Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2021, 14:38

"Алтын ҡуллы" тигән даны бар

Бөрйән районында йәшәгән Рәшит Көмөшбаев бесән сапҡыс һәм йыйғыс, үлән турағыс, тауыҡ мамығын йолҡоу аппараты, балыҡ ыҫлау ҡоролмаһы, утын ярғыс, ҡар көрәгес, тәгәрмәстең покрышкаһын ысҡындырыу өсөн ҡулайлама һәм башҡа көнкүрештә ҡулланылған ҡоролмаларҙы уйлап табып, тормошта ҡулланыусы.

"Алтын ҡуллы" тигән даны бар
"Алтын ҡуллы" тигән даны бар

Талантлы, тырыш, дәртле, тормошто яратып йәшәгән һәм уның һәр көнөн файҙа менән үткәрергә ынтылған райондаштарыбыҙҙың күп булыуы ҡыуандыра.

Район китапханалар системаһының методик-библиография бүлеге ойошторған Бөтә донъя фән көнөнә арналған флешмобҡа Байғаҙы ауыл китапханаһы ла әүҙем ҡушылып, ауылдың абруйлы, дәртле ир-уҙаманы Көмөшбаев Рәшит Рәхмәт улы тураһында бәйән иткәндәр. Рәшит ағай бесән сапҡыс һәм йыйғыс, үлән турағыс, тауыҡ мамығын йолҡоу аппараты, балыҡ ыҫлау ҡоролмаһы, утын ярғыс, ҡар көрәгес, тәгәрмәстең покрышкаһын ысҡындырыу өсөн ҡулайлама һәм башҡа көнкүрештә ҡулланылған ҡоролмаларҙы уйлап табып, тормошта ҡулланыусы.

Ул 1954 йылдың 3 ноябрендә Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында донъяға килә. Яңы Монасип башланғыс мәктәбен тамамлағандан һуң, Нәби 8 йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара һәм 1970 йылда мәктәпте тамамлап, Кумертау педагогия училищеһына уҡырға инә. 1973 йылда ҡулына диплом алғас, Аҫҡар мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп ебәрелә. 1973-1975 йылдарҙа Төркмәнстанда Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1976 йылдан алып Байғаҙы мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡанына тиклем физкультура һәм ОБЖ фәндәренән уҡыта. Ул эшләгән осорҙа мәктәп спорт яғынан ныҡ үҫешә, үҙе ҡалаларҙан инвентарҙар ҡайтарта, хатта етешмәгәндәрен үҙ ҡулдары менән эшләп ала. Уҡыусыларҙа шахмат-шашкаға һөйөү тәрбиәләй. Район-ара, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, урын алалар. Райондың “Ағиҙел” балалар лагеры янып киткәс, яңынан төҙөкләндереү өсөн етәксе итеп ҡуйыла һәм бында ла һынатмай, лагерҙың эшен яйға һала. Ике йыл рәттән пионер лагерында етәксе ролен үтәй. Башҡортостан журналисы Сәрүәр Сурина пионер лагерының эшмәкәрлеге тураһында телевидениеға төшөрә. Район күләмендә ойошторолған уҡыусыларға хәрби–патриотик тәрбиә биреү лагерында замполит ролен үтәй. Яҡшы хеҙмәттәрен хуплап, хәрби-патриотик лагерь тураһында телевидениенан күрһәтәләр. Йәмәғәт эштәрендә, ауыл һәм район күләмендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Сәхнә оҫтаһы ла ул: бейей, төрлө музыка ҡоралдарында, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә уйнай, район, зона спорт ярыштарында ҡатнашып, урындар ала. Хаҡлы ялға сыҡҡандан алып ауылдың старостаһы булып, ауылды төҙөкләндереүҙә ауыл башлығы менән берлектә ҙур эштәр башҡара.

1986 йылда Рәшит Рәхмәт улына “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” исеме, “Хәрби-патриотик эштә әүҙемлеге өсөн” һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары тапшырыла, мәктәп, район, республика тарафынан тиҫтәләгән Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнә. Уҡытҡан уҡыусылары араһында уның юлын дауам итеп эшләп йөрөүселәр байтаҡ. Тормош иптәше - башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зәлифә Фитрат ҡыҙы менән хаҡлы ялдалар. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып ғүмер итәләр.

Сығанаҡ һәм фото: "Таң" гәзите сайтынан.

bashgazet.ru

 

"Алтын ҡуллы" тигән даны бар
"Алтын ҡуллы" тигән даны бар
Автор:
Читайте нас: