Дим буйҙары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2021, 13:30

Төбәк халҡын йылы ялдар көтә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда шәмбе-йәкшәмбелә аяҙлы-болотло булһа ла йылы көн торошо көтөлә.

Төбәк халҡын йылы ялдар көтә
Төбәк халҡын йылы ялдар көтә

Башгидромет хәбәр итеүенсә, шәмбелә, 23 октябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын иҫәсәк, урыны менән киҫкен буласаҡ.

Һауа температураһы төндә 3-8 градус йылы, көндөҙ — плюс 9-14 градус торасаҡ.

24 октябрҙә төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, көндөҙ ҙә яуым-төшөм буласаҡ.  Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә 2-7 градус йылы, көндөҙ— плюс 5-10 градус.

Бөгөн республикала көндөҙ бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Көндөҙ 6-11 градус йылы торасаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2021-10-22/zhiteley-bashkirii-zhdut-teplye-vyhodnye-2556429

 
Төбәк халҡын йылы ялдар көтә
Төбәк халҡын йылы ялдар көтә
Автор:
Читайте нас: