һалым бурысы йыйылһа, уның сит илгә сығыу хоҡуғы сикләнә, ә милкенең бер өлөшө тартып алынып, һатылыуы ихтимал.

ӘЙТКӘНДӘЙ,

Әгәр һеҙ һалым хеҙмәтенә льгота тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән булһағыҙ, әлеге ташламағыҙға бәйле башҡа льготалар һәм ҡайтармалар автоматик рәүештә билдәләнә.
Мәҫәлән, пенсионер үҙ мәлендә ғариза биреп, фатир өсөн һалымдан азат иткән льгота менән ҡулланды, ти. 2020 йылда ул ер участкаһы һатып ала. Закон буйынса был кеше алты сутый ер һәм гараж өсөн 18 квадрат метрға ташлама менән файҙалана ала. Был осраҡта өҫтәмә рәүештә ғариза бирергә кәрәкмәй, сөнки һалым органында уның льготаға хоҡуҡлы булыуын беләләр һәм был ташламаны эшләйәсәктәр.
Һеҙгә ниндәй льготалар тейеш икәнен һәм йәшәү урынығыҙ буйынса һалым ставкаларын түбәндәге һылтанма аша үтеп, белергә мөмкин: www.nalog.gov.ru/rn02/service/tax/ йәки телефон ярҙамында ошо штрих-кодты сканерлағыҙ. 

эgazeta-toratau.ru

 

Һеҙ былар өсөн түләйәсәкһегеҙ. Башҡортостанда милек һалымдарына ҡағылышлы алты мөһим һорау
Һеҙ былар өсөн түләйәсәкһегеҙ. Башҡортостанда милек һалымдарына ҡағылышлы алты мөһим һорау
Автор:
Читайте нас: