Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2021, 11:25

Барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә кәрәк

Бишбүләк районында барлығы 9125 йорт хужалығы, 10728 бина hәм 22722 кешене иҫәпкә алыу планлаштырыла.

Барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә кәрәк
Барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә кәрәк

Районда йәшәүселәргә иҫәп алыу ҡағыҙының 33 һорауына яуап бирергә кәрәк. Уларҙың 23-е социаль-демографик мәсьәләләргә ҡағыла: енесе, йәше, гражданлығы, тыуған урыны, милләте, телдәр белеy, белеме, балалар һаны. Тағын 10 һорау — тораҡ шарттары тураһында: тораҡ тибы, йорттоң төҙөлгән ваҡыты, дөйөм майҙаны, бyлмәләр һаны hәм төҙөкләндереү төрҙәре.

Бишбүләк районында барлығы 9125 йорт хужалығы, 10728 бина hәм 22722 кешене иҫәпкә алыу планлаштырыла. Районда 40 хисап участогы, ете стационар, 40 иҫәпкә алыусы, ете контролер эшләйәсәк. Кyп функциялы yҙәктә бер инструктор эшләй. 20 октябргә булған күрһәткестәргә ҡарағанда, 1499 кеше, 484 бина, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша дyрт бина, Кyп функциялы үҙәк  офисы аша 64 кеше hәм 18 бина тураһында мәғлүмәт алынған.

— Бөтә Рәсәй халыҡ һанын алыуҙа ҡатнашыуҙың иң популяр ысулы — онлайн иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын дөрөҫ тултырыу. Шуға бәйле рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталында һорау алғанда проблемалар ҙа була. Ҡайһы берәүҙәр барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирмәй, тимәк, QR-кодты сканерлағанда хата килеп сыға, hәм иҫәп алыусыға ҡабат иҫәп алырға тура килә. Барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирелеүе мотлаҡ, — тип һөйләй Бишбүләк районында халыҡ иҫәбен алыусы Валентина Вишнева. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу беҙҙең районда йәшәүселәр һанын ғына тyгел, e халыҡтың социаль-демографик хәлен дә асыҡларға ярҙам итә: енесе, йәше, тораҡ шарттары, белеме, ғаилә статусы, керем сығанаҡтары һәм башҡалар. Халыҡ һанын алыу конфиденциаль характерҙа hәм ирекле. Йәниҫәптең башланғыс һөҙөмтәләре 2022 йылдың апрелендe Росстат сайтында баҫтырыласаҡ. Һуңғы рәсми һөҙөмтәләр 2022 йыл аҙағына ҡәҙәр бер нисә этаптан торасаҡ.

Карина Павлова.

Барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә кәрәк
Барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә кәрәк
Автор:
Читайте нас: