Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Февраль 2019, 00:41

Беренсе булып китте...

Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров килгәндән һуң юғары ҡатламдарҙа күп кенә кадрҙар алмашынды.

Ә хакимиәт башлыҡтары шул килеш ултыра ине. Улар араһынан беренсе булып Ғафури районы башлығы Рәмил Бохаров эшенән китте. Ул әлеге вазифаны 2010 йылдан алып биләне. Уның урынына ваҡытлыса Фанзил Сыңғыҙов билдәләнде. Хәҙер инде ҡалған башлыҡтар ҙа ут йотоп йөрөймө икән? Был уңайҙан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы күҙәтеү яһаған.

Башҡортостанда хакимиәт башлыҡтарының уртаса йәше – 52. Әлегә ҡәҙәр Рәмил Бохаров иң өлкәне ине, ғинуарҙа уға 64 йәш тулды. Унан ҡала Шишмә районы башлығы Флүр Ураҙмәтов (63) һәм Борай районы етәксеһе Борис Нурисламов (62) килә.

Район башлығы итеп ғәҙәттә 46-47 йәшлектәр һайлана икән. Мортаза Рәхимов ваҡытынан эшләп килеүсе 14 башлыҡ та шул тирә йәштә етәксе булып киткән, Һуңғы 2-3 йылда вазифаға килеүселәрҙең йәше лә шул сама. Шулай ҙа араларында йәштәр ҙә бар. Мәҫәлән, Бүздәк районы башлығы Азат Арслановҡа – 35, Ейәнсураныҡы Дамин Юлановҡа 32 йәш.

Муниципалитет башлығы булып иң оҙаҡ эшләүселәргә килгәндә, иң өлкәне Көйөргәҙе районы етәксеһе – Әхәт Ҡотлиәхмәтов. Ул 2001 йылдан алып эшләй. Икенсе урында Краснокама башлығы Рәзиф Ғилмуллин (2004 йылдан) килә. Унан һуң – Шишмәнеке Флүр Ураҙмәтов (2005) һәм Бишбүләктеке Наил Ғатауллин (2005). Әхәт Ҡотлиәхмәтовҡа ҡағылышлы конфликттар тураһында ишетелгәне булмады. Ә бына Рәзиф Ғилмуллинға ҡарата 2010 йылда уҡ аҡсаларҙы маҡсатлы ҡулланмағаны өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылғайны. Ә 2018 йылдың авгусында уны һәм урынбаҫары Динис Биковты ҙур күләмдә ришүәт алғанда тоттолар.

Әйткәндәй, 2010 йылдан алып, Рөстәм Хәмитов ваҡытында республиканың 63 хакимиәтендә 49 башлыҡ алмашынды. Был – кадрҙар составының 80 проценты тигән һүҙ. 2016-2017 йылда 20 башлыҡ үҙ вазифаһынан китте. Бигрәк тә Ҡыйғы, Кушнаренко башлыҡтары һәм Ағиҙел ҡалаһы мэры ҙур ғауға менән отставкаға оҙатылды.

Сәйәсәтсе Дмитрий Казанцев әйтеүенсә, әлеге 63 хакимиәт башлығы араһынан элиаталар араһында эске конфлитҡа юл ҡуйыусылар, ришүәтселек тарихына юлыҡҡандар, сәйәси менеджмент буйынса күрһәткестәре түбән һәм урындағы халыҡтың үҙҙәренә ышанысы аҙ булғандар беренселәр булып “төшөп ҡалырға” мөмкин. Был исемлеккә 15-18 башлыҡ эләгеүе ихтимал, ти ул.

Сәйәсәтсе фекере буйынса, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары һәм Урал аръяғы хакимиәттәре башлыҡтарының ҡайһы берҙәренә үҙ вазифаларын юғалтыу ихтималы ҙур. Берәүҙәренең социаль-иҡтисади хәле һәм инвесторҙар эҙләү менән ауырлыҡтары булһа, икенселәрендә йәмәғәтселек кәйефенә йоғонто яһай торған этносәйәси факторҙар бар.

Сәйәсәтсе Эдуард Гәрәев иһә, кадрҙарҙы алмаштырыу – үҙ маҡсат түгел тип иҫәпләй. Әгәр етәксе эшенең яйын белә, алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәй икән, кем әйтмешләй, ҡулына – байраҡ.“Икенсе яғы ла бар, хакимиәт башлыҡтарының күбеһе хеҙмәттәре өсөн түгел, ә башҡа сәбәптәр арҡаһында был вазифала ултыра, – ти сәйәсәт белгесе. – Күптәре менән шәхсән танышмын, ҡулымды йөрәккә ҡуйып әйтә алам: был улар тартырлыҡ йөк түгел. Үҙ теләгең менән эштән китеп, булдыра алған кешеләргә эшләргә мөмкинлек биреү дөрөҫ булыр ине”.

“Өмөт” гәзитенән.
Читайте нас: