Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Февраль 2020, 11:15

Владимир Путин илдең иң ҙур һалым түләүсе компанияһы етәксеһе менән осрашты

Рәсәй Президентына ошо арала беҙҙең ҙур-ҙур етәкселәр килеп, гел ыңғай үҫештәр, проекттарҙың уңышлы ғәмәлгә ашырылыуы тураһында һөйләй. Сираттағы осрашыу ҙа шулайыраҡ булды.

Владимир Владимирович үҙендә "Роснефть" компанияһының баш башҡарма директоры Игорь Сечинды ҡабул итте. Был компания өсөн 2019 йыл нисек булған? Ниндәй яңылыҡтары бар? Киләсәккә ниндәй пландар ҡорғандар? Етәкселәр ошо һәм башҡа мәсьәләләргә туҡталды.

Дөйөм алғанда, йыл һөҙөмтәләре насар түгел. Нефть табыу сығымдары донъяла иң арзаны (нефть компаниялары араһында), запастар - иң күбе...

- Һеҙ беҙҙең иң ҙур һалым түләүсе лә, - тине Президент.

- Эйе, был беҙҙең өсөн әһәмиәтле, ошо кимәлде тоторға тырышабыҙ, - тине баҫалҡы ғына итеп Сечин әфәнде.

Әйткәндәй, "Роснефть" илдең төньяғындағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса ҙур эш эшләй. Әле Таймыр ярымутрауында "Восток ойл" проекты ғәмәлгә ашырыла башлаған. Бында 10 триллион һум инвестиция һалмаҡсылар. Пайях һәм Көнбайыш Иркин ятҡылыҡтарында эш гөрләйәсәк, тимәк. 100 мең яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Был проект илдең ВВП кимәлен йылына икешәр процентҡа күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.

- Игорь Иванович, проект очень большой, конечно, перспективный. Это и увеличение ВВП страны в целом, это и увеличение грузопотока по Северному морскому пути, и, конечно, укрепление позиций России в Арктике в целом. Так что желаю Вам успехов. Нужно только всё как следует посчитать, - тип ҡуйҙы Путин.

Әлбиттә, "Роснефть" компанияһы проектҡа Президенттың да булышлыҡ итеүен теләй.

#ВладимирПутин

Читайте нас: