Былтыр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Закондың 2-се һәм 12-се статьяларына төҙәтмәләр индереү тураһында”ғы закон ҡабул итте. Документҡа Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйҙы, һәм ул юридик мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында баҫылды.
– Закон махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Тол ҡатындар йәки ата-әсәләр, торлаҡ төҙөлөшө йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн ауыл биләмәләрендә ер участкалары булған һәләк булған яугирҙәрҙең уллыҡҡа алған ата-әсәһе үҙ ихтыяждары өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ғаилә (айырым граждан) 25 йылға бер тапҡыр торлаҡ йорт төҙөү өсөн 110 кубометрға тиклем төҙөлөш ағасы алыу хоҡуғына эйә. Биш йылға бер тапҡыр торлаҡ йортто ремонтлауға 25 кубометрға тиклем ағас биреү ҡаралған. Кәртә-ҡура төҙөүгә биш йылға бер тапҡыр 50 кубометрға тиклем ағас бирелә. Шулай уҡ кәртә-ҡураны ремонтлау һәм йылытыу ихтыяждары өсөн ағас бүлеү нормативтары билдәләнгән.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, торлаҡ төҙөүгә һәм ремонтлауға ағас алыуға бөтәһе 12 мең ғариза бирелгән. Урманға өҫтөнлөклө нигеҙҙә дәғүә итеүсе ике мең ғариза биреүсе сиратта тора. Ташламанан файҙаланыусылар исемлегенә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре лә индерелгән.
Бынан тыш, закон республика дәүләт власы органдары вәкәләттәренә ҡағылышлы ағасты ҡабул итеү, эшкәртеү һәм бушатыу пункттарының эшмәкәрлек тәртибен билдәләү буйынса ҡайһы бер положениеларҙы көйләй.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы әҙерләнә һәм тормошҡа ашырыла. Шулай итеп, законға ярашлы:
l махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар (йәки уларҙың ғаилә ағзалары) 2023 йылда 2022 йылға транспорт һалымын түләүҙән азат ителә;
l махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар (йәки уларҙың ғаилә ағзалары) Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды аша торлаҡты баҙар хаҡынан түбән хаҡҡа, булған фатир майҙанына ҡарамайынса, һатып алыу хоҡуғын ала;
l махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, кәрәк саҡта, өйҙә һәм ярым стационар төрҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу хоҡуғына эйә (мәҫәлән, олатай-өләсәйҙәр, инвалид йәшендәге ата-әсәләр, инвалид бала һәм башҡалар).
Рәмилә МУСИНА
https://bashgazet.ru