Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Июль 2021, 05:07

Рәсәй бер ҡасан да Украинаға ҡаршы булмаясаҡ, тип белдерҙе Владимир Путин

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рус һәм украиндарҙың тарихи берҙәмлеге тураһында»ғы мәҡәләһендә ошо турала яҙып үткән. Мәҡәлә Кремелдең сайтында баҫтырылған.

Рус менән украиндар – бер халыҡ, бергә һәр ваҡыт көслөрәк һәм уңышлыраҡ булабыҙ, тигән фекерҙә ил етәксеһе.

«Был һүҙҙәргә ҡайһы бер кешеләр ҡаршы торор. Һәм төрлөсә аңлатыласаҡ. Әммә күпселек кешләр мине ишетер. Шуны ғына әйтергә теләр инем, Рәсәй бер ҡасанда Украинаға ҡаршы булманы һәм ҡаршы тормаясаҡ», - тип билдәләп үткән Путин. «Украинаның ниндәй булыры», украина халҡынан ғына тора, тип өҫтәгән Рәсәй Президенты.

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: