Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2021, 18:11

Сәләм (хикәйә)

Уф, ошо ятаҡта йәшәү! Кемдәрҙең генә башынан үтмәгән дә, кемдәрҙең генә үҙәген телмәгән икән? Инде үҙ өйҙәрендә йәки фатирҙарында ирәйеп көн күргәндәр генә: «Шул ятаҡта гөрләшеп йәшәгән күңелле саҡтар», - тип һөйләгән булалар ул.

Сәләм (хикәйә)
Сәләм (хикәйә)
Әле шул ятаҡ алдында коляскала йоҡлаған баламды кемгә ҡалдырып йүгерә һалып барып, икмәк-һөт алып килергә тип, ҡаранып торам. Буш йөрөгән кеше-маҙар күренмәй, эш мәле. Шул саҡ ятаҡтан ултырып осмалы оло һеперткеһен күтәреп, дворник апай килеп сыҡты. Бахыр, үҙе лә шул һеперткелә осҡандай ғына инде, мәңге алама ҡара халатында ла, күҙенә төшөрөп уранған ҡара яулыҡта. Аяҡтарында ла - йәйле-ҡышлы оло резина итектәр. Ошо йәше билдәле булмаған апай ятаҡтағы бар ҡара эште башҡара. Таң һарыһынан теүәлиттәрҙе таҙарта, ашып-түгелеп ултырған ҡый бактарын бушатып ала, коридорҙарҙы йыуа, урамда ла әлеге һеперткеһе, ҡыштарын көрәге менән ул.
Бер ятаҡта йәшәһәк тә, был ҡатын менән таныш түгелмен, ҡыҙыҡһынғаным да юҡ, шунлыҡтан кем тип өндәшергә белмәһәм дә, берҙән-бер ярҙам итерҙәй әҙәмде ҡулдан ысҡындырғым килмәне.
– Апай! Апа-ай!
Ҡатын китеп барған еренән башын ғына бороп ҡараны.
– Бер минут ҡына балам янында тороп тора алмаҫһығыҙ микән?.. Икмәккә генә йүгереп барып килер инем.
Теге бер нисә секундтай уйланып торҙо ла, һаман да шулай һүҙһеҙ килеш килеп, эш ҡоралдарын яндағы ағасҡа һөйәгәс, коляска эргәһенә баҫты. Ҡапыл ғына башымдан «Ҡалай сәйер кешегә баламды ҡалдырам» тигән уй үтте үтеүен, тик мин ул саҡта магазинға ҡарай саба инем инде. Урай һалып кире йүгергәндә кинәт башыма ошо апайға еткерә торған сәләмем барлығы иҫемә төштө. «Аһ-аһ! Ҡасанан бирле онотоп йөрөгәнмен дә һуң! Исемен дә әйткәйнеләр бит. Исеме?.. Кем ине әле?.. Хәлиҙә... Хәмиҙә...» Янына етер-етмәҫтән, уйҙарымды ҡысҡырып та ебәрәм:
– Һеҙ Хәлиҙә йәки Хәмиҙә түгелме?
Ҡатын миңә йыуаш ҡына ҡарап тора бирә. Әллә нимуймы был?..
– Һеҙ...
– Хәмдиә.
– Ә! Эйе, «Хәмдиә лә Хәмдиә» тигәйне шу!
Апайҙың аптыраған ҡарашы алдында мин хәбәремде теҙәм:
– Йәй көнө ҡәйнәмдәрҙә Райман тигән бер ағай мейес сығарып ятҡайны. Шул ағай беҙҙең ошо ятаҡта йәшәгәнде белгәс, шунда Хәмдиә тигән ҡатын иҙән йыуырға тейеш, шуға күп итеп сәләм әйтерһең, тигәйне.
Ҡатын күҙен дүрт итеп ҡарап тик тора.
– Ныҡ сәләм әйтте инде былай. Эй, һорашты. Мин һеҙҙе яҡшылап белмәгәс, нимә тип тә әйтә алманым...
– Н-нимә тип... һорашты? - саҡ телен әйләндереп әйтте быны апай, мин хатта үҙенә борсолоп ҡарап алдым.
– Нисек йәшәй, ни хәлдә икән, сәләм әйтегеҙ, килеп сығырмын, тигәйне.
– Ш-шулай тинеме?.. Ысын шулай тейме?
– Ы-ы, - ышаныслыраҡ булһын өсөн һүҙҙәремә өҫтәп, башымды ла һелкәм. Ҡатынға минең хәбәр үтә ныҡ тәьҫир итте, ахыры, алдамаймы был тигәндәй, йөҙөмә тағы ла бер талай ҡарай биреп торғас, ул ҡырт боролоп ситкә атланы ла, бара биргәс, киреп боролоп килеп, онотоп киткән һеперткеһен алды. Минең дә рәхмәтем иҫемә төштө:
– Рәхмәт, Хәмдиә апай, бәпәй өсөн!
Ситтән берәү күрһә, мине һаңғырау кеше менән һөйләшә тиер ине, моғайын, апайым ым да бирмәй үтеп китте.
 
Кискә, балаларымды йоҡлатам тип ҡыялып йөрөгәндә, берәү һаҡ ҡына итеп ишек шаҡыны. Асып ебәрәһәм, теге апай тора. Һораулы ҡарашыма ҡаршы уңайһыҙланып ҡына йылмайған булды. Йылмайыуы ла үтә сәйер килеп сыҡты инде. Был өндәшмәй тик торғас, мин, иғтибарым был яҡҡа күсеү менән, урындарынан тороп, уйнарға керешеп киткән ҡыҙҙарыма бармаҡ янаным да бүлмәгә әйҙәләнем. Ҡатын эскә башта башын һоноп ҡарап алды ла, баҙнатһыҙ ғына инеп, ишек төбөнә баҫты. Өс йылдан артыҡ ошо ятаҡта көн итеү дәүерендә был апайҙы тәүге тапҡыр шул ҡара халатһыҙ күреүем. Өҫтөндә уңған булһа ла ябай сатин, әммә асыҡ төҫтәге күлдәк һымағыраҡ бер нәмә.
– Үтегеҙ, әйҙә, үтеп ултырығыҙ.
– Юҡ, ошонда ғына...
Шулай ҙа быны, үтеп, өҫтәл артындағы ултырғысҡа ултырырға мәжбүр иттем дә, үҙем ҡаршыһына ҡунаҡланым. Күреп торам, йомошҡа ғына килмәгән был, һөйләшергә иҫәбе. Һүҙен нимәнән башларға белмәй ыуалана торғас:
– Ирең эштәме? – тип ҡуйҙы.
– Эйе, - тим, - төнгә китте.
– Күргәйнем шул, - ти үҙе, – шуға индем.
– Һы, – тигәндән башҡа һүҙем юҡ, былай һөйләшһәк, һүҙҙең төп нөсхәһе ҡасан асылыр икән?Шулай ҙа балаларымды йоҡлатырға кәрәклек күңелемде өйкәп торһа ла, бөтөн иғтибарымды туплап, ҡатындың ауыҙына төбәләм.
– Райман... Райман ағайың хаҡында һорашмаҡсы инем...
«Һуң һораш һуң!»
– Нисек үҙе? Үҙгәргәнме... тиһәм, һин уның йәш сағын белмәйһең дә инде. – Унан, ашығып, кеҫәһенән фото сығарып һуҙҙы. – Бына, мин уны ошолай иҫләйем.
Ҡараным да юғалып ҡалдым. Әллә яңылыш килеп сыҡтымы был хәл? Аптырауым да юҡҡа түгел, кәртешкәләге сибәр моряк менән мин күргән ҡап-ҡара ир араһында грам ғына ла оҡшашлыҡ юҡ бит һуң!
– Ыс-ста!
– Үҙгәргәнме? Ҡартайғандыр инде...
Ҡартайыу ғынамы! Эсеп таушалып, бит-мите ҡыйшайып, тештәре ҡойолоп бөткән сатан мейес оҫтаһын хәтерләткән бер генә сатҡы булһа ла табырға тырышып, фотоға инерҙәй булып текләйем. Ҡандай һөйкөмлө йөҙ, ғорур ҡараш. Әһә! Күҙҙәре... ҡарашы шул бит. Йә, хоҙай, был ағайҙы йылдар түгел, бисура алмаштырғандыр, тим. Ваҡыт ҡына кешене улай үҙгәртә алмаҫ.
– Бына бында мин, Райман ағайың отпускыға ҡайтҡанда, бергә инеп төшөп сыҡҡайныҡ.
Киләһе фотонан әлеге сибәр моряк янында һыуһылыуҙай оҙон сәсле, ап-аҡ түңәрәк йөҙлө ҡыҙ көлөп тора. Ҙур дымһыу күҙҙәр бәхетле нур бөркә, өҫтөндәге аҡ яғалы зәңгәр күлдәге үҙе үк хыял, яҡты өмөт төҫө кеүек. Кинәт ҡаршымдағы мәскәй һурғандай булып кипкән йонсоу йөҙгә, эскән батҡан нурһыҙ күҙҙәргә ҡараш ташлайым да, ирекһеҙҙән ҡаршылағы көҙгөнән үҙемә бағам: йылдар шулай мәсхәрәләр булһа, кит, ошондай сағыңда үлеп ҡалыуың биш артыҡ!
– Һеҙ уның менән дуҫлашҡайнығыҙмы?
– Дуҫлашҡайныҡ тип... Мин уны армияға оҙатып, өс йыл көтөп алдым.
– Көткәс һуң, ниңә өйләнешмәнегеҙ?
– Ҡайтҡас өйләнергә тәҡдим дә яһағайны... Араға яттар инеп, бутап ебәрҙе шул.
Был яуапҡа, әлбиттә, һүҙем юҡ. Апайҙың минән аша китеп, тәҙрә аръяғындағы ҡараңғылыҡҡа һеңгән һағышлы ҡараштарын, моңһоу йөҙөн күҙәтеп, йәлләмәй ҙә булдыра алмайым.
– Райман армиянан яҙ ҡайтты. Эй, ҡыуаныуҙарым! Мин мәктәптән һуң ауылда ҡалғайным, яңғыҙ әсәйем ҡулында минән бәләкәй тағы дүрт бала, улар өҫтөнә, уҡыйым тип, ауыҙ асырға батырсылыҡ та итмәнем инде, шунлыҡтан фермаға төштөм дә киттем. Унда бер аҙ эшләгәс, ауыл китапханаһына ултырттылар. Эйе, Райман ҡайтты, тигәйнем. Йәйҙе ярты көнгә лә айырылышмай йөрөп үткәрҙек, ул әсәйемә инеп, «көҙгә» тип килешеп тә сыҡҡайны...
– Көҙ булғас..?
– Көҙгә ауылда мәктәп ҙурайтылды ла, бер төркөм уҡытыусы ҡыҙҙар килеп төштө. Ят ҡыҙҙарға ауыл егеттәре йығылып китеүсән бит. Ә тегеләр егеттәрҙең аҫылдарын ғына һайлап алды. Нисек минең Райманға күҙ һалмаһындар инде? Әлбиттә, уны беренсе булып арбай башланылар. Миңә лә «Райман шуларҙың Әлмира исемлеһен оҙата икән», «Әлмираны матас менән районға алып барып килгән», «Әлмираға өҫтәл эшләп биргән» тигән хәбәрҙәр килеп етте. Быларҙы ишеткәс, үпкәләнем.
– Кемгә?
– Райманға. Килһә, «Барғанһың, оҙатҡанһың», - тип игәнем. Үҙе: «Ниңә юҡ-бар тыңлайһың, көнләшәһеңме әллә?» - тиһә, «Юҡ!»- тим, ә йәнде бесәй талай ғына.
– Шан ?
– Бер шулай минең үпкәләүемде ул күтәрмәне, һүҙгә-һүҙ эйәреп, талаштыҡ та киттек. Райман, асыуланып, мине тау башындағы усаҡ янында яңғыҙ ташлап ҡалдырҙы. Кире килер, ғәфү үтенер, тип көттөм, ә ул килмәне. Шунда, усаҡ янында, ҡәһәрләнеп ауылдан сығып китергә ҡарар иттем. Етмәһә, Раймандың еңгәһенең ауыҙынан сыҡҡан «Хәмдиә, ней, уҡымаған да инде, белемле, һөнәрле ҡыҙға етә буламы, тип әйттем әле ҡәйнешкә» тигән һүҙе килеп етте лә, былай ҙа башымдан ашҡан ғорурлығым урғылып түгелеүгә һуңғы тамсы булды. Күрше инәйҙең ҡалала эшләгән ҡыҙының адресын алдым да, берәүҙе лә тыңламаҫтан, сығып киттем. Ошо ҡалаға килеп, күрше апай өйрәткәнсә, уның янына төҙөлөшкә эшкә төштөм, ятаҡтан бүлмә алдым.
– И шунан һуң күрешмәнегеҙ ҙәме?
– Ышанаһыңмы - күрешмәнек. Бында йәшәй башлағас, әсәйем хатында «Райман килде, Хәмдиә юҡҡа ғауға сығармаһын, ҡайтһын, барып инәлеп йөрөмәйем – ғәйебем юҡ. Ҡайтһын, өйләнешергә килешкәйнек бит, тип әйтә» тип, бер нисә тапҡыр яҙғайны. Күңелем менән осоп ҡайтып барһам да, Раймандың минең өсөн ауылдан, шул ныҡыш Әлмиранан өҙөлөп, тулыһынса миңә генә булып яныма килеүен теләнем. Яратһа, шулай итер, тип уйланым. Ваҡыт үтә торҙо... Яңы йылдан һуң миңә ҡалала осраған һәр икенсе ауылдашым Раймандың, ысынлап та, шул Әлмираға эйәләшкәне хаҡында еткерергә ашыҡты. Күп тә үтмәй, уларҙың туйы булды ла, уҡыу йылы тамамланыуға, себер тарафтарына күсеп тә киттеләр.
– Райман ағай был яҡта йөрөй ҙә һуң?
– Нисәлер йылдан айырылышҡандар икән дә, Райман ҡайтҡан тип ишеткәйнем шул. Эсә лә, тиҙәр инее, шикелле.
«Шикелле» генәме, эшлектән сыҡҡан бит инде». Тик был уйҙарымды ҡысҡырып әйтмәйем, әлбиттә.
– Һеҙ? Шул киткәндән һаман ошондамы?
– Райман өйләнгәнде ишеткәс, мин дә, мах бирергә теләмәй, бергә эшләгән егеткә тормошҡа сыҡтым. Тик оҙаҡ бергә була алманыҡ, улыбыҙ бәләкәй генә саҡта, аварияла һәләк булып ҡалды.
– Улығыҙ бармы ни?
– Бар ине... Бөтөн йыуанысым шул ине лә. Ул да үлеп ҡалды, армияла. Табутта алып килеп ерләп киттеләр, йөҙөн дә күрһәтмәнеләр хатта. «Рәсәй геройы» тигән даны ғына ята тартмамда...
Был апай бөгөн мине төн алдынан илатырға итә, ахыры. Күңелем тулып, танауым йомшарҙы. Хәмдиә апай ҙа күҙҙәренә йәш алды ла, ошо хәленән оялдымы, ҡапыл ҡабаланып, ҡайтырға булып китте. Сығыр алдынан, ишек тотҡаһына ҡулын һалғас, тағы бер боролоп ҡараны:
– «Килеп сығырмын» тигән бит әле, ивет? Ҡасан икәнен әйтмәнеме?
– Юҡ шул, әйтмәне. Бары «Бер барып күрәм әле, тип сәләм әйт» тине генә.
– Сәләм, тиген... Сәләм...
Апайҙы оҙатып, балаларымды йоҡлатыу өсөн бишек йыры йырлағанда ла башымда һаман сибәр моряк менән алһыу йөҙлө ҡыҙ ине. Йә, ниңә улай килеп сыҡҡан инде яҙмыштары?
 
Ике-өс көндән, балалар баҡсаһынан ҡайтышлай, балаларҙы уйнатып инәйем әле тип, ятаҡ алдындағы эскәмйәлә ултырһам, ҡолас ташлап асфальтты һепереп йөрөгән Хәмдиә апай, эшен ҡуйып тороп, яныма килеп торҙо. Мин бит уны бая сыҡҡан саҡта танымағанмын. Гел ҡара халатта күреп, дөрөҫөн әйткәндә, күргәндә лә күҙгә элмәй өйрәнгәс, ни. Был йәтеш кенә спорт костюмы кейеп алған, башындағы яулығы ла сағыуҙан. Яҡты төҫ йөҙөнә нур индергән әллә, килешә. Баштан алып аяғына тиклем ҡарап сығыуҙан тартынманым инде. Аяҡтарында ла оло резина итектәре урынына сепрәк кроссовкилар. Апай минең ентекле байҡауымдан ныҡ уңайһыҙланды, эш бирсәткәләре кейгән ҡулдарын ҡайҙа тығырға белмәне.
– Һеҙ үҙгәргәнһегеҙ, - тинем тура итеп, - танымағайным ҡырҙан.
– Кейендем инде, әллә кәрәк тә булмағандыр... Райман ҡапыл килеп сыҡһа... бире шикелле йөрөмәйем әле, тип.
– Ә-ә, эйе шу-у, - тип һуҙа биреп хуплап ҡуйһам да, эсемдә нимәлер семетеп ебәргәндәй булды. Ултыра торғас, ысынлап ҡыйын булып китте. Яҙ ебәрелгән сәләмде йәй саҡ еткереүем етмәгән, ул иҫерек ирҙең иҫенә төшкәндә әйткәнен шулай етдигә алдымы икән?.. Апай тағы ла нимәләрҙер һөйләмәксе ине лә, балаларҙы ашатыу һылтауы менән инә һалып киттем. Ысынында намыҫым ҡасып китергә мәжбүр итте мине.
Киләһе аҙнала бәләкәсем, һыу сәсәге эләктереп, ауырып китте, шунлыҡтан тышҡа сыға алманыҡ. Унан табиптар ҡушыуы буйынса, тағы ла бер аҙна өйҙә яттыҡ. Бер көн, ирем эштән ҡайтып, киске аш ашаған мәлдә, ул-был яңылыҡтарҙы һөйләшеп ултырҙыҡ та, был һүҙ ыңғайында мәрәкә итеп:
– Анау иҙән йыуған апайҙы ят кеше икән, тип торам. Алмаштырған кеүек үҙгәргән, вәт әй, - тип ҡуйҙы.
– Н-нисек үҙгәргән?
– Үҙгәргән инде, үҙең күрерһең әле. Бындағы ир-егеттәр ҙә аптырай, «ҡатын кеше булған икән дә ул» тиҙәр.
Ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙен еңә аламы инде? Киттем быны күрергә. Әлбиттә, күрше-тирәләр барҙа аҫҡы ҡатта йәшәгән кешенән барып йомош һорау ҡыҙығыраҡ килеп сығалыр, әммә ятаҡта йомошҡа йөрөү ғәҙәти күренеш. Тик нимә һораған булайым икән? Балаһыҙ өлкән кешенән ни... еп һорармын.
Ысынлап та! Ишеген асҡан апайға үҙем дә бер килке телһеҙ ҡалып ҡарап торҙом. Сөнки миңә ишекте бөтөнләй яңы кеше асҡайны. Хужабикә минең һоҡланыулы ҡарашымдан тағы ла нығыраҡ балҡып китте:
– Үт, һеңлем. Килешәме?
– О-ой, һеҙҙе сәпсим танырлыҡ түгел...
– Сәсемде прическалап ҡырҡтырып, буятып ҡайттым әле. Салондағы ҡыҙҙар буяндырып та ташланы. Ғүмер буйы иҙелмәгә ҡойоноп йөрөп эшләгәс, бында ла гел бысраҡ таҙалап, ҡупшыланып йөрөп өйрәнелмәгән бит.
– Хәтәр матур булған.
Алдаҡ түгел, матур ине шул апай. Тышҡы биҙәлештән тыш бында ниндәйҙер эске илһам, эске матурлыҡ балҡышы бар ине. Ул шундай дәрт, илаһилыҡ булып тышҡа бәрә, ҡатындың күҙҙәренән, йылмайыуынан, ҡул хәрәкәттәренән ҡойолоп торғандай.
– Үҙем ошолай ҡыланып йөрөйөм, үҙем уйлайым: Райман килеп сыҡһа, «Был бисә ҡурсаҡ кеүек яһанырға ярата икән» тип, уйлар микән, тим... Үҙегеҙ ни хәлдә әле?
– Арыу былай, иртәгә садикка барырбыҙ инде. Мин... ней... еп һорап торайым тигәйнем, булһа инде... ҡыҙыл... еп.
Ҡайҙан барған көнөмә төшөп ҡайттым. Был күрешеү минең намыҫҡа төшкән теге ҡортто тағы ла шәбәйтеп ебәрҙе. Кимерә бит хәҙер йәнемде. Юҡ, былай бармай! Райман ағайҙы табып алырға кәрәк.
– Ҡарале, яҙ ҡәйнәмдең мейесен сығарған ағай ҡайҙа йөрөй икән хәҙер? - тим иремә урын һалып йөрөгәндә.
– Әллә, - тип яурындарын ғына һикертте был телевизорынан айырылмаҫтан. – Ҡайҙа кемгә кәрәк, шулар килә лә ала инде уны, ашау-эсеүгә йөрөгән берәҙәкте.
– Ҡайһы ауылдыҡы шул?
– Теге яҡтаныраҡ, Әхмәрме, Төркмәнме.
Тә-әк, бынан эш сыҡманы. Ауылға ҡайтҡанда ҡәйнәмдән һорашырға кәрәк, тигән уйҙы күңелемә һалып ҡуйҙым.
 
Хәмдиә апайҙы көн дә тигәндәй күреп йөрөйөм. Уның хәҙер һылыу ҡатын булғанына мин генә түгел башҡалар ҙа күнегә башланы. Күршеләрем яңылыҡ итеп уның ҡапыл шулай үҙгәреүе хаҡында бер-бер артлы инеп һөйләп тә сыҡтылар. Әле берәүһе уны урамда шундай шәп күлдәктә осратҡан, икенсеһе ҡиммәтле затлы туфли алып торғанында күргән, өсөнсөһө матурлыҡ салонына инеп барғанын аңғарған. Һөйләйҙәр-һөйләйҙәр ҙә: «Кейәүгә сығырға уйлайҙыр ул, күпме яңғыҙ йәшәргә була», - тип йомғаҡлап ҡуялар. Ә мин был үҙгәрештең серен белгәс һәм бигерәк тә үҙемдең дә ғәйебемде тойғас - өндәшмәйем. Их, шул сәләм! Кем телемдән тартты инде! Ике ай онотолоп йөрөгәнен шунда иҫкә төшөп тормаһа була бит. Осраған һайын ихлас йылмайып сәләмләшәм дә, апайҙың ниндәйҙер йәшерен өмөт менән баҡҡан ҡарашын аңғармағанға һалышып, хәбәремде теҙәм. Ә ул үҙенә хас тыйнаҡ, баҫалҡы.
Йәй аҙағынараҡ ҡына иремдең отпускыһына ауылға ҡайта алдыҡ. Ҡайтҡан көндө үк, яйын тура килтереп, ҡәйнәмдән һорайым:
– Ҡәйнәм, һиңә мейес сығарған ағайҙы ҡайҙан табырға була икән?
– Теге сатан ирҙе әйтәһеңме?
– Эйе. Исеме Райман инее, шикелле.
– Шулай ине шу, бахыр... Ул ней, килен, беҙҙән һуң остағы Мораттарға ялланғайны бит. Бер көн кискә ҡарай: «Һыу инеп киләм әле»,- тип кенә киткән дә юҡ булған. Морат: «Эшен бөтмәй ҡасты, зимагур»,- тип әрләп йөрөнө. Шунан мына, күптән түгел генә бахырҙы арғы күл ярындағы таллыҡтан табып алғандар, тейсе. Йәй буйына ышыҡ ерҙә тик ятҡан инде. Кейемдәрен тәҫләп һалып ҡына ҡуйған да, эргәһенә ятып ҡына үлгән, тейме. Йөрәге-бәлән туҡтаны микән, әллә эске йыҡтымы... Әле йәш кеше бит ул, үлә һалып китергә.
Шул мәл, шаңҡып торҙом-торҙом да, ҡәйнәмде ҡурҡытып, ултырып тороп, үкһеп илап ебәрҙем. Юҡ! Ул үлергә тейеш түгел ине! Ул сәләме артынан килергә, килеп етергә тейеш ине! Алдаҡсы! Йүнһеҙ! Ул алданы! Хәмдиә апайҙы ла... мине лә алданы! Шул ваҡыт, әллә ҡасан ҡәберҙә булған йәндең сәләмен алып йөрөүемдәнме, әллә шул аҙашҡан сәләм менән берәүҙең тыныслығын болартып ташлауымды үҙәгемә үткәреп тойоуҙанмы, күңелемдәге ниндәйҙер яҡты өмөт, хыял, тыпырсынып, үлә алмай тартышты. Күптән был донъя менән хушлашҡан берәҙәк өсөн күҙ йәшен түккән берҙән-бер әҙәм заты инем мин.
 
Ҡаршыма Хәмдиә апай килә. Һомғол кәүҙәһенә инде килешле юбка менән блузка кейгән, үксәле туфлийҙары йоморо балтырҙарын тағы ла баҙыҡландырып, тулыландырып күрһәтә. Сәстәре көрән-ҡыҙыл тулҡындар булып иңдәрен япҡан, ирендәрендә беленер-беленмәҫ алһыу буяҡ, күҙҙәре былай ҙа һөрмәле, ҡаштары ҡара уның. Килеп ҡосаҡлап уҡ алды ла ҡулындағы ҡағыҙын күрһәтә:
– Улым өсөн күптән фатир тәҡдим итәләр ҙә, йүнләргә күңел төшмәй ине, бына, шуның артынан йөрөп, рөхсәт ҡағыҙҙарын алып ҡайтып киләм. - Унан һағышлы ғына итеп өҫтәп ҡуя, – Райман ағайың, бәлки, килеп сыҡһа «һаман ятаҡта йәшәй икән» тейәр, тим.
– Һәйбәт булған, ҡотлайым, - тим, ауыҙымды көсләп йырып.
Апай һаҡ ҡына итеп һорамай ҙа булдыра алмай, күрәһең:
– Ағайың хаҡында хәбәр-хәтер ишетелмәйме ауыл яғында?
– Нәмә... Ҡыҙыл яғындағы урыҫтар эшкә алып киткән, тейҙәр ине. Оҫта бит ул, мейес оҫтаһы...
– Эйе, шулай инде. Ярай, ҡайҙа йөрөһә лә, имен-һау йөрөһөн. Сәләм ебәргәс, онотмаған, бер килмәһә, бер килер.
– Эйе шул... килер...
Был осрашыуҙан һуң күп йылдар үтте. Хәҙер үҙем дә шул апай йәшендәмендер. Ғаилә, йорт, эш, балалар тип ут ҡапҡандай сабып йөрөп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән ғүмер гөрләүек өҫтөндәге гәзит карап кеүек елә генә икән. Көҙгөгә ҡарайым да, ҡарайып тартылған йөҙҙәге йонсоған күҙҙәргә бағып, ниңә был ваҡыт аямай икән, тип уйлайым. Теге мәл бит мин Хәмдиә апайҙы йәлләгәйнем. Уны ҡыҫыр өмөт менән ҡабындырғаным, мәлһеҙ сәскә атҡан гөл кеүек итеп балҡытҡаным өсөн. Бөгөн иһә уға көнләшәм. Эйе-эйе, көнләшәм. Миңә лә кәрәк ине ул шундай ҡөҙрәтле көскә эйә булған сәләм. Йәшлегемдән дәрт, илһам, ихласлыҡ алып килерҙәй мөғжизәле бер ауыҙ һүҙ. Иңдәрҙе баҫҡан хәсрәттәрҙе һелкеп ташлап, башты юғары сөйҙөрөп, йөҙҙәргә алһыулыҡ, ҡараштарға нур яғылдырыр сәләм, һин ҡайҙа? Мин һине көтәм... сәләм.
Миләүшә Ҡаһарманова
Сәләм (хикәйә)
Сәләм (хикәйә)
Автор:
Читайте нас: