Дим буйҙары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2021, 11:17

Билдәле спортсылар никахлашыу көнөн билдәләй

Ләйсән Үтәшева менән Павел Воля туй көнөн (9 йыл) нисек билдәләүҙәре хаҡында социаль селтәрҙәге дуҫтарына һөйләй. Билдәле булыуынса, парҙар Парижда ял итә.

Билдәле спортсылар никахлашыу көнөн билдәләй
Билдәле спортсылар никахлашыу көнөн билдәләй

Ләйсән Үтәшева әйтеүенсә, бергә ғүмер кисереүҙәренән алып, ул тәүгә Францияның баш ҡалаһында ял итә. Улар Елисей Яланында  ла булып өлгөрә һәм бындағы Яңы йылға әҙерлек иллюминациялары менән һоҡлана. Һуңынан пар өс йондоҙло Мишлен ресторанына юллана.

- Паша ныҡ тырышҡан, – ти яҡташыбыҙ.

Әйткәндәй, туй көнөн билдәләү бының менән генә бөтмәгән – иртәгәһенә Ләйсән һәм Павел Фонд Луи Виттон бинаһындағы музейға бара. Гимнастка Ван Гог, Казимир Малевич, Пабло Пикассоның картиналары ныҡ оҡшауын әйтә.

Фото: Т. Аманов

https://ye102.ru

Билдәле спортсылар никахлашыу көнөн билдәләй
Билдәле спортсылар никахлашыу көнөн билдәләй
Автор:
Читайте нас: