Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2021, 09:22

Итле самса

Әсе ҡамырҙан итле самса бешереп ҡарайыҡ.  

Итле самса
Итле самса

120 мл йылымыс һөткә бер ҡап (20 гр) ҡоро сүпрә, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 стакан һыу һалып бутарға. Уға 1 йомортҡа, самалап тоҙ, 60 р ирегән маргарин (йәки аҡ май) 1,5 стакан он оҫтәп ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр туғырға. Ул бер аҙ ҡабарғас, тағы ла 2 стакан тирәһе он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡамыр 1-2 тапҡыр ҡабарып сыҡҡас ҡына самса эшләргә мөмкин.
Эслек өсөн фаршты һуған менән яртылаш ҡыҙҙырырға. Ваҡлап турап быҡтырып һалырға ла була. Теләгән кеше ҡыҙҙырылған кәбеҫтә лә өҫтәй.
Ҡамырҙы ваҡ өлөштәргә бүлеп йәйгәс, һәр береһенә эслек һалып сығырға. Аҙ ғына ҡыҙҙырылған майын да һалырға кәрәк, шул саҡта сәмса һурпалы булып бешә. Ябай өсбосмаҡ кеүек ҡамырҙы йәбештереп сығырға, тик табаға теҙгәндә йәбештергән яғын аҫта ҡалдыраһың. Самсаны 180 градус духовкала, 30-40 минут тирәһе бешереп алырға.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

gazeta-toratau.ru

Итле самса
Итле самса
Автор:
Читайте нас: