Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2021, 17:23

Бауырҙан тәмле ризыҡ

 Бауырҙан "Пирожныйҙар" матур ҙа, файҙалы ла.  

Бауырҙан тәмле ризыҡ
Бауырҙан тәмле ризыҡ

Кәрәк була:
●Бауыр - 500 г.
●йомортҡа - 1 шт.
●һуған - 1 шт.
●кишер - 1 шт.
●һарымһаҡ - 1 тырнаҡ.
●Майонез - 0,5 балғ.
●он - 3 аш ҡ.
●тоҙ, борос - тәменсә

Эслегенә:
●кишер - 1 шт.
●һуған - 1 шт.
●һарымһаҡ - 1 тырнаҡ.
● укроп, йәшел һуған.
●тоҙ, борос - тәменсә
Әҙерләү:
Бауыр менән һуғанды мясорубканан үткәрәбеҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан ҡырабыҙ һәм бауырға һалабыҙ. Йомортҡа, он, майонез, тоҙ һәм борос ҡушып, матурлап болғатабыҙ. Майлы табаға түңәрәктәр яһап һалып, ике яҡлы бешерәбеҙ.
Эслегенә: һуғанды ваҡлап турап, ҡыҙҙырып алып, кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәреп, тоҙ, борос, һығылған һарымһаҡ менән бутайбыҙ. Эслекте әҙер "кәтлит" өҫтөнә һалабыҙ, йәшел һуған һибеп ебәрәбеҙ, унан тағы бер кәтлитте ҡатлап, укроп, һуған, черри помидоры, майонез йәки ҡаймаҡ менән биҙәйбеҙ. Аштарығыҙ тәмле, тормоштарығыҙ йәмле булһын!
gazeta_toratay

Бауырҙан тәмле ризыҡ
Бауырҙан тәмле ризыҡ
Автор:
Читайте нас: