Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2021, 11:46

Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамланыуға бара

Сөгөлдөр сәскән 16 райондың өсәүһендә — Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Өфө районында уңыш йыйыу тулыһынса тамамланған, дүртәүһендә аҙағына етеп килә.

Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамланыуға бара
Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамланыуға бара

Татлы тамырҙың тулайым йыйымы 810 мең тоннанан ашҡан. Уртаса уңыш гектарына 247,6 центнер тәшкил итә. Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында быйыл гектарына 336 — 439 центнер уңыш алыуға өлгәшкәндәр.

Предприятиелар яңы уңыш сөгөлдөрөн шәкәргә эшкәртә лә башлаған. Бөгөнгә заводтарға 415 меңдән ашыу тонна сеймал оҙатылған, 15 мең тонна тирәһе шәкәр етештерелгән.

Дөйөм алғанда быйыл шәкәр сөгөлдөрө 16 районда 36,5 мең га майҙанда сәселгән. Былтыр иһә татлы тамыр 28,8 мең га майҙан биләгән, уртаса уңдырышлыҡ 400 ц/га булған. Был 2019 йыл күрһәткестәренән 10%-ҡа юғары. 2020 йылғы тулайым йыйым 1 млн тоннанан артҡан. Быйылғы йәйҙең үтә эҫе тороуы һәм ҡоролоҡ бар культураларҙың да уңышы кәмерәк булыуына килтерҙе.

  https://www.bashinform.ru

 

 

Автор:
Читайте нас: